...Бынан 70 йыл элек ҡайным Солтанов Әхмәтсафаның бер туған ҡустыһы Хәмитулланың ғаиләһендә ир бала донъяға килә.Уға Шамил тип исем бирәләр . 1952 йылдың 4-се февралендә була хәл.
Ә бер айҙан һуң ошо уҡ ауылда Аккужиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ донъяға ауаз һала.Ҡыҙыҡайҙы Ғәлимә тип нарыҡлайҙар.
Бына шунан һуң Солтановтар менән Аккужиндар ҡоҙа булышырға һөйләшеп, бишектәге сабыйҙарының ҡолағын тешләтеп бер бишеккә һалып ҡуялар.
Туғанлашып гел генә саҡырышып, үҙ-ара ҡатышып йәшәйҙәр.
—Мин үҙем бәләкәй саҡта, буласаҡ ҡайнымдарҙы, беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ ҡоҙалар тип саҡырып йөрөгәнемде иҫләйем. Тағы 5-сегә күрше ауылға уҡырға барғанда мин ауырып һуңлап барҙым.Класҡа инһәм миңә урын юҡ.Шул саҡта Шамил,кил яныма ултыр, тип саҡырып алды тип хәтерләп ала еңгәйебеҙ.Әйе, ҡатын-ҡыҙ булараҡ уның менән һөйләшәбеҙ инде. Ҡайнаға булғас Шамил ағайҙан ул турала һүҙ ҡуҙғатҡан юҡ әлегә.
Ошо йәрәшеү тарихы Йыһанға өлгәшеп, Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡабул итеп, йәшәүсе был парҙарға —бына инде 70 йәш!!!
Икеһе лә ошо ауылда тыуып, ошонда хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡтылар.
Ҡайнағабыҙ балта оҫтаһы,умартасы булып дан алһа,еңгәйебеҙ бухгалтер булып эшләне.Хаҡлы ялға сыҡҡас баҡса эшен ҙур кинәнес менән башҡара.
Ауылыбыҙҙа мәсет төҙөгәндә мәсет манараһын ҡайнағабыҙ, ҙур кинәнес менән үҙе эшләп бирҙе. Сауабын насип итһен Аллаһ.
Әлбиттә, күркәм юбилейы менән ҡотларға ла барҙыҡ...