+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2021, 17:58

Атайлы кистәр

- Өйрәнеү – үҙе бер һөнәр, ҡарап ултырһындар. Йәшләй һеңгән бер ҡасан да онотолмай, - тип, ул балаларына ҡаты бәрелмәй генә эшкә өйрәтә. Йылы хикәйәне сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ - ял итегеҙ, дуҫтар.

Кашбулла ағай йыл да ҡырпаҡ ҡар яуып, урман йоҡоға талғас, күп итеп тал сыбыҡтарын киҫеп алып ҡайта. Ул бәләкәй саҡтан балыҡсы атаһы менән йөрөп, тирә-яҡтағы балыҡҡа бай бөтә йылға-күлдәрҙе яҡшы белә. Балыҡҡа әүәҫ атаһы оҫта итеп төрлө мурҙалар, ҡаҙ оялары үрә ине.
-Эшләгәнең минең өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн, балам, - тип ул улын гел үҙе янында тотоп, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеп ҡалырға тырышты. Бына ҡулы эш белгәс, Кашбулла ағай ҙа тик тормай, көн дә йорт тирәһендә нәмәҙер эшләп, ҡыштырҙап йөрөп ята. Ул бер нисә мурҙаға етерлек сыбыҡ ташығас, бер кис тыштан бер ҡосаҡ тал сыбыҡтарын керетеп, мейескә яҡыныраҡ килтереп һалды. Шунан ашап, бер аҙ ял итеп алғас, ултырғыс алып мейес буйына килеп ултырҙы. Был ваҡыт арауығында туң сыбыҡтар иреп йомшарып, һығылмалыға әйләнделәр.
Был кис күмәк балалы ғаилә өсөн ысын байрамға әүерелә, шуға ла бөтәһе лә алдан көтөп, әҙерләнеп тора. Әсәйҙәре лә, ҡулына бәйләм тотоп, түрбашҡа килеп ултырҙы. Аталарының эргәһенә сыбыҡтарҙы биреп торорға, тип өс бәләкәй бала килеп теҙелеште.
- Өйрәнеү – үҙе бер һөнәр, ҡарап ултырһындар. Йәшләй һеңгән бер ҡасан да онотолмай, - тип, ул балаларына ҡаты бәрелмәй генә эшкә өйрәтә.
- Сыбыҡтарға ныҡ яҡын килеп, терәлеп ултырмағыҙ, һыуығы сарпыла, - тип әсәләре киҫәтте. Ҡыҙҙар артҡараҡ шылып торалар ҙа, шым ғына тағын яҡыныраҡ йылышалар. Бала йәнле Кашбулла ағай иң беренсе булып бәләкәйерәк нәҙек сыбыҡтарҙан ыҡсым ғына итеп «тумыртҡалар» эшләп, һәр бер ҡыҙына тотторҙо. Ҡыҙҙар бер-береһе менән мәж килеп «тумыртҡаларҙы» суҡыштырып уйнай башланылар.
- Минең «тумыртҡам» ҙурыраҡ, ивет, атай, - тине Флизә.
- Юуууҡ, минеке. Ишшеү суҡышы ла һинекенә ҡарағанда ослораҡ, - тип, Фәниә һеңлеһенең ҡулына төртөп, суҡытып та алды.
- Ҡарағыҙ әле, ә минең «тумыртҡам бигерәк тә ҡупшыҡай, - тип, телен шартлатты Наҙгөл.
Атайҙары шул арала йәш нәҙек муйыл ағасынан мурҙаның ауыҙын дүртмөйөшләп эшләп тә ҡуйҙы. Шунан бармаҡ йыуанлығындағы бер самараҡ оҙонлоҡтағы талдарҙы бысаҡ менән юнып ослап, билдәле тәртип менән бер-бер артлы теҙеп, ыҫпай ғына итеп ишә башланы. Эш көйлө бара: йәш тал сыбығы һығылмалы, нисек кәрәк кәрәк, шулай бөгөлә. Мурҙа ла яйлап күҙгә күренеп үҫә барҙы. Кашбулла ағай сыбыҡтырҙы балаларынан алғанда сиратты боҙмай: сабыр, түҙемле, ғәҙел. Иң беренсе булып Наҙгөл, шунан Фәниә, аҙаҡтан Флизә биреп тора. Яңы тәпәй баҫҡан Розалия ла бәләкәй тал таптарын иҙәндән ала ла, атаһына «мә», тип килтереп тоттора.
- Үәт, ҡыҙым, маладис! Эшкә эшкингән бит ул, - тип атаһы маҡтап ебәрһә, ҡыҙыҡай, ҙур эш башҡарғандай, ҡәнәғәт булып, ауыҙын йырып, ҡулдарын сәпәкәйләй-сәпәкәйләй, йүгереп китә лә, апай-ағайҙары янына барып баҫа. Улары бигерәк һөйкөмклө иң бәләкәй һеңлеләрен ҡулдан ҡулға йөрөтөп, иркәләтеп бер булалар.
Балалары бөтә дәрестәрен ҡарап бөткәс, атайҙары янына йыйылдылар.
-Йәгеҙ әле, балларым, кем нәмәгә оҫта, һәләттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле миңә, - тип дәртләндереп ебәрҙе Кашбулла ағай. Үҙе лә йыр-бейеүгә маһир аталары патефонын да, гармунын да, радио менән телевизорын да ауылда беренселәрҙән булып һатып алып, балаларының күңелдәрен үҫтерергә тырыша.
Концерт башлана. Телгә бай, гармунда ла апаруҡ оҫта уйнаған Нәзирәләре кисәне "хәс әртистәр" һымаҡ итеп алып бара. Илгәҙәк тә, хислерәк тә ҡыҙын атаһы бигерәк тә айырып иркәләтә. Нәзирә телевизорҙан ҡарап төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә һала ла, шуларға ҡул менән килешле генә итеп милли кейемдәрен дә тегә. Башҡорт, татар бейеүҙәре менән бер рәттән үзбәк, украин, белорус, мари бейеүҙәрен дә башҡара, ҡайһы ваҡыт һеңлеһе Нурзида менән парлашып та бейейҙәр. Иң оло ҡыҙы Рәзилә китап уҡырға ярата, шуға оҙон-оҙон шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләп, ата-әсәһен шатландыра. Миңзилә апайҙары радионан ишеткән бөтә яңы йырҙарҙы белә, айырыуса "Мәрйәмем минең" йырын яратып йырлай ул. Күршеләре Мәрйәм әбей бер ваҡыт ишетеп ҡалған да, күңеле булғансы ҡат-ҡат йырлата ла, йә ҡулъяулыҡ, йә тәм-том тоттороп китә. Наил менән Фаил башҡорт көрәшен күрһәтә. Атайҙары көрәш алымдарын аңлатып, аяҡ-ҡулдарҙы нисек дөрөҫ ҡуйырға кәңәш бирә.
Эш бөткәс, Кашбулла ағай баларына йәш муйыл ағасынан йәйә эшләп бирә лә, ҡалған тал сыбыҡтарынан үҙҙәренә уҡ юнып алырға рөхсәт итә. Шунан улар күмәкләп ҙур өҫтәл артына ултырып, әсәһенең күперелеп бешкән йылы ҡоймағына үҙҙәренең хуш еҫле балын ҡушып, гөрләшеп мәтрүшкәле сәй эсәләр. Татыу табында аш һәләк тәмле була шул! Аҙаҡ телевизор янына ултырып, "Яҙҙың 17 миҙгеле" фильмын ҡарайҙар ҙа, йылы, йомшаҡ түшәктәргә ятып, татлы йоҡоға китәләр...
Бындай кистәр бер нисә көн дауам итә. Кашбулла ағай кис һайын үҙенең бала сағы, үҫмер йылдарының төрлө ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә тарихтарын йәнле итеп һөйләп, балаларын ҡыҙыҡтыра.
- Һәр кеше үҙенең ата-бабаһын ете быуынына тиклем белергә тейеш, - тип йыш ҡына нәҫел ептәрен ҡабатлап ала.
- Ә беҙҙең ҡартатай ниндәйерәк кеше ине ул? Ул һуғышта үлдеме ни? Атай, ә һин бәләкәй саҡта ниндәй уйындар уйнай инең? - тип теҙелеп киткән һорауҙарға сабыр ғына яуап бирә.
- Эй, балалар, уйын миңә бик эләкмәне шул инде... Минең ғәмһеҙ бала сағым булманы тиерлек. Атайым мәрхүм, ҡартатайығыҙ, миңә ун йәштәр тирәһендә тома һуҡыр булып ҡалғас, донъяның бөтә әсе - сөсөһөн иртә татырға тура килде миңә. Ғаиләлә оло бала булараҡ бәләкәйҙән сыбыҡ-сабыҡҡа йөрөү, бесән әҙерләү минең иңемә төштө.
- Атай, бер үҙең урманға барырға ҡурҡманыңмы ни? – тип аптырап һораны Фаил.
- Бер үҙең бармайһың инде ул, – тип көлөмһөрәне ул. Ҡыш көнө бер урам балалары йыйылышабыҙ ҙа, Алаҡты урманына китәбеҙ. Барғанда Камила апайыңды ла санаға ултыртып алам.
- Атаҡ! Беҙҙә ундай урман бармы ни? - тип һораны тирә- яҡ урмандарҙы биш бармағы һымаҡ белгән Миңзилә.
- Ул ни, бынау Ҡуштамаҡты үтәһең дә, Иҙел аша сығаһың, шул урман Алаҡты тип атала. Хәҙер унда йөрөгән кеше юҡ шул. Эй, шунда ҡоро ҡарама күп була торған ине. Бер ағас төбөнә барып баҫаһың да, ботарлайһың инде, өймәләм бер сана сыға. Барғанда рәхәт: санаға ултырып алаһың да, тау түбәненә шыуып тик бараһың. Ә бына ҡайтканда тау үренә бер-беребеҙҙең саналарына ҡырмыҫҡа һымаҡ йәбешәбеҙ ҙә, күмәкләп алмаш-тилмәш мендерешәбеҙ. Атайлы балалар күрмәгәнде күрҙем мин: уҡыу эләкмәне, ун ике йәштән колхозда эшләнем, ун өс йәшемдә мунса һалып керҙем. Шулай ҙа иң ауыры - Бөйөк Ватан һуғышы башланғас булды: таҙа, һау ирҙәр һуғышҡа китеп бөттө. Бөтә эш беҙҙең һымаҡ елеге ултырмаған үҫмерҙәргә ҡалды. Уны һөйләп тә, аңлатып та бөтөрөрлөк түгел...
- Атай, һинең бәләкәй саҡта этең булдымы ул? - тип һораны бер кис эт йәнле Наилы.
- Эйе. Минең дә бик ныҡ яратҡан ап-аҡ тәпәйле, матур бер этем бар ине. Һуғыш башланғас, бер йыл бүреләр күбәйҙе бит, ә улар ныҡ аҡыллы, хәйләкәр хайуандар. Минең Аҡтырнағымды ла өй янынан албырғатып алып китеп, бынау Иҫке йортта быуып, ашап киткәндәр ине. Атайҙары ауыр итеп көрһөндө.
Шаян, һүҙгә бай аталары ҡәһәрле һуғыш тураһында һөйләргә яратмаһа ла, балалары йыш ҡына шул турала һорай ҙа тора. Бына бөгөн дә Нурзида:
- Атай, һин һуғышта кем булып хеҙмәт иттең ул? – тип һораны.
- Йәш малай кем булһын инде, һалдат инде... Мин уҡсылар ғәскәренә эләктем, тиҙ һәм мәргән ата инем. Разведкаға ла йөрөргә тура килде, сапер-пулемётсы ла булдым. Кашбулла ағай хәтирәләргә бирелеп, һөйләп алып китте.
- 1943 - сө йыл. Ил өсөн ҡаты һуғыштар бара ине. Оҙаҡламай йәш кенә егеттәрҙе лә фронтҡа ала башланылар. Мине һуғышҡа алғанда, атайым иҫән ине әле. Үҙе "кеше көнлө кеше" ауыр һуғыш йылдарында бигерәк миктәгән инде, ҡәһәрле һуғыш бөткәс, мәрхүм булған. Мин армияла инем, уны һуңғы юлға оҙата алманым. Ә мин хеҙмәт иткән хәрби часть һалдаттары аяуһыҙ һуғышта Украина һаҙлыҡтарын билдән кисеп, иңләп - буйлап йөҙөп йөрөнөк, Ҡырым, Кавказ, Польша ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Кәүҙәгә таҙа, мыҡты кәүҙәле, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу егет инем, шуға командирҙарым яҡын күрҙе мине. Мул һыулы Ағиҙелдә, үҙебеҙҙең Кажатта һыу инеп үҫкәс, һыуҙа балыҡ кеүек йөҙәм, урманда һеләүһен һымаҡ бик еңел, һаҡ йөрөйөм, ҡолаҡҡа ла бик сос, һиҙгер инем. Бер урында оҙаҡлап ҡымшанмай ятыуым, ниндәй осраҡ булһа ла командир бойороғон теүәл үтәүем, түҙемлелегем мине әллә нисә тапҡыр үлемдән алып ҡалды. Балалары ғорурланып ҡуйҙы: аталары һаман һуғыштан алып ҡайтҡан “трофей” мылтыҡтан мәргән ата шул.
Һеҙ тарих дәресенән уҡып белгән бөтә донъяға билдәле 1945 йылдың февраль айында Ялтала булған Ҡырым конференцияһында өс илдең, СССР, АҠШ, Англияның, осрашыуын һаҡлауҙа ла ҡатнаштым мин. Сталин, Рузвельт, Черчилдең был осрашыуы Бөйөк Ватан һуғышын туҡтатҡыс көскә эйә ине, беҙ фашистарҙы еңәсәгебеҙгә һис шикһеҙ ышандыҡ. Өс метр һайын һәр ағас, ҡыуаҡ төбөндә махсус кейемдә бер снайпер ятты. Беҙгә ҡыймылдарға ла ярамай, "сухой паёк" ашап торҙоҡ...
Һуғыш тамамланһа ла, шундуҡ ҡайтыу мөмкин булманы әле, артабан “бандеровсыларға” ҡаршы оҙаҡ йылдар көрәштек. Һалдат ни ҡайҙа ебәрәләр, шунда хеҙмәтен дауам итә бит инде... Командирҙарым хәрби юлды дауам итергә, уҡырға барырға кәңәш бирһәләр ҙә, ризалашманым, һағыныуым еткән ине.
- Эх, Ябалаҡ ауылы!
Йәмле Ҡажат буйында.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һин булырһың уйымда.
- Эээх, Ябалаҡ ауылым, - тип моңланып алды Кашбулла ағай.
Оҙон ете йыл эсендә тыуған Башҡортостанымды, айырыуса, ауылымды бик юҡһынғайным шул, тик 1951 йылдың яҙында ғына ҡайтып еттем мин.
- Һағындырҙы Вәрәҙәнең ҡамышы,
Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы, - тип күкрәк тултырып йырлап ебәрҙе атаһы. Уның моңло, көслө тауышын ауылдаштары ла яратып тыңлай.
Бер нисә көндән йәш ағас еҫе сығып торған мурҙалар әҙер булды. Хәҙер эштең сифатын һынап ҡарарға кәрәк тәһә! Кашбулла ағай эштән ҡайтышлай, Ыуарҙыға алып барып, билдәле урынға һалып ҡайтты. Иртәгәһен, бөтәһен дә һөйөндөрөп, мурҙа тулы суртан балыҡтары эләккәйне. Улар алып ҡайтҡансы туңып ҡатҡас, әсәһе тасҡа һалып усаҡлыҡҡа индереп ҡуйҙы. Суртандар йылыға терелеп, ҡыймырҙай башланылар, аҙаҡтан бейеклеккә һикерешә башланылар. Бәләкәй балаларға ҡыҙыҡ: балыҡтарҙы тотоп-тотоп ҡарайҙар, һыйпап та алалар.
- Бармаҡтарығыҙҙы ауыҙына яҡын килтермәгеҙ, эләктереп алмаһын, - тине атаһы.
- Кит, буш һүҙ. Булмаҫ! Наҙгөл бармағын балыҡтың ауыҙына яҡыныраҡ килтерә лә, инде суртан ҡаптым тиһә, ҡапыл тартып ала. Уға уйын бик оҡшап ҡалды. Балыҡ таҙартып ултырған атаһы тағы бер нисә тапҡыр киҫәтһә лә, уйнауын белде. Балыҡ әллә ялҡып киттеме, әллә хәйләләштеме, шым ғына ята бирҙе. Ҡыйыуланған ҡыҙыҡай бармағын балыҡтың ауыҙынан тегеләй-былай шылдырып йөрөтә башланы.
- Ам! Күҙҙән уттар күренде! Суртан бармаҡты тулыһынса ҡапты ла, шап иттереп ауыҙын япты һәм тештәрен батырҙы. Ярай әле, бала суртан ғына! Олоһо булһа, билләһи, өҙөп тә алыр ине! Наҙгөл балыҡтың ауыҙын астырып, бармағын алырға тырышты, уның һайын суртан нығыраҡ ҡыҫып эскә тартты, ауыҙынан ике яҡлап ҡан һарҡый башланы. Ауыртыуҙан бигерәк, ҡандан ҡурҡҡан ҡыҙҡайҙың күҙҙәренән йәштәре килеп сыҡты, ләкин үҙе “ғәйепле”булғас, ҡысҡырып иларға оялды.
- Бир ҡулыңды, - тип атаһы, балыҡтың ауыҙын ҙур итеп астырып, ипләп кенә бармаҡты тартып алды.
- Шулай... Үҙе йығылған иламай... Кашбулла ағай балаларына асыуланмай, шулай кинәйәләп кенә һөйләшә.
- Аҡыллыға ишара, - ти ҙә ҡуя.
Ҡыш буйы ниндәй генә балыҡ тотмай атаһы: ҡыҙылғанат, ҡарағанат, табан, сабаҡ, алабуға. Ә яҙын, май аҙағында, ташҡын һыуҙар ҡайтҡас, атаһының яратҡан Вәрәҙе күлендә ҡорман балыҡтары бигерәк тә күп эләгә. Ҙур, һимеҙ балыҡтарҙы , әсәһе уртаға ярып таҙартып, тәүҙә еләҫ көндә тышта бер-ике көн елләтә, шунан мейескә киптерергә һала. Тирә-яҡҡа хуш еҫ тарала... Эше сәмленең ашы ла тәмле була шул...

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова

Атайлы кистәр
Атайлы кистәр
Автор:
Читайте нас: