Тәүгеһен түңкәреп тә өлгөрмәнеләр, мөдир рюмкаларҙы йәнә тултырҙы:
- Беренсеһе менән икенсеһе араһында пуля осоп үтеп өлгөрмәҫкә тейеш, күтәреп ебәрегеҙ әле, Ғамил Тамилович!
Был юлы “иҫәнлеккә-һаулыҡҡа” тиеү менән сикләнеп, ауыҙҙарына түңкәреп кенә ҡуйҙылар. Фәнүрә лә шарапты маҡтай-маҡтай һурып ултыртты. Табындағыларҙың телдәре асылып китте, ҡысҡырыбыраҡ һөйләшә башланылар.
Мөдир сәнскегә йә тоҙло ҡыяр, йә бәшмәк эләктереп оло ҡунаҡҡа һона, һимеҙ ҡаҙы-ял, ҡаҙ иттәрен уның алдындағы тәрилкәгә өҫтәп, ризыҡ ҡалдыҡтарын йыйып алып ҡына тора. Ҡунаҡтың ни көҫәгәнен бер ҡараштан ғына күрә һалып тороуын әйт! Бер аҙ ҡапҡылап алғас:
- Беҙ бит эске мәжлесенә йыйылмағанбыҙ, әйҙә әле, Йәнифә һылыу, былбыл тауыштарың менән табыныбыҙҙы хозурлап ебәр, - тине сәхнәләрҙән ҡупшы һүҙҙәр әйтергә өйрәнгән теле менән йыумалап.
Ҡыҙарып ҡына байып барған ҡояштың һүрән нурҙары күкһел монар эсенә инеп һүнә башлағайны инде. Ошо ваҡытҡа ғына хас булғанса урман эсендә ҡоштар сорлашып алды ла тынды, үлән араһындағы һанһыҙ сиңерткә тауышы барыһын да еңеп китте. Йәнифә йыр башланы. Айҙар шунда уҡ кәрәкле нотаны алып, һыҙҙырып уйнап ебәрҙе. Әйтерһең, ошо йыр менән тәбиғәт үҙе моңлана – ағастарҙы һиҙелер-һиҙелмәҫ күтәрелеп томан бөркәне, ҡояш батҡан яҡтағы офоҡ ал-ҡыҙыл төҫтәрҙең һәммә гөлләмәһен балҡытып, шәмәхә төҫкә инде. Хатта һаҙлыҡтағы барҡылдаҡтың ғар-ғор килеп ҡуйыуы ла көйгә ятып ҡына торған кеүек тойолдо. Бер туҫтаҡ ҡаймаҡ эскәндәй булдым, тип маҡтаған булыр ине ире ул йырлағанда.
Йыр тамамланғас, ҡул сапҡан булдылар. Әй Раббым, эскән кеше күңелен күреп ултыр инде ошонда, моң әрәм итеп, тип әрнене ҡатын. Ниңә был түрә-ҡараның бәғзеһе үҙен донъя кендеге кеүек тота ла, күңел асыуға хирыслана, ҡул аҫтындағы барса күрмәлекле ҡатын-ҡыҙҙы үҙ түшәлкеһе, ә ир-атты хеҙмәтсеһе итеп тип һанай башлай икән!
Һин түрә саҡта мин иҫәр, мин түрә булғас, һин иҫәр – бынау икәүҙең ҡыланышын кәмит итеп кенә күрһәтергә бит!
Ҡайтып ҡына йомшаҡ түшәккә тәгәрәргә лә татлы йоҡоға талырға ине – арыған ул бөгөнгө сығыштан, бынау бәндәнең һөмһөҙ ҡараштарынан!
Инде һүҙҙе Ғамил Тамилович алды.
