+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2021, 20:00

ИЛБӘКОВТАРҘЫҢ ИЗГЕ НИӘТТӘРЕ

Үтеп китеп барған йәмле йәйҙәр күңелдәрҙә ниндәй хәтирәләр ҡалдырыр, ниндәй эштәр менән мәшғүл булып, нисек ял иттегеҙ, тигән һорауҙар менән билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковҡа мөрәжәғәт иттек. - Эйе, һеҙ әйткәнсә, йәмле йәйҙәр үтеп тә бара. Бик күп эштәр эшләнде, тип әйтә алам.  Ауылда өйөбөҙҙө төҙөп бөттөк. Бөтә уңайлыҡтары менән эшләнек инде. Үҙ еремдә ысын хужаларса йөрөү оҡшаны. Тағын бер матур, изге эшкә тотондоҡ.

ИЛБӘКОВТАРҘЫҢ ИЗГЕ НИӘТТӘРЕ
ИЛБӘКОВТАРҘЫҢ ИЗГЕ НИӘТТӘРЕ

Тормош иптәшем Франгизәнең тыуған яғында – Салауат районының Шағанай ауылында, уның инициативаһы буйынса мәсет һалырға ниәтләндек. Сентябрҙең 3, 4, 5-ндә мәсеттең бураһын күтәреп, башын ябып ҡуйырға уйлайбыҙ.
“Тамаша” журналын уҡыусыларға, журналдың дуҫтарына мөрәжәғәт итәм – бәлки ярҙам итеүселәр булыр. Франгизәнең телефонына бәйләнгән счетҡа күпме булһа ла, аҡса күсерһәләр, бик рәхмәтле булыр инек. Был ауылда бер ҡасан да мәсет булмаған. Халыҡты күтәреп, бураһына аҡса йыйҙыҡ, артабан да берҙәм булып, ошо изге эште башҡарып сығырбыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
- Ҡорбан байрамына өйҙө тәртипкә килтереп, ике ҡорбан салдырҙыҡ, -тип һүҙгә ҡушыла Франгизә ханым. – Ауылдаштарҙы, туғандарҙы саҡырып аят уҡыттыҡ. Ҡорбандың бер өлөшөн 3-5 сентябрҙә мәсет күтәреү өмәһендә ҡулланырбыҙ, өмәселәрҙе һыйларбыҙ, тип торабыҙ.

           Тәғзиә ХӘБИРОВА әҙерләне 

     Изге эштә ярҙам итергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт:

Бисмиллаhир- Рахмани-Рахим!
Уважаемые братья и сестры, предприниматели и организации, все, кто желает принять участие в богоугодном деле!
Ведётся сбор денежных средств и материалов на строительство мечети в деревне Юлаево Салаватского района Республики Башкортостан. Вы можете оказать благотворительную помощь! Приглашаем сделать свой вклад!Построим мечеть всем миром для мира и добра!
Сбор средств - садака на номер карты
2202202645696547 на имя Франгизы Финановны Ильбаковой, привязан к телефону
89191591435
Телефоны для справок
7(34777)2-02-16
Мударис Кабирович Фархиев, имам-мухтасиб центральной мечети Салаватского района,
89177498403
Руслан Галимзянович Низамов
Всевышний даёт нам возможность построить мечеть вместе!🙏🙏🙏🕌

Автор:Тагзиа Хабирова
Читайте нас: