Парк эскәмйәһендә йәш ҡатын ниңәлер балауыҙ һығып ултырған. Ошо ваҡыт аллеяла өс тәгәрмәсле велосипедта йөрөгән малай уны йәлләп:
– Апай, һеҙ ниңә илайһығыҙ? – тип һораған.
– Эй, бәләкәс, һин аңламаҫһың шул, – тип ҡул һелтәгән.
Малайға теге апай тағы ла нығыраҡ илап ебәргән төҫлө тойолған.
– Апай, һеҙҙең берәй ерегеҙ ауыртамы? Шуға илайһығыҙмы? Мә, һеҙгә уйынсығымды бирәм, – тип йыуатырға тырышҡан.
Был мәрхәмәтле һүҙҙәрҙән һуң ҡатын үкһергә тотонған.
– Эй, малай, – тип яуаплаған ул, – мин берәүгә лә кәрәкмәйем, мине берәү ҙә яратмай...
Малай етди итеп ҡараған да:
– Ә һеҙ ысынлап бөтәһенән дә һоранығыҙмы?... – тигән аптырап.
Ҡайһы саҡта өлкәндәргә тормошто аңлау өсөн ошондай балаларса, әммә мәғәнәле һорау, балаларҙағы эскерһеҙлек етмәй шул. Күп уйлап, хәлде ҡатмарлаштырабыҙ ғына. Баҡһаң, бәғзе ваҡыт күңел менән тойоу ғына кәрәк.
Изгелек – ҡояш нурына тиң. Бер-береңә ярҙам итешеп йәшәү, асыҡ йөҙлө, тәмле һүҙле булыу кешеләргә ҡояштың яҡты нурҙары кеүек үк кәрәк.