Бәхетле ҡатын. Хикәйә-монолог
Бынау Нәсимәләрҙән бер ҙә кеше өҙөлмәй. Береһе инә, береһә сыға. Уларҙың иҙәндәре лә тап таҙа, йыһаздары ла матур көйө. келәмдәрен бер ҙә көйә ашамай. Минекен, бер кем дә инмәһә лә көйә ашап бөтөп бара, йыһаздарымды аҙна аҙағына туҙан баҫа. Өс бүлмәне лә йыйыштырып арып бөтәм. Шулай ҙа, барыбер аңламайым: Нәсимә нимәгә ҡыуана ла, ниңә үҙен бәхетле һанай. Ҡасан барһаң да ауыҙы ҡолағына еткән, әле бер, әле икенсе ҡыҙыҡ хәлде һөйләй. Ейәнсәренең уңыштары менән маҡтанып бер була. Әйтерһең уның ғына ҡыҙы бар ҙа уның ғына…
Минеңме? Минең фатирым ғына түгел, министрҙарға түләгән эш хаҡын алырлыҡ эшем бар. Хужаларға матур итеп йылмая белһәң, табалар улар шундай эште. Әле кассала бер фатирлыҡ аҡсам ята. Теге юлы Нәсимә получкаға ҡәҙәре 500 һум һораған була. Нишләп бирәйем ти мин уны? Әхирәтем булһасы? Бер бирҙем инде. 100 һумымды ике ай буйы тотто. Хәҙер аҡылландым. Береһенә лә бирмәйәсәкмен. Бәхетлебеҙ, тип йылмайып йөрөйҙәр бит, әйҙә әҙерәк этләнһендәр. Бер тапҡыр тыуған көн тигән булып, кешенән күреп, өйөмә биш танышымды ҡунаҡҡа саҡырғайным. Быяланан булһа ла аҡсаға алынған бит, бер фужерымды ватып киттеләр. Өс мең аҡсамды түгеп ризыҡ алдым, бер меңлек бүләк килтергәндәр. Эй матур итеп һөйләгән булалар. Көнө буйы магазиндан эҙләп алдыҡ тиҙәр. Һинең бөтә әйберең булғас, нимәне алырға белмәйбеҙ, тиҙәр. Ул һауытты асып та ҡарамағанмын әле. Бер мең тигәс, ышандым инде. Ҡана, ҡарайым әле?
Вәт, көлгәндәр былар минән? Икенсе берегеҙҙе өйөмә аяҡ баҫтырһаммы? Ҡумта тулы теге ни, эт сынйыры, уны тәрбиәләй торған ҡаҡы-шоҡо инде. “Һинең дә бәхетле булыуыңды теләйбеҙ” тип яҙғандар тышына етмәһә? Мине әллә эткә тиңләйҙәр микән? Туҡта, барып был Нәсимәнең кәрәген биреп киләйем әле. “Бәхет”тең нимә икәнен күрһәтәйем.
Әллә өйҙә ҡырын ятып гел телевизор ҡарай торғас, һимереп киткәнмен инде. Тын ҡыҫыла. Шәп атлап булмай ҙаһа? Бынау эскәмйәгә ултырып ял итмәһәм. Ана, минең кеүек бер ҡатын эстән генә мөңрәй-мөңрәй үҙе кеүек үк йыуантыҡ, тыршыҡ танаулы этен эйәртеп паркта ял итеп йөрөй. Йөҙө ҡәнәғәт. Ул да бәхетлелер моғайын.
– Нимәгә ҡыуанаһың? – тинем түҙмәй теге ҡатын яныма килеп ултырғас.
– Бына, ҡартайғас ҡына бәхеттең нимә икәнен белдем,– ти был, минең уйлағанды һиҙгәндәй.
– Йә, әйтегеҙ, нимә? – тип тегенән яуап көтәм.
– Кемгәлер кәрәк булһаң, ана шул икән ул бәхет, – тине тегеһе уйсанланып китеп. “Һин кемгә кәрәкһең?” тип саҡ һорамай ҡалдым. Улай тәрбиәһеҙлек була. Теге ҡатын янындағы этен һыйпаны ла уның күҙҙәренә ҡарап:
– Һин дә бәхетлеһең, шулаймы? Күрәһеңме, беҙ икебеҙ ҙә бәхетлеләр,– тип ҡәнәғәт йылмайҙы ул. Ул да минең ише оло фатирҙа япа-яңғыҙ көн күрә икән. Миңә үҙем кеүек тәрбиәле, сибәр, уңған, аҡыллы ир-егет осрамағанға бер ҙә кейәүгә сыҡмағайным, ә уның ире лә, улы ла бер көндә аварияла һәләк булғандар. Уларҙан иҫтәлеккә ошо эттәре генә ҡалған икән.
Килһә килә бит был башҡа ҡыҙыҡ уйҙар? Күҙемә “Зоомагазин” яҙыуы салынды. Әллә, мин әйтәм, теге ҡатын кеүек… Сынйыр, тараҡ, шампундар һатып алаһы юҡ. Әхирәттәрем юҡҡа ғына шулай итмәгәндәрҙер. Бәхеттең нимә икәнен мин дә татып ҡарайым әле.
Сумканың төбөнән әле генә һатып алған көсөгөм шыңшығаны ишетелде. Юл ыңғайы магазиндан һөт, колбаса алдым. Хәҙер, ҡайтып ҡына етәйем әле, үҙеңде туйындырып алырмын. Ә Нәсимәгә аҙаҡҡараҡ икәүләп,... һы, ҡыҙыҡ икән, хәҙер икәүләп тип әйтә алам, эйе, икәүләп барып хәлдәребеҙҙе һөйләрбеҙ. Бер мәҙәк булыр. Гел генә башҡаларҙың “мин бәхетле” тип маҡтанғанын күпме тыңларға була?!
Лилиә Һаҡмар.