–Тәүге риүәйәттә ни өсөн атай кеше улына фәҡәт ошондай васыят әйтеп ҡалдырҙы икән? Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына кеүек: улы атаһының васыятын үтәп, мәсеткә бара һәм уның донъялыҡта ҡалған берҙән-бер үтенесен һәм үкенесен бойомға ашырып ҡуя. Үәт, маладис, ҡайһылай тыңлаусан вариҫы, тоғро вә маҡтаулы улы бар атай кешенең, тип кенә ҡуйырлыҡ. Күп осраҡта ошоноң менән һүҙ ҙә тамам булыусан.
Әммә ошо васыятта халҡыбыҙҙың тәрән аҡылы ла йәшерелгән. Халыҡтың йәшәү йөкмәткеһен тәшкил иткән йола-традицияларҙың икенсе төрлө атамаһы ла бар: ғөрөф-ғәҙәт. Тап ошо атамала ята был васыят мәғәнәһе. Ҡырҡ көн һуҙымында мәсеткә йөрөгән улы ҡырҡ беренсе көндә үҙе теләп унда килә. Йәғни уның был ғәмәлдәре ғәҙәтенә күсеп, уның холҡон формалаштырыуға булышлыҡ иткән. “Ҡырҡ” һанының тап шулай аталыуы хаҡында ла фараз йөрөтөргә мөмкинлек бирә был дәлил. Ни өсөн тигәндә был һан осраҡлы рәүештә генә “ҡырҡ” тип аталмаған. Йәғни ул ҡырҡылыуҙы, үҙгәреүҙе аңлатҡан һан. Ҡырҡ йәшендә кеше ғүмерлеккә йәшлеге менән хушлаша, мәрхүмдең ҡырҡын уҡытҡанда мәрхүмдең йәне хәтеренән айырылып, ҡырҡылып мәңгелеккә табан юллана, тиҙәр.
Хәҙер инде ошо схеманы йолаға бәйләп фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Әгәр ҙә кеше үҙе башҡарырға теләмәгән, әммә мотлаҡ башҡарырға тейеш булған ғәмәлде ҡырҡ көн буйы, үҙ теләгенә ҡаршы килеп булһа ла, башҡарһа, ҡырҡ беренсе көндә был ғәмәле уның ғәҙәтенә әүерелә, ғәҙәттән холоҡ формалаша. Ә нимә һуң ул холоҡ? Уны икенсе төрлө характер тиҙәр. Холҡоң (характерың) нисек булһа, яҙмышың да шундай уҡ. Тимәк кеше үҙ яҙмышын үҙгәртә алмай, тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бының өсөн ни бары кешегә ҡырҡ көн һуҙымында ҡаратырышлыҡҡа көйләнгән фиҙаҡәрлек кенә талап ителә. Әйтәйек, кеше ялҡау икән, уның был хәләте холҡона ла күскән. Шул кеше үҙ-үҙен еңеп, иртә таңдан тороп ҡырҡ көн һуҙымында йүгерһә, ҡырҡ беренсе көндә автоматик рәүештә һикереп тороп йүгерәсәк. “Мин эсеүемде ташланым” тигән яҙмаларымда мин был хаҡта яҙып үткәйнем инде.
Нимә һуң ул йола? Йола ул көн һайын, йә ай һайын, йә йыл һайын башҡарыла торған ғәмәл, байрам йә булмаһа сара. Әгәр әҙ ул ғәмәл, байрам, сара даими башҡарылһа, улар айырым кешене генә түгел, халыҡты, милләтте тәрбиәләр, уны көслө һәм рухлы итер ҡөҙрәткә эйә. Беҙ күп осраҡта йола-традицияларҙы үтәүҙе формализм һымаҡ күреп өйрәнгәнбеҙ. Сөнки башҡа төрлө электрон һәм һанлы әүрәткестәре күп заманда халыҡтың йола-традицияларын үтәү күңелһеҙ һымаҡ та булып күренә. Әммә, риүәйәттә әйтелгәнсе, беҙ халҡыбыҙҙың йола-традицияларын, ғөрөф-ғәҙәтен мотлаҡ үтәргә бурыслыбыҙ. Үҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙең ошонан да һөҙөмтәлерәк юлдары бармы икән һуң? Әйтәйек, әгәр ҙә балағыҙ ҡырҡ көн һуҙымында Интернет артында, смартфон ҡосаҡлап ултыра икән, ҡырҡ беренсе көндә һуң булыуы ла бар бит.
Һуңғы йылдарҙа хатта ауылдарҙа ла балаларҙың тыуған телдәрендә аралашмауы хаҡында күп зарланабыҙ. Әйҙәгеҙ, иждиһат һалып, уларҙы ҡырҡ көн буйына башҡортса һөйләштереп ҡарайыҡ та, ҡырҡ беренсе көндә шым ғына урамға сығып, ниндәй телдә аралашыуҙарын тыңлап ҡарайыҡ. Һәр хәлдә, тел мөхите булдырыуҙың был алым иң һөҙөмтәле ысулы булыуы бик мөмкин.
Халыҡты халыҡ иткән йола-традицияларҙың ғөрөф-ғәҙәт тип аталыуы ла тап ошонан киләлер. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы дәлил: ни өсөн төрмәләрҙе икенсе төрлө “холоҡ төҙәтеү учреждениеһы” тип атайҙар икән? Үкенескә ҡаршы, ул урындан байтаҡ кешеләр, киреһенсә, боҙолоп сыға шул.
–Икенсе риүәйәттең дә йола-традицияларға бәйле әһәмиәте хаҡында фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы.
Алтын менән көмөш яуған ерҙән
Тыуып та ғына үҫкән ил яҡшы,
тип йырланыла халыҡ көйөндә. Быға оҡшаш йыр һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәр бик күп халыҡ ижадында. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип тә әйтелә. Шулай ҙа, риүәйәттән сығып фекер йөрөтһәк, аҡыл алмағасы ни өсөн һәр кемдең тыуған ерендә үҫә һуң? Ни өсөн башҡаларҙың тыуған ерендә, сит яҡта һинең үҫмәй һуң?
Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Батырхан Мырҙабаев сығыш яһап, унда бик ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйне: “Милләттәштәребеҙ яҡшы йәшәү шарттары, оҙон аҡса эҙләп сит илдәргә, себерҙәргә юллана. Улар хатта республикабыҙ өсөн һалым да түләмәй, башҡалар өсөн хеҙмәт итә. Ситте төйәк итеүселәр үлергә тыуған еренә ҡайтһын ине. Исмаһам тәндәре сереп, тыуған ерҙәренә ашлама булыр ине...”
Ни өсөн Басир ҡарт үҫмергә үҙенең янында бер йыл булыуҙы тәҡдим иткән һуң? Уның көсөн файҙаланырға теләгәнме? Йомошсо малай итеп алырға уйлағанмы? Ғөмүмән, ниндәйҙер алмағастың алмаһын тәмләгәндән генә кеше аҡыллы булып китә аламы икән? Минеңсә, риүәйәттең төп фәтеүәһе ошонда яталыр ҙа. Әйтергә кәрәк, тап йола-традицияларға бәйле фәтеүәһе. Аҡыл алмағасы хикмәтенең алмағаста ла, алмала ла түгеллеген генә аңланымы икән егет кеше? Ай-һай! Сөнки Басир олатай үҙе әйткәнсә, һәр кемдең аҡыл алмағасы уның тыуған ерендә генә үҫә. Был мотлаҡ үтәлергә тейешле, тимәк йолаға тиң ҡағиҙә.