+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 21:00

“Изге һыу” бик килешкән

Иренең эскелегенән тамам биҙрәгән ҡатын аптыраған көндән аҡыл эйәһенә кәңәш һорап килә... - 

Бәхәсләшергә мөмкин, тик ул башты ауырттырмаһын, һүҙ көрәштергәндә бары хәҡиҡәт тыуырға тейеш, ти аҡыл эйәләре. Шуны йөпләгән бер фәһемле көләмәсте иҫкә төшөрәйек.
Иренең эскелегенән тамам биҙрәгән, уның туҡмауынан йөҙө күгәренгән ҡатын аптыраған көндән аҡыл эйәһенә кәңәш һорап килә.
- Ирем көн дә эсә лә мине туҡмай, тауыш күтәрә. Сыҙар әмәл ҡалманы, инде миңә ни эшләргә? - тип һорай.
- Бына һиңә, һеңлем, изге һыу! Ирең тупһала күренеү менән шуны эс, тамсыһын да түкмә!- тип кәңәш бирә тегеһе.
Бер айҙан аҡыл эйәһенә танымаҫлыҡ булып йәшәреп киткән, һылыуланған, шат кәйефле ҡатын килеп инә.
- Эй, рәхмәт инде һиңә, ағай! Һинең изге һыуың килеште бит. Ирем әрләшмәй, һуғышмай башланы, - ти икән.
Һәр көлкөлә дөрөҫлөк бар. Ҡайһы саҡта өндәшмәй ҡалыу мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға булыша. Әгәр ҙә һеҙҙең әйткәнде ишетмәйҙәр, бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына икән - диалогты туҡтатырға кәрәк. Һыуынғандан һуң һөйләшеүҙе дауам итеү күпкә яҡшыраҡ.
“Изге һыу” бик килешкән
“Изге һыу” бик килешкән
Автор:
Читайте нас: