-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2021, 20:54

"Әллә урыҫҡа бараһы, матур була балаһы"

Әрменән ҡайтҡан рус егете менән таныштым. Зәңгәр күҙле шуҡ егеткә тәү күреүҙән үк ғашиҡ булдым. Бигерәк татлы телле, яғымлы һәм иғтибарлы ине шул. Артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгән башҡорт егетен ташлап, Иванға кейәүгә сығып киттем. Тик... - 

ЯҘМЫШТАРҘЫ ЯҢЫЛЫШТЫРМАЙЫҠ!

"Әллә урыҫҡа бараһы, матур була балаһы", тип таҡмаҡларға ярата бер танышым. Был, әлбиттә, һүҙ араһында сыҡҡан мәрәкә генә. Күптәр тәрәнгә төшөп, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышып та ултырмайҙыр. Тик мине улар уйға һалды. Бөгөн беҙ халҡыбыҙ яҙмышы, уның киләсәге хаҡында бик күп һөйләйбеҙ. Һөйләүен һөйләйбеҙ ҙә ул, үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн аныҡ эштәр эшләйбеҙме һуң? Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеһе менән тормош ҡора, сит милләткә балалар үҫтерә, егеттәребеҙ ҙә йәрҙе яттар араһынан эҙләй. Ильястан Иван тыуғанда башҡорт халҡының киләсәге өсөн хафаланыуҙар артҡандан-арта ғына.

Ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙең яҙмышы нисегерәк икән? Мөхәббәт тип баштарын юғалтып өйләнешкән йәштәр тормошта ниндәй ауырлыҡтарға юлыға? Ошо һорауҙарға яуап эҙләгәндә, бер тарих иҫкә төштө. Йәшләй генә хис-тойғолар шауҡымына бирелеп, рус егете менән яҙмышын бәйләгән Гөлсөм апайҙың һөйләгәндәренән, бәлки, күптәр фәһем алыр, уйланыр. Уның һөйләгәндәрендә тәрән мәғәнә һәм аҡыл ята. Был яҙмамды мин башҡа милләткә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыу маҡсаты менән яҙмайым, бары тик икелә-неп, ике юл сатында торғандарға ишара итеп юллайым.
...Ыҡсым ғына йорт әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә тартып ултыра. Тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелгән был донъяла бәхетле кешеләр йәшәгәнен аңлау өсөн хужаларҙың йөҙҙәренә күҙ һалыу ҙа етә.
- Бик бәхетле кеше мин, һылыу. Ошо әлеге көнгө тормошом менән ҡәнәғәтмен, - апай баҫалҡы ғына йылмайып ҡуя.
- Гөлсөм апай, шул бәхетегеҙгә нисек килеүегеҙ хаҡында белге килә ине, - тим.
Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр араһындағы эскәмйәгә барып ҡунаҡлайбыҙ ҙа, Гөлсөм апай яйлап ҡына мине үткәндәренә күсерә.
- Ун һигеҙ генә йәшемдә яңы әрменән ҡайтҡан рус егете менән таныштым. Зәңгәр күҙле шуҡ егеткә тәү күреүҙән үк ғашиҡ булдым. Бигерәк татлы телле, яғымлы һәм иғтибарлы ине шул. Артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгән башҡорт егетен ташлап, Иванға кейәүгә сығып киттем. Әсәһе менән генә йәшәгәнгәме, ҡатын-ҡыҙ эше тип тормай, бөтәһен башҡара ине ирем. Мине күтәреп кенә йөрөтмәй, һүҙ һайын "моя" ла "моя" тип күңелде иретә. Ҡәйнәм дә "золотая"нан һалдыра. Үҙ ғаиләмдә ундайҙы ишетмәгән миңә былар май булып яғыла. Ҡайҙа инде ул башҡортта татлы һүҙ һөйләп, сөсөләнеп ултырыу! Атай ҙа ҡаты булды. Кейәүгә сыҡҡас та, быныңды эйәртеп миңә ҡайтып йөрөмә, тип бер генә әйтте. Үпкәләп сығып киттем. Бер йыл самаһы сит милләттең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын үтәп, нисек тә булһа яраҡлашырға тырыштым. Уларҙың мөйөшкә ҡарап суҡынып ултырыуҙарын күргәндә, эсемдә ниҙер өҙөлөп киткәндәй булһа ла, дин генә төрлө, Аллаһ берәү бит, тип тынысландым. Көн дә тиерлек ашаған кәбеҫтә, балыҡ ашы, кеҫәлдәре туйҙырып бөтһә лә, өйрәнермен әле, тинем. Тик... өйрәнеп булманы.
Йылдан ашыу йәшәгәс, ауырға ҡалдым. Бер көндө иртән ҡәйнәм менән иремдең һөйләшеүенә уяндым. "Улым тыуһа, Степан тип ҡушам, - ти иптәшем, - олатаһының исемен йөрөтөр, ә ҡыҙым Екатерина буласаҡ". Шул минутта бар донъям зыр әйләнеп китте. Степан? Екатерина? Нисек инде улай?..
Ниндәй ахмаҡлыҡ булғандыр инде, Иванға кейәүгә сыҡҡанда, әйтерһең дә, уның исеменә иғтибар ҙа итмәгәнмен дә, ә бына тыуасаҡ балаларымдың исеме лә, ниндәй милләттән булыуҙары ла борсоуға һалды. Ни эшләп һуң алдараҡ был хаҡта уйлай белмәгәнмен? Сит милләт кешеһе менән ғаилә ҡороуға бөтөнләй әҙер булмағанмын бит! Үҙ-үҙемде генә түгел, хатта ҡарынымдағы баламды күрә алмаҫ хәлгә еттем, ышанаһыңмы, һылыу? Минең ҡапыл ғына Салауаттар һәм Зөлхизәләр, Азаматтар үҫтергем килеп китте. Иремдең "моя"һы ла екһетте.
Яҙмыштың бер хикмәте булдымы, теләмәй генә күтәргән балама тыуыу насип булманы - ауырым төштө. Ошонан һуң үҙемдә бығаса булмаған еңеллек тойҙом. Башҡаса бер минут та ирем янында ҡала алмаҫымды аңланым. Ошо ҡылығым өсөн көн-төн унан ғәфү үтендем, аяҡтарына сүгәләп, айырып ебәреүен ялбарҙым. Үҙ яғыма ҡайтып, тыуған телемдә һөйләшкем, башҡортса йәшәгем килде. Ситтәр араһында йәшәп, үҙ-үҙемде һағынғайным. Тәүге ирем бигерәк йомшаҡ холоҡло, яғымлы ине, ә беҙҙең ирҙәр иһә ҡырыҫ холоҡло, артыҡ иркәләп-наҙлап ултырмайҙар. Ә шулай ҙа яраталарҙыр улар, тик үҙҙәре белгәнсә, үҙҙәренсә генә итеп, - бер аҙ уйланып ултырғандан һуң, апай йылмайып миңә ҡарап ҡуя.
- Ирҙәребеҙ генә түгел, үҙебеҙ ҙә шулай бит инде, ҡырыҫыраҡбыҙ. Ҡаныбыҙҙа бар был холоҡ, - ошо һүҙҙәремде әйткәс, әңгәмә артабан ялғанып китә.
- Иремде ташлап, үҙ яғыма ҡайттым. Мине оҙата сыҡҡас, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, илап ҡалды, бисарам. Йәшлектәге аҡылһыҙлығым арҡаһында нисәмә яҙмыш менән уйнаным. Әле булһа үкенәм, һылыу...
- Ә әлеге бәхетегеҙ? - түҙемһеҙләнеп, һүҙ дилбегәһен Хәлил ағай яғына тартам.
- Ағайыңды ташлап, Иванға барғайным бит. Йәшлек йәрем мине барыбер көткән, бергә булырыбыҙға ышанған. Һөйләштек, аңлаштыҡ. Шул тиклем яҡын ул миңә, үҙ кешем инде! Ике улыбыҙ тыуҙы. Салауат менән Азамат. Ағайыңдың татлы теле юҡ юҡлыҡҡа, бер әйтеп, ҡырт киҫеп ҡуя торған ғәҙәте бар, асыуын да, һөйөүен дә бер һүҙ менән генә белдерә ул: "Ишетәһеңме?.." Уның ошо һүҙен ишетер өсөн күп ваҡыт әллә ниҙәр ҡылмаҡтай булам, - әңгәмәсемдең йөҙө яҡтырып, тауышы көрәйеп киткәндәй була. - Никахтар күктә ярала, тиһәләр ҙә, һайлау хоҡуғы һәр кемебеҙгә бирелгән. Сит милләт кешеһе менән дә бына тигән йәшәгәндәр бар, ә бына мин булдыра алманым, сөнки үҙ халҡымды яратам. Башҡортлоҡ көслө миндә. Шуға күрә ваҡытында яңылышмаһаҡ ине, тим...
- Ишетәһеңме, ҡунаҡты сәй эсермәйһеңме ни ул? - Хәлил ағайҙың тауышы ине был. Беҙ көлөшә-көлөшә урындарыбыҙҙан ҡуҙғалдыҡ. "Ишетәһеңме?.." Ике кеше араһындағы ҡыҫҡа ғына ошо һүҙҙең ниндәй ҙур ҡөҙрәткә эйә булыуын шундуҡ аңланым мин. Бер-береһен һөйгән ике йөрәкте тоташтырып тороусы бөйөк һүҙ ине ул.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

"Әллә урыҫҡа бараһы, матур була балаһы"
"Әллә урыҫҡа бараһы, матур була балаһы"
Читайте нас в