+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2021, 20:58

КЕЙӘҮЕМДЕ ҒӘФҮ ИТӘМ

Ауылда боронғолар, берәйһенең тыуыуы, үлеме хаҡында асыҡлыҡ индерергә кәрәкһә, “был ураҡтан һуң” йәки “тәүге ҡар төшкәс” тигән.Бесән ваҡытында Камалетдиндың кейәүе Сабирйән ҡатынын үлтергән.Биш балаһының иң кесеһе әсәһен бөтөнләй белмәй, олораҡтары яҡшы иҫләй, иң оло улы атаһына хөкөм сығарған ауыл йыйынын да хәтерендә тота.— Һин ҡатыныңа һәнәк менән сәнстеңме?— Мин.Халыҡ араһында Сабирйәндең ҡәйнәһенең үкереп илағаны ишетелеп ҡала:

— Үлтерҙе, күҙҙәремдең нуры, берҙән-бер баламды үлтерҙе!
Мәсет ҡарттары, йыйынға тиклем Камалетдинды яндарына саҡырып алып, бына шуларҙы асыҡлай.
Сабирйән күршеһе менән бесән өйә. Ике ат егеп барғас, ҡараңғы төшөүгә саҡ эштәрен тамамлайҙар.
— Хәҙер өҫтәл әҙерләйем, — ти йүгереп йөрөп кәбән тирәһен тырмалаған ҡатыны.
Өҫтә торған Сабирйәнгә күршеһе:
— Тороп тор, хәҙер һине төшөрөргә арҡан алып киләм, — ти ҙә юҡ була.
Хужа һәнәген аҫҡа һелтәп ебәреүе була, “ай!” тип йән йыртып ҡысҡырған тауыш ишетелә. Сабирйән ырғытҡан һәнәк кәбән төбөндәге бесәнде эскә төртөп йөрөгән ҡатынына барып ҡаҙала…
Ҡарсыҡ-ҡорсоҡ йыйылып өшкөрөп тә ҡарай, яраһынан йәне сыҡмаһын тип, яндырып тире киҫәге лә ябалар, һәнәк осо әллә ни тәрәнгә кермәһә лә, бер-ике көн ятҡандан һуң, ҡатын үлеп китә.
Көн оҙоно мәсеттә намаҙ уҡып ултырмаған, һәр ауыл кешеһенә хас донъя көткән, күп аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында үлсәп кенә һөйләгән, сит кешеләргә бик ышанып бармаған, улай ғына тиһең, таныш булғандарына ла һынап ҡына ҡараған, әллә ни эш ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған ҡарттар Камалетдинға былай ти. Ғәҙәттәгесә, һүҙҙе Зәйнетдин ҡарт башлай:
— Ҡыҙыңды инде кире ҡайтара алмаҫһың…
— Балалар хәйерселәп сығып китһендәрме ни? — һүҙгә Төхвәтулла ҡарт ҡушыла.
— Раҫ әйтәһең! — Ниһайәт, Шәрәф ҡарт та үҙенең һүҙен әйтеп ҡуя.
Аҙаҡ Камалетдин, халыҡ алдына сығып, былай тигән:
— Мин кейәүемде ғәфү итәм, сөнки ҡараңғыла ул ҡатынын күрмәгән, күрһә, бер ҡасан да уның өҫтөнә һәнәк төшөрөп ебәрмәҫ ине.
Волость канцелярияһына китәһе ҡағыҙға, Сабирйәндең ҡатыны Шәһиҙә һыуға батып үлде, тип теркәп ҡуялар.

https://vk.com/tamasharb?w=wall-119242692_11657

https://vk.com/tamasharb?w=wall-119242692_11657%2Fall

КЕЙӘҮЕМДЕ ҒӘФҮ ИТӘМ
КЕЙӘҮЕМДЕ ҒӘФҮ ИТӘМ
Автор:
Читайте нас: