Был йортта ҡасан булһа ла тыныслыҡ урынлашырмы, тигән уй йыш башына килә эттең. Былтыр бөйөрө ауыртыуына сыҙай алмай дауаханаға барған йорт хужаһын, эсһәң, оҙаҡламай үләһең, тип ныҡ ҡурҡытҡандар, ахыры, шул йөрөп ҡайтыуынан рюмкаға башҡа үрелмәне. Эсмәгәс, ғаиләһе ҡыуанды, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул...
Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ, тигәндәре дөрөҫ икән боронғоларҙың. Ире эсмәһә, бөтәһе лә яйланыр, тип өмөтләнгән ҡатын күп тә үтмәй был уйынан төңөлдө. Быға тиклем эсеп, һуғышып, тынғылыҡ күрһәтмәгән ире хәҙер юҡ-барға бәйләнеп, ваҡсылланып тәҡәтен ҡорота. Үҙе тапҡан аҡсаның ғына түгел, ҡатынының кеҫәһендәген дә һанап, йәненә тейә. Туған-тыумасаға ла көн бөттө. Уларҙы нисек етте, шулай рәнйетеп, үҙҙәренә юлды ябып ҡуйҙы. Шулай ҙа Аҡтүштең иң аптырағаны - ирҙең усаҡ-ҡаҙан тирәһендәге эштәргә ҡыҫылыуы. Күптән түгел бутҡаны бутап торһаң ғына бутҡа була, тигәнен ишетеп, күҙе маңлайына менгәйне. Ауылда аш-һыуға оҫта тигән даны сыҡҡан ҡатынына шулай аҡыл өйрәткәнен башына ла һыйҙыра алмай эт.
Ире эскәндә Аҡтүш хужабикәһенә сабырлыҡ теләне. Баҡһаң, түҙемлек һораған һайын һынауы ла өҫтәлә икән. Хәҙер ул ҡатындың сыҙамлы булыуын теләмәй, сөнки ирҙең эсмәһә лә күңеле боҙоҡ икәнен белә. Хужабикәһенең артабан да түҙеп, башын эйеп йәшәгәнен күргеһе килмәй. Былай ҙа күп сабыр итте. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ялан аяҡ күпме сығып йүгерҙе? Иҫерек абышҡаһының йоҡлағанын көтөп, эске күлдәксән көйө Аҡтүште ҡосаҡлап, эттең тән йылыһына йылынып ултырыуы ла бихисап.
Ә йорт хужаһының уның тиҙәгендә аунап ятҡан саҡтарының да иҫәбе-һаны юҡ. Тупһаһына барып етерлек хәле булмай, ҡапҡанан ингәс тә эт ҡыуышы янына йығыла торғайны. Айыҡ мәлендә төптө юҡҡа бәйләнһә лә, иҫерек сағында Аҡтүште ҡосаҡлап ятыр ине. Шулай нисәмә тапҡыр уны туңып үлеүҙән һаҡлап алып ҡалды. Эсеүен ташлағас, быларҙың бөтәһе лә онотолдо инде. Тегеләй үткәндә кәзекләһә, былай уҙғанда тибеп китә этте. "Ярай мин бәйҙә торам. Ә бына үҙе уңған, үҙе матур ҡатынды нимә тота икән? Ҡайҙа барһа ла, юғалып ҡалмаҫ ине бит, - тип уйлай Аҡтүш. - Сабырлыҡты күп теләнем, бынан кире һорамайым".
Шул саҡ өйҙән бүре олоғанға оҡшаған тауыш сыҡты ла тынып ҡалды. Эт һиҫкәнде. Тауышты баҡсала эш менән булған ҡыҙҙар ҙа ишетте, күрәһең. Ҡобаралары осоп, йүгереп өйгә инеп киттеләр. Ҡарт эт ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл тыуғанын бөтә күҙәнәктәре менән тойҙо һәм хужабикәһенә түҙемлек теләмәй, ҙур хата эшләүен аңланы: ҡатын иренең сираттағы ҡыйырһытыуын күтәрә алмай, бысаҡҡа үрелгәйне...
Ғүмер буйы ғаиләһенә, туғандарына көн күрһәтмәгән ирҙе аҡ халатлыларҙың ҡәҙерләп носилкала, ә кешеләргә тик яҡшылыҡ теләгән, матурлыҡҡа ғашиҡ булған, быға тиклем әҙәм түгел, себенде лә рәнйетмәгән ҡатындың ҡулын артҡа шаҡарып алып сығып китеүҙәрен күҙен әллә ни арала ҡаплаған томан аша ғына ҡарап ятты Аҡтүш...
Ғәҙел судтың иргә һалынған яраның үлемесле булмауын, ғаилә башлығының ғаиләһен рәнйетеп, көс ҡулланып йәшәүен, ҡатынды иһә, киреһенсә, ауылдаштарының тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлауын иҫәпкә алып, яратҡан хужабикәһенең аҡланып ҡайтыуын ғына күрә алманы. Йөрәге бер нисә айға һуҙылған ауыр ҡайғыны күтәрә алманы. Йәше лә оло ине шул...
Лена АБДРАХМАНОВА.