-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 12:57

Башҡа халыҡтарҙа был исем юҡ!

.

Салауат - ул ябай исем түгел, ә процесс. Ул доға тигәнде аңлата. Юҡҡа ғына салауат әйтеү, тимәйҙәр. Биш намаҙ һайын бар мосолман донъяһы һигеҙ салауат әйтә. Шул бөйөк ғәмәлде башҡорт ҡына улдарына исем итеп ҡуша. Башҡа халыҡтарҙа ул исем юҡ. Халҡыбыҙҙа булған Салауат исеме милләтебеҙҙең телгә, дингә, Бәйғәмбәребеҙгә һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡарата мөнәсәбәтен аңлата. Күңелеңдә ошо исемде (доғаны) йөрөтһәң, бөтә юлдар, ишектәр асылып тора, бөтөн эштәрең уңышлы була, бер нәмәнән ҡурҡмайһың, бер нәмә алдында ла аптырап, юғалып ҡалмайһың. Йәғни салауат - ул Аллаһы Тәғәләгә, глобаль тормошҡа асыҡ ҡапҡа.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ (мәҡәләнән өҙөк)
Читайте нас в