+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2021, 12:25

"Ғалим һәм дөйә ҡыуыусы"

Әкиәттәр, мифтар, хикәйәттәр, кинәйәле хикәйәләр һәм башҡа шуның кеүек ауыҙ-тел ижадына ҡараған һүҙ жанрҙарын күптәр балалар өсөн тәғәйен тип уйлай. Әммә улай түгел - 

бындай әҫәрҙәр йәште айырмай. Был, күрәһең, шуға бәйле: тәү ҡарамаҡҡа эскерһеҙ, ябай күренгән ижад емештәре логик фекерләүҙе талап итмәй, туранан-тура кешенең аҡылына йоғонто яһамай, тормошта уңыш ҡаҙаныу өсөн кәңәшсе-әсбап та түгел. Улар интуицияға, фантазияға, хыялланыуға этәргес бирә. Ә хыялланыу бала өсөн генә хас түгел, оло кеше өсөн дә берҙәй ҡәҙерле.

Борон-борондан кинәйәләрҙе халыҡ тәрбиәүи сара булараҡ ҡулланған. Бындай әҫәрҙәр телдән-телгә, быуындан-быуынға күскән. Яҙыусылар ҙа бындай ысулды, йәғни кинәйәнең тәьҫир көсөн үҙ ижадында оҫта файҙалана. Мәҫәлән, Сәғит Агиштың "Хәмит күпере" хикәйәһен алайыҡ. Йөкмәткеһе ҡыҫҡа һәм ябай ғына. Хәмит менән Вәлит исемле улдарына аталары үлер алдынан "Үҙегеҙҙән һуң иҫтәлек ҡалдырығыҙ", тип васыят әйтеп ҡалдыра. Вәлит шул көндән ҡулы еткән һәр ергә "Бында Вәлит булды", тип яҙа башлай, йәғни үҙ исемен мәңгеләштерә. Хәмит иһә йылға аша күпер һала. Вәлит унда ла барып етешә, "Был күперҙе Вәлит эшләне", тип яҙып китә. Ваҡыт үтә. Халыҡ Хәмит менән Вәлит тураһында онота. Әммә "Хәмит күпере" исемле күпер бөгөнгө көнгә тиклем бар. Бына шулай: Хәмит изге эше менән үткәндәрҙән бөгөнгөгә күпер һала.
Лев Толстойҙың "Күгәрсен һәм Ҡырмыҫҡа" исемле әкиәтен алайыҡ. Ул да ҡыҫҡа һәм ябай. Бер көн Ҡырмыҫҡа һыу эсергә тип, шишмә янына килә һәм абайламаҫтан һыуға төшөп, ағып китә. Быны күреп ҡалған Күгәрсен ярҙамға килә һәм Ҡырмыҫҡаны ҡотҡара. "Рәхмәт, мин дә бер ваҡыт һиңә ярҙам итермен", - ти Ҡырмыҫҡа. "Бәләкәй генә башың менән миңә ярҙам итмәксеһеңме?" - тип көлә Күгәрсен һәм осоп китә. Көндәрҙән бер көндө ағас ботағында йоҡомһорап ултырған Күгәрсенгә һунарсы мылтыҡ тоҫҡап атып ебәрә. Ләкин ул яҙа ата. Сөнки ошо хәлде күреп ҡалған Ҡырмыҫҡа тиҙ генә һунарсының аяғын ауыртҡансы семетеп өлгөргән була. Күгәрсен, әлбиттә, уны кем ҡотҡарғанын белмәй, әммә изгелек ерҙә ятып ҡалмай.
Күп кинәйәләр Ҡөрьәндән алынған һәм күңел яраларын дауалау өсөн телдән-телгә, күңелдән-күңелгә күскән. Кинәйә аша кешеләрҙең аңында рухи ҡиммәттәр һынланыш тапҡан, әхлаҡи нормала, йәшәйеш ҡағиҙәләре нығынған. Бындай әҫәрҙәр аҡыл өйрәтеп, йә вәғәз һөйләп тураға һуҡтырмай, ә хис-тойғо аша кешенең аңына, иң мөһиме, күңеленә үтеп инә. Күңелгә үтеп ингәнде кеше ғүмер ахырына тиклем онотмай. Бала мәктәптә ятлаған төрлө ҡағиҙәләрҙе онотоуы мөмкин, ә кинәйәле хикәйәләрҙәге персонаждарҙың холоҡ-фиғеленә хас булған йәшәйеш сифаттары уны ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк.
Медицина фәндәре докторы, позитив психотерапияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Носсрат Пезешкиан кинәйәләрҙе "психологик ярҙамсылар" ролен башҡарыусылар тип атай. Үҙенең "Сауҙагәр һәм тутыйғош" исемле китабында ул төрлө кинәйәле хикәйәләр туплаған. Ошо китаптан алынған кинәйәне тәҡдим итәбеҙ:

"Ғалим һәм дөйә ҡыуыусы" кинәйәһе
Сүллек буйлап барған каруанда бик белемле кеше булған. Даны бөтөн донъяға таралған ғалимдың уҡып сыҡҡан китаптары етмеш дөйәгә артмаҡлаған етмеш һандыҡҡа көскә һыйған. Ул китаптарҙа үткән заман аҡыл эйәләренең, бөгөнгө көн зыялыларының белеме тупланған. Ә инде ғалим туплаған белем китаптарҙағы ғилемдән мең тапҡыр күберәк булған. Каруанда шулай уҡ ярлы ғына дөйә ҡыуыусы ла булған. Уның тураһында бер кем дә, бер нәмә лә белмәгән. Әммә бөтәһе лә уның Ергә һуңғы Бәйғәмбәр килеүенә ышаныуы тураһында йыш һөйләгән. Көндәрҙән бер көндө ғалим ҡыуғынсыны үҙенең янына саҡырып алған.
- Минең бөтөн донъяға билдәле ғалим булыуым тураһында беләһеңме? - тип һораған ул. - Күрәһеңме, етмеш дөйәгә тейәгән һандыҡтарға минең белемемдең бәләкәй генә бер өлөшө һыйған. Һин, ни батырсылығың етеп, һуңғы Бәйғәмбәр килеүенә ышанаһың? Иң башта өҫтөңдәге алам-һалам кейемеңә ҡара, һин бит уҡый-яҙа ла белмәйһең. Мәктәп ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын беләһеңме, исмаһам? Ә мин академия бөттөм... Дөйә ҡыуыусы итәғәтле генә һүҙ башлаған:
- Әфәндем, һин үҙең башлап һүҙ ҡушмаһаң, үҙем башларға батырсылығым етмәҫ ине. Ләкин һорау биргәс, үҙ фекеремде әйтәйем һәм ябай ғына бер миҫал менән нығытайым. Һиңә белемдең иң ҡиммәтлеһе мәғлүм, шуға күрә һинең белемең диңгеҙ төбөнән алынған ынйыға бәрәбәр. Ынйылар шул тиклем ҡәҙерле, уларҙы бәрхәт менән көпләнгән матур ҡумталарҙа ғына һаҡлап тоталар. Ә минең белемем аяҡ аҫтындағы ябай таштар кеүек. Әфәндем, ҡояш ҡалҡҡан ваҡытты күҙ алдына килтер ҙә, һорауыма яуап бир: "Ҡояш нурҙары тәү башлап ҡайҙа сағыла, төрмә кеүек бикле ҡумта эсендә ятҡан ынйыларҙамы, әллә аяҡ аҫтындағы ябай таштарҙамы?.."

 

"Ғалим һәм дөйә ҡыуыусы"
"Ғалим һәм дөйә ҡыуыусы"
Автор:
Читайте нас: