-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2021, 22:56

"Минең атайым, эх, тере булһын ине, эскесе булһа ла, һуғышсаҡ булһа ла, риза булыр инем"

Йәш саҡта йүнәлтмә буйынса икенсе ауылға эшкә килгәс, унда буласаҡ тормош иптәшем менән танышҡас, ауылыма ҡайтып, атай-әсәйемә уның яһаған тәҡдимен әйтергә булдым. "Һинең турала атай-әсәйемә нимә тип әйтермен икән?" - тигән һорауыма ул: "Атайы, әсәйе бар, тип әйт," - тип яуапланы. Был һүҙҙәрҙең асылына мин йылдар үткәс кенә төшөндөм. Баҡһаң, ул йәш ваҡытында уҡ кешенең иң ҙур байлығы, бәхете - атай-әсәйле булыуҙа икәнен белгән икән. Мин - 

Яңыраҡ ҡына урамда үҙемдең бер танышымды осратып, хәл-әхүәлдәр тураһында һөйләшеп торҙоҡ. Ул иренең эсеүҙән туҡтай алмауы, ғаиләлә шул арҡала ыҙғыштар тыуыуы тураһында зарланып алды. Улының шәп кенә итеп атаһын "аҡылға ултыртыуы" тураһында ла һөйләп китте ул. "Миңә һинең улың йәл, нисек итеп ул үҙ атаһына ҡул күтәрә алды һуң?" - тигән һорауыма ул: "Атаһы үҙе ғәйепле бит, улым мине яҡлап шулай итте", - тиеүенә аптырай ҡуйҙым.

Минең уйымса, балалар атайҙы ла, әсәйҙе лә берҙәй яратырға тейеш. Ниндәй генә хәл килеп сыҡмаһын, бала - үҙ урынында, ата-әсә үҙ урынында ҡалырға тейеш. Бөгөнгөләй хәтеремдә: ҡасандыр беҙҙең илдә бөтә эшеңде "бер ярты" хаҡына ғына тиңләгән ваҡыттарҙа бер әсә улына әйткәйне: "Бына, улым, һин үҫеп егет булырһың, бәләкәй сағыңда атайың гел иҫереп йөрөп нисек беҙҙе ыҙалатты, үҫкәс, шуның өсөн атайыңдың кәрәген бирерһең". "Юҡ, әсәй, мин атайыма бер ҡасан да ҡул күтәрмәйәсәкмен, ул бит миңә атай, нисек итеп аҙаҡ уңың күҙенә ҡарармын?" - тип яуаплаған ине теге үҫмер малай.
Әлбиттә, атай кешенең ғаиләлә тотҡан урынын әйтеп аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Ул бөтә ғаилә ағзаларының ҡарап торған өлгөһө, ҡәлғәһе ул. Күп атайҙар шундай сифаттарға эйә лә. Балаларын атайһыҙ үҫтергән ҡатындарға икеләтә ауырға төшә. Матди яҡтан да, тәрбиә эшендә лә ата ролен дә, әсә ролен дә үтәргә тура килә уларға. Ярай ҙа ғаиләлә балаға олатай, бүтән ир туғандары өлгөһө булһа. Юғиһә, күп кенә ир балалар сөй ҙә ҡаға белмәй үҫәләр. Ата-әсәле бала - иң бәхетле бала, тип иҫәпләйем мин. Әсәй балаға ни тиклем ҡәҙерле булһа, уға атай ҙа шул тиклем кәрәк.
Бәләкәй саҡтарҙа бергә уйнап үҫкән әхирәттәремдең береһе йыш ҡына атаһын уйлап, ҡайғырып илай торғайны. Уның атаһы, ул бәләкәй генә саҡта әле, апрель айында ҡыуғында һыуға батып үлгән булған. "Минең атайым, эх, тере булһын ине, эскесе булһа ла, һуғышсаҡ булһа ла, риза булыр инем", - тип әйтер ине. Уның ҙур ҡайғыһын беҙ, бәләкәй балалар, уртаҡлашып, бергәләп илай торғайныҡ.
Йәш саҡта йүнәлтмә буйынса икенсе ауылға эшкә килгәс, унда буласаҡ тормош иптәшем менән танышҡас, ауылыма ҡайтып, атай-әсәйемә уның яһаған тәҡдимен әйтергә булдым. "Һинең турала атай-әсәйемә нимә тип әйтермен икән?" - тигән һорауыма ул: "Атайы, әсәйе бар, тип әйт," - тип яуапланы. Был һүҙҙәрҙең асылына мин йылдар үткәс кенә төшөндөм. Баҡһаң, ул йәш ваҡытында уҡ кешенең иң ҙур байлығы, бәхете - атай-әсәйле булыуҙа икәнен белгән икән. Мин тормош юлдашымдың атай-әсәйен иң беренсе планға ҡуйыуына әле лә һоҡланам.
Ғаиләнең ныҡлығын тәьмин итеүҙә, атайҙың абруйын төшөрмәүҙә әсәй кешенән күп нәмә тора. Мәҫәлән, берәй мөһим ҡарарға килгәндә балаға ошолай тип өндәшеү кәрәктер: "Балам, атайың - аҡыллы кеше, ул нимә тип әйтер, унан һорап ҡара..." һ.б. Беҙҙең ғаиләлә лә атайым төп һүҙҙе әйтер ине. Етди берәй эш килеп сыҡһа, атайымдан кәңәш һорай торғайныҡ (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым 91-се йәшендә яңыраҡ гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын). Күмәк ғаиләлә үҫкәс, әсәйем ашты иң беренсе атайыма һалып бирер ине. Йоморо икмәкте лә атайыма тоттороп, атайым уны ипләп кенә бысаҡ менән киҫер ине. Атайым ашты башлап ауыҙ иткәс кенә, беҙ, балалар, ашарға тотонор инек. Заман башҡа - заң башҡа, тиһәләр ҙә, ғаиләләге ҡайһы бер ҡанундар барыбер үҙгәрешһеҙ ҡала. Мәҫәлән, балалар алдарында торған ҡайһы бер һынауҙарҙы үҙаллы, ата-әсәнең кәңәшенән тыш, башҡарһалар, яңылышыуҙары ла мөмкин. Тормош тәжрибәләре булған атай-әсәй уларҙың иң кәрәкле, аҡыллы кәңәшселәре. Ғаилә кәңәшмәләрендә бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш. Күмәк эштең аҙағы һәр саҡ хәйерле. Аяҡ өҫтө генә түгел, яйлап, аҡыл менән эш итеү - ғаилә кәңәшмәһенең төп шарты.

Шулай итеп...
Йәштәргә әйтер һүҙем: балаларығыҙҙы атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм итмәгеҙ. Ғаиләне тотоп торған ике ныҡлы терәкте лә һаҡларға тырышығыҙ. Ә инде хәҙерге заманда олоғайған атай-әсәйеҙгә хат яҙыу, барып күреү мөмкинлеге әллә ни әһәмиәтле булмаған ваҡытта, телефонығыҙҙы ғына алып, уларға шылтыратығыҙ. Уларға һеҙҙән бер ни кәрәкмәй, бары тик бер нисә һүҙгә мохтаждар улар: "Һаумыһығыҙ, атай, әсәй! Минең барыһы ла һәйбәт..."

Әлфиә ЗӘБДИНОВА,
уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.

2017 йыл.

"Минең атайым, эх, тере булһын ине, эскесе булһа ла, һуғышсаҡ булһа ла, риза булыр инем"
"Минең атайым, эх, тере булһын ине, эскесе булһа ла, һуғышсаҡ булһа ла, риза булыр инем"
Автор:
Читайте нас в