- Мин был аяҡты мөхәббәт өсөн күтәрергә тәҡдим итәм, - тигән булды ул Йәнифәгә бик мәғәнәле ҡараш ташлап. – Мөхәббәттән кеше ярала, мөхәббәт кешегә ҡанат ҡуя, мөхәббәт көслө итә, юлдағы бар кәртәләрҙе алып ташлай…
Был тосты ул ҡасандыр, кемдәндер ишетеп, йылдар буйы бар мәжлес-табындарҙа ла һөйләп йөрөйҙөр, ятлап алынғаны һиҙелеп тора. Артабан тыуған илгә, ата-әсәгә, балаларға һөйөү тураһында тылҡыр… Шау яңғырауыҡ был һүҙҙәр Йәнифәгә ҡыҙыҡһыҙ ине. Мейеһен бер уй бырауланы – быларҙан нисек ҡотолорға?
Ниһайәт, түрәнең һүҙе тамам булды, клуб мөдире рюмкаһын тотоп һикереп үк торҙо:
- Ғамил Тамилович, һеҙҙең тост өсөн аяҡ өҫтө генә эсергә кәрәк!
Ҡатындар ҡалҡына башлағас, ҙур түрә киң күңеллелек күрһәтеп, ултырырға ишара яһаны, әммә үҙе ауырлыҡ менән артын күтәреп тороп баҫты. Улар сәкәшеп эскән ыңғайында Йәнифәнең рюмкаһы йәнә бушап өлгөрҙө. Ҡырмыҫҡалар ғына йәл, иҫерешеп бөтәләр инде… Көлөрһөң дә, иларһың да…
Бәй, юҡҡамы нисәмә йылдар үҙешмәкәрлектә уйнап йөрөй, шуның бер ғәмәли файҙаһын да күрмәгәс! Ул ҡапыл башын тотто, унан ауыр тын ала башланы:
- Уй, аллергиям башланды бит, быуа!
Ирҙәр албырғап китте, Йәмиғнур өтәләнеп йүгерекләргә тотондо, машина янына барып, аптечкаһын аҡтарғыланы.
- Бер нәмәң дә юҡмы ни, аллергия булғас, ниңә дарыу тотмайһың ҡул аҫтыңда? – тип ҡатынға асыулана башланы.
- Бар ҙа ул, тик бүлмәмдә ҡалған…
Йәмиғнур йәһәт кенә машинаһы яғына ыңғайланы, водителенә ҡатындарҙы оҙатып ҡуйырға ҡушты ла ситкә алып китеп бышырларға тотондо. Эскән кешенең сер генәһе инде! Һаҡ ҡолаҡ Йәнифәгә:
- Хәле насарая башлаһа, төшөр ҙә ҡалдыр, ул-был булһа, белмәнең дә күрмәнең, аңланыңмы? Белмәнең дә күрмәнең! – тигәне ишетелеп ҡалды.
Тегеһе машинаға ултырғас, бер ни әйтмәй ишеген шартлатып япты – бар ҡиәфәте, ҡыланышы етәксеһенә лә, мажара эҙләп йөрөгән “еңел холоҡло” ҡатындарға ла мыҫҡыллы ҡарашын белдереп тора ине. Газға баҫты ла, артта ултырған ҡатындарҙың таңҡы-тоңҡо бәрелеп-һуғылып килеүҙәренә лә иғтибар итмәй, һикәлтәле соҡор-саҡырлы урман юлынан мөмкин булған тиҙлек менән ҡыуа башланы.
Ярты сәғәттән Йәнифә үҙе хыялланғанса йомшаҡ түшәгендә наҙлана ине инде. Фәнүрә генә яңынан биҙәнеп-төҙәнергә тотондо.
- Һин аллергиялы кеше, ятып тор, мин әҙерәк тыпырҙатып, дәртте баҫып киләм әле, - тине ул әхирәтенә. - Әллә бергә бараһыңмы?
- Юҡ-юҡ, хәҙер мөдирҙең ҡолағына төшөрөрҙәр, - тип көлдө Йәнифә. – Бар әйҙә, күңел асҡың килгәс.
Душҡа инеп, йыуынып-сайынып алғас, сетерекле хәлдән шулай анһат ҡотолоуына ҡыуанып, татлы йоҡоға талды.
Иртәгәһенә Йәмиғнур репетицияға килгән ҡатындарға ҡырын-ҡырын ҡарап алғыланы, әммә бер ни ҙә өндәшмәне. Исмаһам, исем өсөн генә булһа ла хәлде лә һорашмай, тип уйлап ҡуйҙы Йәнифә. Хәйер… Ул-был булһа төшөр ҙә ҡалдыр, тигән бәндәнән ни көтәһең!
Киләһе аҙнала ла ял итеүселәр алдында концерт ҡуясаҡтар икән. Шуға йәнә бер-ике йыйылып, номерҙарын ҡабатлап алырға килештеләр.
Йәй, аяҙ матур кистәр… Бүлмәләрҙә ултырыусылар юҡ тиерлек, барыһы ла бейеү майҙансығына, клубҡа йә урманлы тау битләүе буйлап һалынған һуҡмаҡтар яғына ағыла. Айҙар һәр ваҡыттағыса түңәрәктең уртаһында.
Үҙе лә инәлтеп тормай, төн уртаһына тиклем бер бот картуф ауырлығы баянды күтәреп һуҙғылауҙан ялҡмай һыҙҙыра ғына, ҡайҙан көс таба тиһең... Фәнүрә иһә өҙә баҫып бейей, ул да инәлтә торғандарҙан түгел – нисек елеге ҡағылып төшмәй шул тиклем тыпырҙатыуына! Әхирәте ситтән генә күҙәтеп торорға ярата, моң һандығын теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә кем алдында асып бармай, алтын һаҡлағандай һаҡлай. Уның был ғәҙәтен белеп бөткәндәр, бик яуаплы концерттарға ғына саҡыралар эштә лә.
Тик Айҙарҙың уйнауы Йәниф әне лә һис битараф ҡалдыра алманы – тауышыңды бар аһәңе менән асып, байытып ебәреүсе музыкант әллә ниҙә бер тап килә бит ул. Дөрөҫөн әйткәндә, ошоғаса уның кеүек бармаҡтарынан гәлсәр ҡойолған музыкантты осратҡаны ла юҡ ине. Көйҙәрҙең бөгөлдәре тап ул уйлағанса семәрләнеп, еренә еткерелеп, артыҡ та, кәм дә ителмәй, сылтыр шишмәләй ағыла ғына. Эстән генә ҡушылып йырлап, моңланып торғанын һиҙҙеме, Айҙар ҡапыл уның яғына боролдо ла:
- Йә әле, Йәнифә, ошо йәмле йәй кисенә йәнә йәм өҫтә әле! – үҙе көлөп ебәрҙе, - Хатта шиғырға оҡшаңҡырап китте ләһә әйткәнем.
Шул ыңғайҙан “Һаман яратам” тигән көйҙө һыҙҙырып та ебәрҙе. Ҡайҙан аңланы ул ҡатындың хистәрен, кисерештәрен! Ошондай йәйге кистә буласаҡ ире менән тәүләп осрашҡайны, икәүләп йылға буйына төшәләр ҙә, әй йырлата торғайны уны һөйгәне. Һинең тауышыңды ишетһәм, мин ҡәберҙән дә килеп торормон, ти торғайны. Тәүбә тиң, ниңә юҡты юрайһың тип тыйырға тырышһа, шарҡылдап көлөп кенә ҡуя торғайны. Ахырызаман етһә аңһыҙ үлем күп булыр, тип яҙылған тиҙәр изге китаптарҙа. Әллә шул заман еттеме икән – ял йортонда күпселеген яңғыҙ ҡатындар бит. Уның кеүек толдары ла әҙ түгел. Фәнүрә лә ана, йәшләй генә иренән айырылды ла, хәҙер терһәген тешләрҙәй булып бер үҙе көн күрә. Исмаһам, бала табып өлгөрмәне.
Инәлтеп торманы, Йәнифә баян моңона ҡушылғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Бәлки иренең йәне янда йөрөйҙөр, ысынлап та, тик үҙе генә күренмәйҙер. Яратам, һаман яратам, йәнем.
Һинең аҡыллы күҙҙәреңде, йортобоҙға нур тултырып ҡайтып инеүҙәреңде, көслө ҡулдарыңды иҫләмәгән бер кисем, ҡасандыр яңылыштан рәнйетерлек итеп әйткән һүҙҙәрем, һөйөүемде күрһәтә белмәгәнем өсөн үкенмәгән сәғәтем юҡтыр. Иҫән булһаң, икәү килер инек ял итергә, ни етте ирҙәре янында маһайып та, яңғыҙаҡтарҙан көнләп тә баҫып торған бынау бисәләрҙең ағыулы ҡараштарын күрмәҫ ине. Ысынлап, шулай ҡарап тороусылар бар икән бит - йырын тамамлауға ғына һиҙҙе ул быны.
Иҫән булһаң, икәү килер инек ял итергә, ни етте ирҙәре янында маһайып та, яңғыҙаҡтарҙан көнләп тә баҫып торған бынау бисәләрҙең ағыулы ҡараштарын күрмәҫ ине. Ысынлап, шулай ҡарап тороусылар бар икән бит - йырын тамамлауға ғына һиҙҙе ул быны.
Йыуыныу бүлмәһенә ингәс, раковина өҫтөндәге көҙгөлә күп илауҙан шешенгән йөҙөн күреп, үҙенә бармаҡ янаны:
- Ярамай, ҡыҙыҡай, ярамай! Бирешмә!
Спорт кейемдәрен кейеп, тау буйына йүгерергә сығып китте. Ял йорто күҙҙән юғалғас, һуҡмаҡ айырсаланып, береһе йылға үҙәненә, икенсеһе тау үренә юрмалай. Йәнифәнең ҡарашы күҙ ҡыҙҙырып алһыуланып тулышҡан ағас еләге ҡыуаҡлығына төштө. Еләккә әүрәп байтаҡ күтәрелеп өлгөргән икән, кинәт баҫынҡы ғына ир тауышы ҡолағына сағылды. Ҡатын көтөлмәгән хәлдән һиҫкәнеп, ихтыярһыҙҙан шул яҡҡа боролдо ла ҡатып ҡалды. Фәнүрә менән Айҙар. Ҡосаҡлашҡандар ҙа донъяһын онотоп, бер ни ишетмәй үбешәләр. Бына һиңә мә! Йәнифә уңайһыҙланып ҡыуаҡтар араһына сүгәләне лә, мүкәйләп кенә атлап юлға барып төштө. Шунан инде йән-фарман йылға буйына атылды.
Яр буйында йөрөп, бер аҙ тынысланғас, бүлмәгә ҡайтып инде. Әхирәтенең килеп киткәне тойолмай. Ғәҙәттә ашханаға бергә йөрөйҙәр ине, бөгөн яңғыҙы ғына китте. Аштан һуң былай ҙа төшкә тиклем һәр кем үҙ дауаһы артынан сабып йөрөп, күрешмәйҙәр ҙә.
Фәнүрә төштән һуң ғына килеп инде лә, бер ни булмағандай, әһәмиәтһеҙ генә ваҡ-төйәктәр хаҡында бер-ике һүҙ әйтештергән булып, йоҡларға ятты.
Ул көнө кис киноға барҙылар. Бер ерҙә лә туҡталып тормай ҡайтып ингәс, йәнә һүҙ сурытып тормай, һәр икеһе үҙ уйҙарына йомолоп, юрған аҫтына сумды. Таңда иһә Фәнүрә шыпырт ҡына йыйынып сығып китте. Йәнифә белмәмеш тә күрмәмеш булды.
Ял мөҙҙәте шулай уҙа торҙо, концерт көнө лә килеп етте. Бынау тиклем матур көндә нишләп тынсыу клубта ултырырға тип, киң аҡланға сәхнә ҡуйып, тамашаны шунда күрһәтергә булдылар. Һуңғы репетицияны уҙғарырға ла шунда барҙылар. Йәнифә кейем алыштырыу өсөн аҡ йәймәләр менән ышыҡланған урынға инеп, күлдәген һалыуға, кемдер арттан сәсенән матҡып тотоп алды, ауырттырып елкәһенә төрттө:
- Фәхишә, иремә яҡын килгәнеңде күрһәм, аяғыңды һындыра һуғам, - тип ыҫылданы ниндәйҙер ҡатын. Алдына сыҡманы, йәймә диуарҙың ни - ҡайһы яғы ла бер, сәсе ысҡындырылғас, Йәнифә боролоп ҡарауға уның сыбар итәге генә елпелдәп ҡалды.
