+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2022, 21:30

ТОРМОШ АРБАЛАРЫ

-

-Төш еткәнсе йоҡлайһығыҙ. Ул ниндәй бөтмәҫ йоҡолор. Әҙәм һуңынан бесәнгә йөрөйбөҙ. Оят таһа! Ана, Сәйҙә апайыңдар иртүк тырма-салғыларын йөкмәп Нарайызға киттеләр. Ҡайҙа ятҡан ер, йәйәүҙәр бит әле!
Юлға төшөп алһалар,берәй арбалыға эләгеп-һарҡып китеп бараларҙыр инде.Беҙҙең халыҡ улай уҡ бәғерһеҙ түгелсе.
-Ҡояш байыу менән ятып бөтөгөҙ ыштубы ла,иртүк ботоғоҙҙан ҫөйрәп төшөрәм бынан был яғына,-киске тамағыбыҙҙа әсәй шулай ти.
-Ыһы,-бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй генә туйынабыҙ ҙа,туптыр-туптыр урындыҡтан ырғып төшөп бөтәбеҙ.
-Ипләп,әй ,әттәгенәһе!-
әсәй көйләп ултырған самауыры менән икәү генә ултырып ҡалалар аласыҡта.
Иң бәләкәс ҡустыбыҙҙы сиратлап бәүетеп йоҡлатабыҙ.
Ә беҙ үҙебеҙ,бала-саға,кәртә башына йоҡларға менәбеҙ.Май аҙағында уҡ ҡаралдыларыбыҙҙы йөкмәп,күсеп мендек.Мәңгелек сер-төпһөҙ йыһанда емелдәшкән йондоҙҙарҙы күҙәтеп ятыуҙы әллә ней күрәбеҙ.Һәр бер төн беҙҙең өсөн ҡәҙер кисе!
Юрғаныңды бөркәндең дә йоҡлап киттең, тиһеңме?Юҡ шул...Ураҡ ҡына булып ай тыуған да ,тиндәребеҙҙе айға күрһәтеп маҡтаныштыҡ.Шунан йондоҙҙар һананыҡ!
-Тороғоҙ!-калуш маңлайыма ғына ,,түп" итеп ҡала,-ана һыйырҙарҙы көтөүгә йүгертегеҙ,самауыр һүрелмәҫ борон сәй эсә һалығыҙ.
-Йоҡомдоң иң татлы мәлендә генә...-турһайып килеп төшәм,сандалыйҙарҙы тапмайым да,мал артынан яланаяҡ ҡына йүгерәм.Таңғы һалҡынса ғына ысыҡты кисеп,һәүкәштәрҙе,,әбей үлгән" ергә тиклем ҡыуаларға кәрәк.Бәхетемә һыбайлы мине ҡыуып етә,Ғинийәт ағай,миш:
-Ҡарындаш,үҙем ҡыуалайым,бар ҡайт,йоҡла!
Ағайға мең-мең рәхмәттәр яуҙырып,өй яғына һыпыртам,оҙон сыбығымды юл ыңғайы быраҡтырып китәм.
Әсәй һөт бора,үҙе сепарат йырына ойоңҡорап ултыра.
-Ҡыуҙым һыйырҙарҙы,әсәй!-тауҙай эш атҡарҙыммы ни,һөрән һалам,тертелдәтеп әсәйҙе уятам.
-Сәй эсегеҙ ҙә,тамаҡ һалып алығыҙ.Шырпы,сәй.Ҡайраҡты онотмағыҙ
-Хәҙер,икенсе күлдәк кенә кейәм дә...
-Һеҙ кейенгәнсә,ҡыһыр һыйыр быҙаулар,етеҙерәк йөрөгөҙ,-әсәй күк һөтө менән сепараттың ҡаймаҡ аҡҡан улағын сайҙырта ла,сепаратын туҡрата.
-Әсәй,сепараттың барабанын үҙем туҡратам,ҡаймаҡ ялайым,-түлкә генә кейгән күлдәгемдең итәген күк һөткә тығып,әсәйҙән әрләнеп,самауыр төбөнә ултырам..
-Быҙауҙарға йәшел бесән төшөрөгөҙ,тастарына һыу ҡойоғоҙ ,-был йомошто башҡа ҡыҙҙар үтәй,мин сәй һөрпөлдәтәм.
Шулай итеп бөгөн халыҡ менән бергә ҡуҙғалдыҡ бесәнгә.Әсәй атты еккәнсе,арбаға бесәнгә кәрәкле бар монаят менеп ятты:тоҡта ашамлыҡтар,ҡайрағы,шырпыһы ҡуша,бала йүргәге,салғы,табағы менән кисә һуйған тәкәнең бауыр-йөрәк,эс-ҡарыны,сәңгелдәк һәм беҙ.Бер ҡустым дилбегәгә талаша,мин ат ҡыуалайым да,мин ҡыуалайым,тип төрткөләшеп китәләр.
-Салғыға ҡырҡылып ҡуймағыҙ,аяҡтарығыҙҙы йыйыңҡырап ултырығыҙ!
Ағайыбыҙ матай менән килә,беҙҙең арттан ҡапҡаны эләктереп ҡалды.
Шулай шау-гөр килеп ауылды сығып китәбеҙ.Осҡа сыҡҡас,атты һулға ҡайырып,таҡыр ғына арба юлына төшөп алабыҙ.
Бөтөн халыҡ ялан яғына ағыла.Әллә күпме арбалы,әллә күпме һыбайлы баш һелкеп кенә сәләм биреп,ат тояҡтарынан саң борҙатып үтеп китәләр.
Иҫке зыярат тапҡырына еткәйнек,Ғәлимйән ағай менән Әлмирә еңгәйҙәр бер арба балалары менән ҡыуып еттеләр.
-Һаумыһығыҙ,Гөлшат апай,ҡайҙа киттегеҙ?
-Һау, Аллаға шөкөр! Бесәнгә!!!
-Аһ-аһ,имсәк балаң менән бесәнгә бара ятаңмы,апый?
-Һинеке лә сеп-сей генә бит!-әсәйҙең яуабына Әлмирә еңгәй сыңлатып көлә.Ике арба тиңәшеп бер аҙ барғас,Ғәлимйән ағай атының осаһына сыбыртҡыһы менән һуғып ала.Тегеләр беҙҙең атты үтеп китәләр.
-Ҡана,бирегеҙ әле дилбегәне үҙемә,-әсәй балаһын беребеҙгә тоттора ла,алға күсеп ултыра.
-Ҡайҙа теге оҙон таяҡ?
-Ә мин уны бая һыйыр ҡыуғанда һелтәп киттем.
-Шәп иткәнһең...Әйҙә,но,малҡай!!!
Ферма тауын артылһаң ғына беҙҙең Ҡараһаҙ күренеп ята.Аръяғына атыбыҙ юртып ҡына бара.Мин арба артында ултырып,артҡа ҡарап киләм.Ҡапҡанан сығып,бесәнлеккә еткәнсә артта ,,тороп ҡалған" донъяны күҙәтәм.Тәүҙә өйөбөҙ артта ҡалды,ауылыбыҙ,иҫке зыярат,Тәпәшәк билән,ферма,күм күк кенә булып ятҡан Ирәндек һырттары әллә ҡайҙа йәйрәп ятып ҡалдылар.
-Тррр,ипләп төшөгөҙ,-килеп еттек .Беҙҙе хуш еҫле сәскәләр,һағыҙаҡтар,үрмәксендәр,елберҙеге сыҡҡан күбәләктәр,моңсол ҡоштар ҡаршы алалар.
Яланаяҡ йәшел бәрхәткә һикереп төшәм.Сандалыйҙарым кәртә башында ятып ҡалдылар...
Ҡара сәйнүгебеҙ менән ҡара ҡаҙанды янлатып бер тағанға элеп,ут тоҡандырып ебәрҙек.Тэшкөлөккә эсәк -ҡарын менән һыйланабыҙ,Алла бойорһа.Сәй ҡайнағанса,әсәй бәпәйен имеҙә һалып,сәңгелдәген талға элә,арбаның тәртәләрен күтәртеп ҡуйып,сатыр эшләп ҡуя-күләгә бәләкәстәргә.Сәйҙән һуң,салғыларын күтәреп,ағай,апай менән өсәүләп төбәкте сабырға инеп китәләр,бәләкәс ҡыҙҙарға тырма тотоп ,кисәге бакуйҙарҙы яҫмарларға әмер була.
Минең дә бесән сапҡым килә.Анһат күрәм ,йәнәһе,салғы һине үҙенән үҙе алып китә лә,үҙенән үҙе бесән саба,ә һин һабына йәбешеп кенә бараһың! Әсәйҙең ҡулында салғы уйнап торғанға,миңә шулай тойолғандыр инде.
Арыу ғына бесән сабып,әсәйҙәр сәйгә ҡайттылар.
-Шәрифйәндәр быйыл бесәндәрен сапмай микән ней?-әсәй бешкән бауыр-йөрәкте турай,һоғоноп ала.Үҙе,сит -яҡты байҡаштырып ултырҙы ла,төшкө аштан һуң,салғыһын күтәреп тегеләрҙең сабынына инеп китте .Ҡусты уянып шарылдағас,эсәк имеҙеп ултырҙым,һаман тыммағасы, йүргәккә сырмай һалып , әсәйҙе эҙләп киттем .Минең барып етеүем булды,Буҡты ҡабаҡ яғынан Шәрифйән ағай,имсәк балаһын күтәргән Фәриҙә еңгәм килеп төштөләр.Арбаларында ыуаҡ малайҙар ҙа бар.Беҙҙең һымаҡ һуҙылышып ҡына сыҡҡандар,күрәһең.
-Һеҙҙе әллә бесәнгә төшмәйме ,тиһәм,былтыр ҙа сабылмай ҡалғас,-әсәй шулай ,тип ҡаршы алды быларҙы.
-Тоҡандағы бесән ҡалҡмаған,был яҡты сабырбыҙ ҙа,тигәйнек,-уңайһыҙыраҡ тынлыҡ урынлашты.Мин нисек ҡустыны йөкмәп килдем,шулай тора бирҙем.Ҡата башындай ғына булһам да,әсәйҙең ҡылғаны өсөн оялып торғаным иҫемдә.Беҙҙең яҡта бесәнлектәргә талаш һымағыраҡ алама бер ғәҙәт бар.Ана беҙҙең ергә кемеһе генә,ҡайһы яҡтан ғына баҫып инмәне.Әсәй талашып та бөттө,атай үҙе өндәшмәгәс,бисә генә тулауҙың файҙаһы булманы.
Шуның һымаҡ был
туғайҙа бер аҙ талаш булыр ине,ярай анау ике
бала шарылдығы сығып имсәк таптырҙылар.Әсәй салғыһын күтәреп,мин бәпәйҙе йөкмәп,кире ҡайттыҡ.Артыбыҙса бәләкәй бәпәйен күтәреп ,Фәриҙә еңгәм килде.
-Гөлшат апай,әле Шәрфийән ҡустың әйтә,сапҡан бесәнен апайым үҙе йыйып алһын,тей.Быйыл бесән айҙанып сыҡҡыһыҙ,шөкөр әле.
Бәпәйе килеп тороп илай,әллә серәкәй ыҙалатамы,әллә эҫегә сыҙамай.
Фәриҙә еңгәй имсәк тә ҡаптырып ҡараған булды,тымманы малай.
-Әллә һөтөң юҡмы,килен?-әсәй теге баланы алдына ултыртып,иҙеүен асып,ҡараҡасҡа имсәк ҡаптырғайны,тегеһе сат йәбеште-илауҙан туҡтаны.
Мин бесән өсөн яу ҡалҡмағанға һөйөнөп,табын ҡороп ебәрәм,көл өҫтөндә торған сәйнүкте ашъяулыҡ ситенә ҡуям да,сәй яһарға керешәм.
Яланаяҡ килеүемдең бер шәп яғы булды-ҡаҙан тирәһендә генә йөрөйөм бөгөн.
Йылдар үткәс,баяғы арба артында барған ҡыҙҙай булып ,,артта тороп" ҡалғандарға тағы бер әйләнеп бағам:сылт аҡ ҡына күлдәктәрҙә,һылыу ғына йөҙлө ,йәп йәш еңгәйҙәрем тормош тигән арбанан берәм-берәм төшөп ҡала барҙылар ҙа ,йән генәләре алыҫҡа, серле йондоҙҙар араһына,Йыһанға осоп киттеләр:өс Фәриҙә ,Әлмирә,Фәйрүзә,Рәсимә,Ғәйнүр..

Сулпан Абдрахимова.

ТОРМОШ АРБАЛАРЫ
ТОРМОШ АРБАЛАРЫ
Автор:
Читайте нас: