+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
11 Марта 2022, 06:00

Ҡош сөйөү.

Ҡошто тотоп, үҫтереп өйрәтеү бик ҡатмарлы булғанлыҡтан, һәр кешелә сөйөр ҡош булмаған. Өйрәтелгән ҡоштоң хаҡы бик ҡиммәт булған. Байҙар өсөн ул бер нисә тиҫтә ат хаҡы торған.

Ҡош сөйөү.Ҡош сөйөү.
Ҡош сөйөү.

     Халыҡтарҙың тормошонда ҡош сөйөү зауыҡ ҡына түгел, ә йәшәү сығанағы ла булғанлыҡтан, уға айырым мөнәсәбәттәрҙә айырым ныҡлы ҡанундар ҙа булдырылған. Башҡа яҡта нисек булғандыр, әммә беҙҙә көнсығыш Табын ҡәбиләһе ырыуҙары араһында түбәндәге ҡанун-ғөрөф йәшәгән. Ҡошто тотоп, үҫтереп өйрәтеү бик-бик ҡатмарлы булғанлыҡтан, һәр кешелә сөйөр ҡош булмаған. Ул ҡош менән һунарҙы бик яратҡан, бирелгән, түҙемле, ҡош-ҡорт тәбиғәтен яҡшы белгән, уны таҙа, яңы ит менән тәьмин итә ала торған кешеләрҙә генә була. Сөнки бөркөт тә, ыласын, ҡарсыға ла тик саф, таҙа ит кенә ашай. Ә ирекһеҙҙә тотолған ҡош һәр көн һунарҙа йөрөй алмай. Өйрәтелгән ҡоштоң хаҡы бик ҡиммәт булған. Байҙар өсөн ул бер нисә тиҫтә ат хаҡы торһа, бик ярлы кеше өсөн бер нисә ат хаҡы була.
     Ҡошто ат урлаған кеүек урлау осраҡтары ла була. Ҡошто үлтереү йә урлап тотолған кешегә язаны бик боронғо ваҡытта аҡһаҡалдар ҡоро йәки ырыу башы янында һәр саҡ булған ике мулланың береһе билдәләгән. Сөнки муллаларҙың береһе - ер-һыу, тышҡы мөнәсәбәттәр, башҡа ырыуҙар менән бәйләнеш, оло низағтар, һуғыш һәм солох, һөйләшеү-килешеүҙәр кеүегерәк мәсьәләләр менән идара итһә, икенсеһе, дәрәжәһе һәм абруйы бәләкәйерәге ғаилә, етемдәр, туй, исем ҡушыу, эске татыулыҡ, уғрылыҡ, ҡатын һәм ир кеүегерәк эске мәсьәләләрҙе хәл иткән йәки үҙ ҡарарын сығарған.

     Боронғо ваҡытта беҙҙә, Табын-Барында, Әйлеләрҙә, Ялан-Ҡотойҙарҙа, Табын-Тиләүҙә, Ҡара-Табында, Күбәләк-Табында, Бөрйәндәрҙең, Ҡыпсаҡтарҙың, Тамьяндарҙың һәр береһенең солоҡ ағасы булған кеүек, бөркөт, көсөгән, ҡарсыға оялары ла билдәле кешеләрҙең шәхси милке иҫәпләнгән. Әле бөгөнгө көндә лә бесән күбәһендәй тиерлек өйөлгән бик күптәнге бөркөт ояһы ҡарт ҡарағай ботаҡтары араһында тороуын беләм. Ул, ғәҙәттә, кеше йөрөмәгән, юлдан алыҫ, әммә яландан йыраҡ уҡ булмаған текәлек йәки ҡаялыҡ араһында була. Сөйөр ҡош тотоу беҙҙең ҡарттайҙарҙың аҙыҡ-түлек, тире табыу сығанағы ғына булмаған. Сөйөр ҡошто улар байлыҡ билгеһе итеп тә, зауыҡ өсөн дә, үҙ-ара ярыш өсөн дә тотоп, милли мәҙәнилектең бер күрһәткесе лә булып торған. Бөркөттәр ғаиләһенә ингән ҙур һунар ҡоштарынан беҙҙең урманлы, яланлы, таулы ерҙә һирәкләп булһа ла биш төр бөркөт осрай. Бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, ҡарағош һәм таҙғара. Шуларҙың араһында беҙҙең ерҙе иң үҙ иткәне бөркөт.

     Спартак ИЛЬЯСОВ мәҡәләһенән өҙөк.

Автор:
Читайте нас