Ғаиләһендәге күңелһеҙ хәлдәр тураһында хәбәрҙар инем, әлбиттә, шуға ла: "Эй, балаҡай, тыуған ерендә, үҙ өйөндә, үҙ ғаиләһендә тапмаған бәхетте сит тарафтарҙан табырмын, тип уйлай, күрәһең",- тип йәлләгәйнем уны ул саҡта.
Ҡала ятаҡханаларының береһендә көндөкөн-көнгә ялғап көн күргән ғаиләлә үҫкән әлеге үҫмерҙең: "Ҙурайғас, сит ил машинаһы алып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырасаҡмын әле", - тигән һүҙҙәре лә онотолмай. Яңыраҡ уның колонияла ултырыуын ишеттем. Һәм быға бер ҙә ғәжәпләнмәнем. Ғаиләләге агрессиянан, хәйерселектән, мохтажлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан ҡасып, йөҙәрләгән, меңәрләгән бала енәйәт ҡорбанына әйләнгәндәр, йә ошо сит ил машинаһы тураһында хыялланған малай кеүек, енәйәт юлына баҫҡандар аҙмы ни?
Мәктәптә лә, ғаиләлә лә үҫмерҙәргә битарафлыҡ күрһәтмәйек, сыуалышлы, үкенесле яҙмыштарға юл ҡуймайыҡ, тип әйтке килә. Ана бит, "...файҙалы кеше буласаҡмын" тигәндәре лә юлдан яҙырға әҙер тора. Ә бит дөрөҫ йүнәлеш биргәндә ысынлап та тыуған еренә файҙалы кеше булыр ине ул.
Лена АБДРАХМАНОВА.