Әсәй ҡайтҡас, йәһәтләп ишекте асты, ҡустымды сығарып, ҡулын тотоп ҡараны ла, ныҡ өшөмәгәнһең, ярай, барығыҙ, һарыҡтарҙы ҡаршылағыҙ тине. Үҙе йүгергәнебеҙҙе артыбыҙҙан ҡарап ҡалды.
Атайым кисен ҡайтҡас, ҡустым менән кәртә яғында нимә һөйләшкәндәрҙер - миңә билдәһеҙ, әммә аш алдынан атайымдың: "Улай бәләкәй баланы ҡурҡытаһың, малай бит ул", - тигәнен, ә әсәйемдең: "Урлашырға өйрәнмәһен", - тип, тағы әллә нимәләр тип шыбырлашҡандарын ишетеп ҡалдым. Ә беҙгә нимә, донъя түңәрәк, апайыбыҙ икебеҙгә икмәккә ҡаймаҡ һылап, әсәйҙән йәшереп кенә күп итеп шәкәр һибеп бирҙе. Киске ашты ла көтмәйенсә, тәмләп ашап ултырабыҙ. Хәҙер киске ашҡа саҡырасаҡтар, шунан күмәкләп ултырып аш ашайбыҙ. Әсәйгә үпкәләү тураһында уй ҙа юҡ, тимәк, шулай кәрәк, тигәнбеҙҙер инде...
Хәҙер инде үҫтек. Апайым Себер яғына кейәүгә сығып китте, шунда йәшәй. Ғаиләһе менән йылына бер ҡайтып китә. Ә бына ҡустым менән беҙ йышыраҡ осрашабыҙ. Уның үҙенең ғаиләһе, балалары бар, ата-әсәйем менән бергә йәшәй. Шул саҡтағы биш йөҙ һумға һағыҙ һатып алырға маташҡан малайҙың хәҙер инде үҙ магазины бар", - тип көлөп һүҙен тамамланы Лилиәбеҙ.
Бына шулай, һәр кем үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөп, өйҙәргә таралыштыҡ. Ысынлап та, һәр өй, ғаилә үҙенсә шул, үҙ ҡалыбы менән йәшәй. Һәр бала ғаиләһендә үҙенсә тәрбиә ала, һәр замандың үҙ талабы. Беҙ бала саҡта, бәлки, шулай келәткә ябыу һымаҡ ҡаты тәрбиә лә ярап ҡалһа, хәҙерге заманға тап килмәй. Хәҙерге көндә ата-әсәләр балаларына бигерәк тә иғтибарлыраҡ булһын ине. Элек муллыҡ етмәһә, бөгөн бер нәмәлә лә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, әммә матур кейендереп, ашатыуҙа ғына эш тормай. Балаға күңел йылыһы, иғтибар һәм дә изге йөрәк кәрәктер тием. Донъя көтөшөбөҙ элекке тормоштан бик ныҡ айырыла. Яманлыҡ менән яҡшылыҡты айырып, әхлаҡи яҡтан, психик яҡтан боҙолмай үҫкән балалар ҡулына ҡала бит киләсәк тормош. "Бына ошо тәрбиә буйынса үҫтер баланы", - тиеп, берәү ҙә аныҡ ҡына ҡағиҙәләр йыйылмаһын ҡулыңа тоттора алмай. Әммә ғаиләлә дөрөҫлөк, эшһөйәрлек, дуҫлыҡ, тырышлыҡ, балаларға тейешенсә иғтибар һәм башҡа яҡшы төшөнсәләр буйынса йәшәйҙәр икән - бала бик тиҙ отоп ала. Ул ата-әсәһенән үрнәк алып үҫәсәк тә. Уйланырға урын бар.
Зимфира ҠАСҠЫНОВА.
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы.