-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2022, 08:00

Кесаҙна ни өсөн кесе йома тип атала?

.

Кесаҙна  ни өсөн  кесе йома тип атала?
Кесаҙна ни өсөн кесе йома тип атала?

Башҡорттар, мосолман булараҡ, көн атамаларының күбеһен  фарсы теленән алған, бары йома һәм кесаҙна (кесе йома) атамалары ғәрәп телендәге «йома-джум'а» - «йыйылыу», «мәжлес» тигән һүҙҙән килеп ингән. Билдәле булыуынса, мосолмандар йома көнө мәсеттәрҙә йәки күмәкләп намаҙ уҡырға мөмкин булған урындарҙа йәмәғәт намаҙына йыйыла.

Исламда яңы көн ҡояш байыу менән, йәғни, аҡшамдан башлана - календар тәүлек бөтөп өлгөрмәгән була. Аҙнаның дүртенсе көнөндә ҡояш байыу менән йома башланып өлгөрә, шуға ла халыҡ уны кесаҙна йәки кесе йома тип атаған. "Йома" һәм "аҙна" һүҙҙәре синоним булараҡ та билдәле, шуға күрә кесаҙна ла, кесе йома ла бер үк мәғәнәле һүҙҙәр булып тора.

Был көндөң кисендә йома көнөнә ҡағылышлы ҡағиҙәләр үтәлә.

      https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88_%D0%B1%D0%B8%D1%82

Автор:
Читайте нас