Һығылып-һығылып илағыларым килде хатта. Илаған булдым, әҙ-мәҙ күҙ йәшләндереп. Үҙемде йәлләп. Ситтән әйтһәләр бик тә ауыр шул ул.
Юҡ, артистарҙың уйынына, моңло йырҙарға, декорацияларҙың йылдам алмашыныуына һоҡланып хискә бирелдең, – тип оран һалды кире сифаттарым.
Һине тәнҡитләгәнсе, үҙҙәрен белһендәр. Ана ҡара, яратҡан прималарың, геройҙарының һүҙҙәрен онота, бик йыш импровизацияға күсеп китә. Элекке Заһир менән Ғәлиә түгел инде улар ҙа, – теш ҡорттары һөжүмгә күсте.
Эх, һеҙ, нәфсе аҙҙырыусы тойғолар. Китегеҙ, зинһар, йырағыраҡ китеп тороғоҙ әле. Бында рухи ҡиммәттәрҙең өҫтөнлөгөн иҫбатлаусы тамаша бара. Зариф, Заһиҙә, Азат, Зөһрәләр үҫеп еткән, ролдәрен хайран ҡалырлыҡ башҡаралар. Замана проблемалары ярып һалынған. Иҫ киткес, иҫ киткес тамаша, замана спектакле, – яҡшы сифаттарым да бирешмәй.
Проблема тигәндән, ул төшөнсә башҡортса – «мәсьәлә» тип әйтелә. Башҡорт телендә урыҫ һүҙҙәрен ҡушып һөйләү тормошта ғына түгел, хәҙер сәхнәне лә баҫып алды. Аңламаҫһың, «тел мәсьәләһен асып һалыу»мы, әллә инде «закрепление достигнутого»мы? – киреләр бизмәнде түбән тартыуҙы дауам итте.
Ә тамашаның һуңғы күренеше кире сифаттарҙы тулыһынса еңеүсе итте. Ул күренеш бөтөнләй кәрәкмәйҙер, моғайын. Альбинаның фатирҙан ҡолаҡ ҡағыуын алдағы күренештәрҙән: уның фатир асҡысын тәҙрә тупһаһына һалып сығып китеүенән, васыятнәмә төҙөү өсөн адвокат саҡыртыласағынан, Зариф Хәсәновичтың Зөһрәне үҙенең ҡыҙы икәнен төшөнөүенән билдәләп була. Башҡорт теленең байлығы булған кинәйәлектән тура телмәргә күсеү ҡасафаты. Адвокат аша васыятнәмә һәм үлгән атайҙан хат алып уҡығансы, алдағы күренештә Зөһрә ғүмерендә бер генә тапҡыр: «Атай, һин бар! Мин шундай бәхетле!» – тип әйтһә, һис шикһеҙ, бөйөк композиторҙың яңғыҙ булмауын, тәүге мөхәббәт емеше – ҡыҙының бәхете менән бәхетле булыуын аңлап, яҡшы сифаттарым тантана итер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай булманы.
Матди байлыҡ рухи байлыҡтан өҫтөн ҡуйылған заманала йәшәйбеҙ шул. Ысын ҡиммәттәрҙең хаҡын белмәйбеҙ. Бәлки, белергә теләмәйбеҙҙер. «Фатир ҙа булдымы бәхет?» – тигән уй менән башымды баҫып, гардеробҡа атланым.
– Дүртенсегә йорт-фатир алмаштырғас, кәштәң текә, – нәфсе ҡорто һаман битәрләй.
– Бәлки шулайҙыр. Тик, мин уларҙы хәләл көс менән таптым, атай-әсәйҙең, туғандарҙың ярҙамында үҙ ҡулым менән төҙөнөм. Дәүләт биргәнен, йәки атай үлгәнен көтөп ултырманым. Ә бына донъя малы, дан-шөһрәт артынан ҡыуып, ҡатыныма, балаларға, әсәйемә, туғандарыма иғтибарҙы етәрлек бүләмме һуң? Атай-әсәйҙән алған тормош һабағын улыма еткерә алдыммы? Мәрхүм атайым минән риза булып киттеме икән? Ысын ҡиммәттәр нимә ул?
«Бәхет хаҡы» тәрән уйға ҡалдырҙы, иҫ киткес шәп тамаша! Ә һеҙ уны ҡаранығыҙмы? Мотлаҡ ҡарағыҙ. Бөгөн була.
Рөстәм Нурыев.