Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы – беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур.
Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.
"Башҡортостан календары"нан.