+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2022, 17:28

ҺАЙ, ТЕЛЕМ, БАЙ ТЕЛЕМ!

Тәүге баламды, ҡыҙымды, ҡулыма алғас, уға ҡарап һоҡланыуым сикһеҙ ине. Һөйәм, үбәм, еҫен еҫкәйем, ҡосаҡлайым, түшемә ҡыҫам. Миңзифа инәйемдең:- Ашап апара балаһын! Ништәп улайтаң ул тиклем? - тигәненә көләм генә.- Яратам бит һуң! Яратҡас, ҡалайтайым? - тием.Әсәйемдәргә барғайныҡ, минең был ҡыланышымды күреп, былай тине әсәйем:- Үҙ балаңа үҙ һоғоң тейһә, яман була. Илаҡ булып китер, ҡайһы ере ауыртҡанын да белеп булмаҫ. Быны әмәлдәү, имдәү ҡыйын. Кем яратмай үҙ балаһын? Һиндә генәме бала?Ана шунда ишеттем ҺОҠ һүҙен, ҺОҠ ТЕЙЕҮ тигәнде - 

ҺОҠ - һоҡланыу, (восхищение) һоҡландырғыс, һоҡланғыс (восхитительно) тигән һүҙҙәрҙең онотолоп барған боронғо тамыры.
Бала саҡта инәйҙәрҙән дә ишеткеләгән ҺОҠҺОҘ тигәнде "холоҡһоҙ" тип аңлап, тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ кешене әйтәләр микән тип уйлай торғайным. Баҡһаң, һоҡһоҙ - һөйкөмһөҙ, һөймәлекһеҙ, күрмәлекһеҙ, төҫкә сибәр, һылыу түгел, ямаҡай тигәнде аңлатҡан. Араға килен булып төшкән, кейәү булып килгәндәр ямаҡайҙарға инәйҙәрҙән бер баһа:
- Һоҡ тейгәндәй түгел былай...
Тағы бер нәмә иҫемдә гел.
Әсәйем икмәкте тәмле бешерҙе. Йыпырабыҙ икмәген, тик маҡтамайбыҙ, һоҡланыуҙы әйтмәй, өндәшмәй ашайбыҙ, сөнки әсәй тыйып ҡуйған:
- Һоҡтанмай ашағыҙ, ҡулыма һоҡ тейә, ҡулым яҙлыға.
Яңы ғына тыуған быҙау, бәрәстәрен, ҡаҙ бәпкәләрен ҡурсалап ҡына торҙо һоҡ тейеүҙән. (Арағыҙҙа берәүегеҙҙең күҙе ҡаты, ти торғайны ниңәлер. Мин булмағанмындыр ҙа ул?.. Юҡтыр.)
КҮҘЕГЕҮ, КҮҘ ТЕЙЕҮ тигәндең тас ҡына башҡортса, матур, тос мәғәнәле синонимы ул ҺОҠ ТЕЙЕҮ.
һОҠЛАНҒАНДА ЛА САМА БЕЛЕП ҺОҠЛАНА БЕЛЕРГӘ КӘРӘК, тип өйрәткән беҙҙе ололар.
Ошо һүҙҙе бер ҡасан да онотмайым, телемдән дә төшмәй. Боронғоларҙан ҡалған ҡомартҡы һүҙ ул минең өсөн. Шул тиклем матур һүҙ! Һай, үҙемдең телем! Бай телем!

(...Шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлөгөҙ һис бер сәбәпһеҙ һарғая башланымы? Һоҡ тейгән, тимәк! Иртә менән, ас ҡарынға, бисмиллалап, кемдән килһәң, шунда кит, тип, өс тапҡыр өрөп - төкөрөп ебәрһәң, ярҙамы тейә торған.)

Таңһылыу Ҡарасурина.

ҺАЙ, ТЕЛЕМ, БАЙ ТЕЛЕМ!
ҺАЙ, ТЕЛЕМ, БАЙ ТЕЛЕМ!
Автор:
Читайте нас: