кеше психологияһы шул кеше булыуҙан артыҡҡа үҙгәрә алмай бит ул. Унда шул уҡ тойғолар, шул уҡ башланғыстар ҡала килә. Һаман да ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы баһалана. Һаман да әле кешенең аҡыл кимәле тышҡы күренешкә бәйләнеү кимәленән үтә, юғарыраҡ үҫешә алмай. Шул ғына.
Берәүгә лә йөҙ-төҫөн һайлау хоҡуғы бирелмәгән. Ата-әсә тыуасаҡ балаһының төҫ-башына йоғонто яһай алмай. Хоҙай тарафынан матур итеп яратылған ҡыҙ бала үҙенең сибәрлеген белеп үҫә. Уға был хаҡта бәләкәйҙән әйтәләр. Бигерәк тә оло ҡатын-ҡыҙ быны һыҙыҡ өҫтөнә алып, баланы осондороп ебәрергә ярата. Бала матурлығын башҡаларҙан өҫтөн булған фиғеле икән тип уйлай, ул бының бары тышҡы төҫ, бында үҙенең бер тырышлығы ла, хеҙмәте лә юҡ икәнлекте аңламай. Һәм, матурлыҡ конкурсына ағылған ҡыҙҙарыбыҙҙың һаны күрһәтеүенсә, ҙурайғансы ла төшөнмәй әле. Ошо өҫтөнлөк хисе киләсәктә (ҡайһы бер осраҡта) уны бәхетһеҙ итергә лә мөмкин. Ҡыҙ бындай сибәрлек менән, мин күпкә дәғүә итә алам, мине тик яратырға, ҙурларға ғына тейештәр, тип уйлай. Һайлаған ишен дә һанламай, бынан да шәберәге табылырға тейеш, тигән фекере бары менән ҡәнәғәт булырға форсат бирмәй. Тышҡы матурлығына тормоштан хаҡ талап итә, нәфсеһе аҙа, әммә тормош та, ҡояш та, яҙмыш та, хатта кешеләр ҙә төҫкә ҡарап бер нәмәне лә хәл итмәй, һин матур тип артығыраҡ яратмай, өҫтөн күрмәй, нығыраҡ йылытмай шул ул.
Бөгөн Рәсәйҙә балалар араһында матурлыҡ конкурстарын тыйыу тураһында һүҙ бара, ниһайәт, был эштең бала психологияһына зыян килтереүсе фактор булыуын аңлай башланылар, ахыры. Уйлап ҡарағыҙ, балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйын тышҡы матурлығына ҡарап баһалау ололар ғоманһыҙлығының иң мәғәнәһеҙе түгелме ни? Ә ул еңеүсе һәм еңеүсе була алмаған балаларҙа тыуған яңылыш эмоцияларҙы ғына алып ҡарағыҙ...
Бөгөнгө матурлыҡ конкурсы ат һайлап алыу йәки машина алыуҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Ҡатын-ҡыҙҙы әйбер итеп ҡарауҙың бер формаһы ғына. Әйберҙән нимә талап ителә? Хеҙмәт итеү. Хеҙмәт итә алмаған йәки боҙолған хәлдә, уның кәрәге лә бөтә. Был шундай механизм, уны ебәргән хәлдә, туҡтатып та булмаясаҡ.
Әлбиттә, Рәсәй сибәркәйе Оксана Федорованың уңышлы яҙмышы күп ҡыҙҙарҙы ҡанатландырҙы. Әммә, әйтеп үтергә кәрәк, Оксана эшләгән карьераны, унан күпкә юғарыраҡты, сибәр үк түгел, тик аҡыллы булған башҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән ҡыҙҙар ҙа эшләй. Оксана үҙе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре һәм уның ире лә хәрби офицер, был күрһәткестәр күп нәмәне хәл иткәндер ҙә. Бөгөн был сибәр ҡатын ике бала әсәһе булып ғәҙәти тормош алып бара, ә ниндәйҙер илдең ханбикәһе булып ултырмай. Был беҙ ҡараған бәхетле осраҡ, ә бәхетһеҙҙәре һанап бөткөһөҙ. Матурлыҡтарын күрһәтергә ынтылған ҡыҙҙар утҡа осҡан күбәләктәр ише янып ҡолап тора, улар урынына яңылары үҫеп етеп тора. Залдан боттарын ялтыратып үтеүҙән килгән уңыш уларҙы шул хәтлем арбаймы, улар бының зыяны, әхлаҡһыҙ яҡтары күберәк икәнде уйларға ла теләмәй...
...Былтырғы һылыуҡайҙар конкурсы башланып, уҡыу йорттары студенттары ҡайнаша башлағас та, ҡыҙымды уҡыу йортонан ошо бәйгегә һайланылар. Мин быны ишеткәс, һағайып ҡалдым, әммә өндәшмәнем. Уның ҡарашын белгем килде, нисек хәл итер, тип уйланым. Бер көн әйтә: "Декан саҡыртты, бәйгелә университет исеменән ҡатнашһаң, магистратураға бюджетҡа урын биреләсәк", - тине, ти. "Шунан?" тим. "Шул, баш тарттым". "Ниңә?" Ҡыҙым көлөп ебәрҙе: "Матурмын, тип, конкурста ҡатнашып йөрөмәйем инде..." Көлөшөп алдыҡ.
Матур ҡыҙҙар күп тә ул. Ҡарап торһаң, һәр икенсе ҡыҙҙы һылыуҡай итеп ултырт. Тик улар тышҡы йөҙҙәре буйынса һайлауҙы теләмәй, ҡайһылар өсөн эске йөкмәтке, күңел матурлығы өҫтөнөрәк. Шундай ҡыҙҙарыбыҙ, ҡыҙҙарына башҡа төрлө донъяуи матурлыҡтарҙы һеңдереп үҫтерә белгән ата-әсәләр күберәк булһын ине.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4349