Ҡатын үҙен-үҙе белештермәй, сискән күлдәген яңынан кейеп алды – концерт ҡайғыһы киткәйне инде. Кем булды һуң әле был, тип баш ватты. Ышыҡтан сыҡҡас, сәхнә яғына күҙ һалды һәм барыһын да аңланы – сыбар итәкле ҡатын Айҙар янында баҫып тора, ярһып ҡулын болғай-болғай нимәлер лыбырҙай, үҙе тишеп килгән ҡарашын “көндәше” яғынан алмай. Ире уны тынысландырырға тырыша, аҡланғаны ишетелеп тора.
Асыуы эсенә һыймаған Йәнифә ҡырҡа боролдо ла үҙ корпусы яғына ыңғайланы. Бына нисек – аҡ эттең бәләһе ҡара эткә булып сыҡты инде. Ғәрлегенән ни эшләргә лә белмәне башта. Ҡуйсәле, бер йүнһеҙҙәр өсөн нишләп үҙемде өҙгөләйем, тип үҙен тынысландырырға тырышты, Хаҡ тәғәлә гонаһһыҙ икәнемде белеп тора, быларҙың үҙ яманлыҡтары үҙҙәренә ҡайтыр әле. Концертты ойоштороусылар эҙләп килерен тойоп, ул тиҙ генә һыу инер кейемдәрен алды ла йылға буйына йүгерҙе. Туйғансы, тынысланғансы йөҙөп, йәнендә-тәнендә сафлыҡ тойоп ҡайтып ингәндә Фәнүрә бүлмәлә ине.
- Аһ-аһ, ҡайҙа юғалдың, әй эҙләнеләр һине, - тип ҡаршы алды.
Йәнифә ирен сите менән генә мыҫҡыллы йылмайып, уға бик кинәйәле итеп күҙ ташланы ла бер ни өндәшмәй койкаһына барып ултырҙы. Уның барыһын да белгәнен аңланы бүлмәләше, бәлки Айҙар ҙа ни булғанын һөйләп өлгөргәндер. Башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар. Таңда Фәнүрә сығып китмәне был юлы.
Иртәгәһенә төшкө аштан һуң Йәнифә яңғыҙы ғына һыу буйына китте. Ярҙан ул кемдәрҙеңдер парлап кәмәлә йөҙгәндәрен абайлап ҡалды. Айҙар менән ҡатыны булып сыҡты былар, әмәлгә таянғандай. Бына күрһәтәм мин һиңә хәҙер фәхишәне, тип уйлап алды Йәнифә, тотто ла:
- Айҙар, үҙең кәмәлә йөҙөргә саҡырҙың да, бисәң менән килгәнһең! – тип ҡысҡырҙы.
Кәмәләгеләр тәүҙә шаңҡып ҡалды, шунан үҙ-ара нимәлер әйтешә башланы, ир аҡланып, ҡатынының ҡулынан тотоп маташты.
- Нимә юҡты һәйләйһең унда! – тип ҡысҡырҙы асыу менән яр башында мыҫҡыллы йылмайып баҫып торған ҡатынға.
- Йәшермә инде инде, булды лаһа һуң беҙҙең арала ғишыҡ-ғишрәт, - тип яуапланы тағы Йәнифә.
Кәмәләге ҡатын һикереп торҙо, иренең битенә сәпәгән ыңғайы һыуға түңкәрелеп килеп төштөләр. Ярға табан йөҙөп, аяҡтары һыу төбөнә тейеү менән көрмәкләшеп, шаптырҙаша башланылар.
Йәнифә биленә таянып бер аҙ ҡарап торҙо ла, башын юғары сөйөп яр үренә менеп китте.
…Иртәгәһенә баянсының ҡатыны менән ҡапыл ғына ҡайтып китеү хәбәре ишетелде. Ни булды икән тип төрлөсә фараз итте бейеү майҙансығына уны тыңларға тип килгән халыҡ. Йәнифә генә бер һөйләшеүгә лә ҡатнашмай, серле йылмайыуын белде.