«Ауыр аслыҡ йылдарына тура килгән бала сағыма ҡарамаҫтан, һөйөү тойоп үҫтем. Минең Кесе Ватаным - Кушнарен районының Баҡай ауылы. Әнүәр ағайым әйтмешләй, «Баҡай буйға һуҙылған ауыл, бер осонда -башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Ә беҙ башҡорт өлөшөндә йәшәнек, беҙ – башҡорттар». Ә мин кем Башҡортостанда тыуған, барыһы ла башҡорттар тип иҫәпләйем, тик беҙ өс телдә - русса, башҡортса һәм татарса һөйләшәбеҙ. Архивтан нәҫел-нәсәбем тураһында мәғлүмәт һорағас, хатта бығаса татар тип иҫәпләнгән атайым яҡлап та бар туғандарыбыҙ башҡорт икәнлеге асыҡланды».