-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 20:57

Яратҡан уҡытыусыбыҙҙы әрәм итте «йәшел йылан»...

Ауылға уҡытыусы булып килеп, эшен шул тиклем бирелеп башҡарған, балаларҙы яратҡан, уларға яҡты юл күрһәткән, ләкин үҙе эскесе иргә сығып әрәм булған йәш ҡатындың әсе яҙмышы күптәрҙе уйландырыр. Ниңә ауылдаштары, айырыуса хеҙмәттәштәре - педагогтар уны аңлап, ваҡытында ярҙам итергә ынтылмаған?..«Һигеҙенсе класҡа барғанда мәктәпкә яңы уҡытыусы апай килгәйне. Бик ҡупшы кейемле, ыҫпай, һылыу. Беҙҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар Сәлимә апайҙы - 

Башҡа уҡытыусыларҙан үҙенең тормошҡа заманса, йәштәрсә ҡарашы, дәртлелеге менән айырылып торғандай ине ул. Балалар менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, ихлас, тиң күреп һөйләшә, һәр саҡ яңы идеялар менән яна, беҙҙе лә рухландыра, ял көндәрендә экскурсияларға алып йөрөй. Тирә-яҡ урман-ҡырҙарҙың атамалары менән ҡыҙыҡһына, белмәгәндәрен ололарҙан һорашып килергә ҡуша. Сәлимә апай килгәс, мәктәпкә һәр беребеҙ атлығып йөрөй башлағандыр тип уйлайым. Дәрестәре лә йәнле үтә ине, класс сәғәттәре лә гел ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды: яңы илдәрҙә тиҫтерҙәребеҙҙең нисек йәшәүе тураһында белдек, бығаса ишетмәгән һөнәрҙәр менән таныштыҡ, эскелектең, тәмәке тартыуҙың ахырҙа нимәгә килтереүе тураһында аныҡ миҫалдарҙа ишеттек һ.б. - ҡыҫҡаһы, ҙур тормош һабағы алдыҡ беҙ унан. Ата-әсәһе эсергә әүәҫ ғаиләләге балаларға ныҡ ярҙам итеүе лә хәтерҙә.

Унды тамамлағас, кемебеҙ ҡайҙа уҡырға инде, эшкә урынлашты, беребеҙ ҙә тормошта юғалып ҡалмай үҙ урынын тапты - бында Сәлимә апайыбыҙҙың да өлөшө барлығын танымай булмай.

Тик уҡытыусының үҙ ғүмере генә бәхетһеҙ, ҡыҫҡа булды. Сәлимә апай ауылда яманлығы менән дан алған ялҡау егеткә кейәүгә сыҡты, бер-бер артлы ике бәпәйҙәре тыуҙы. Йүнһеҙ ире эсергә лә ярата ине. Шуға ғаилә тормошон Сәлимә апайҙың яңғыҙына һөйрәргә тура килде. Дәртләнеп эшләгән апайыбыҙҙың һүрелеп, һүнеп ҡалыуы, эсештереүе, һуңғы осорҙа дәрестәрендә үҙен сәйерерәк тота башлауы тураһында хәбәрҙәр йөрөнө - ул ваҡытта мин инде ауылдан сығып киткәйнем, был турала ишетеп кенә белдем. Дәрестә йыш ҡына башы ауыртыуға һылтанып, ауыҙын ҡаплап ултырыуҙары, уҡыусыларға күберәк үҙаллы эш ҡушып сығып китеүҙәре йышайған, эшкә килмәгән саҡтары ла булған. «Эй йәлләйем Сәлимәне, уңмаған юлды ниңә ҡыуалыр инде?..» - тип уфтаныр ине әсәйем. Был һүҙҙәрҙең ғаилә тормошона - ире менән мөнәсәбәтенә ҡарата әйтелгәнен хәҙер аңлайым инде.

Эх, уҡытыусыбыҙ шул саҡта хеҙмәттәштәренең, яҡындарының аңлауына, яҡлауына мохтаж булғандыр ҙа... Әҙме ни эргә-тирәһендәгеләр ярҙамында йығылмай ҡалған кешеләр?.. Ә директор урынбаҫары булып эшләгән ҡатын, киреһенсә, Сәлимә апайҙы аңдып, ошаҡлашып, тиҙерәк ҡыуҙырыу яҡлы булған һәм маҡсатына өлгәшкән дә. Уҡытыусыбыҙҙы көн ҡалдырғаны өсөн статья менән эшенән ебәргәндәр. Ошонан һуң ул күҙ алдында шиңгән. Аяҡҡа баҫырға яңғыҙының булдыра алмағанмы, әллә теләмәгәнме... Ә берҙән-бер көн уны үле килеш тапҡандар. Сәбәбен аныҡ ҡына белә алманылар. Эсеп үлгәндер, тиеүселәр булды. Әммә яҡшы кеше тураһында һис тә яман уйлағы килмәй. Ире иһә юғалтыуға әллә ни ҡайғырмаған да шикелле, бер аҙҙан ауылдаш ҡатынға инеп йәшәй башлаған. Ә балаларҙы Сәлимә апайҙың атаһы менән әсәһе алып ҡайтҡан.

Бына шулай, беҙҙе дөрөҫ юлдан атларға, юғарыға, бәхеткә ынтылырға өйрәткән уҡытыусыбыҙ үҙе әсе яҙмышы алдында бөгөлөп төштө. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпме уҡыусыһының күңеленә изгелек орлоҡтары һалып, яҡты эҙ, матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы ул. Эх, эскесе иргә сыҡмаған булһа, үҙе лә эсмәһә, яҙмышы ҡайһылай сағыу, ихтирам-хөрмәткә төрөлгән булыр ине лә бит. Барыһына ла шул «йәшел йылан» ғәйепле... Был афәткә ҡаршы бергәләп ҡаршы торорға, эскелек ауына эләккәндәргә ярҙам итергә ынтылһаҡ ине».

(Элекке уҡыусының хәтирәһенән).
Әҡлимә Ғиззәтуллина яҙып алды.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-109622739_47997%2F7e47965f316022f700

 

Яратҡан уҡытыусыбыҙҙы әрәм итте «йәшел йылан»...
Яратҡан уҡытыусыбыҙҙы әрәм итте «йәшел йылан»...
Автор:
Читайте нас: