Әсәйем, ике апайым...
Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт йомаҡ булды. Ул үҙенә ылыҡтыра, шул уҡ ваҡытта сиселмәҫ сер булып ҡала. Минең өсөн генә түгел, башҡа ир-егеттәр өсөн дә ул шулай. Мин ҡатын-ҡыҙға табындым, әммә бер-нисәүһе генә минең идеалым булып ҡалды. Йәшлек йылдарында ҡатын-ҡыҙ арҡаһында кисергән күтәренке рух, күңел ҡайтыу, төңөлөүҙәр, ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөктәр хәтеремә аҡ һәм ҡара һыҙаттар булып уйылды. Уларҙың барыһын да бөгөнгөләй иҫләйем.
Миңә ете йәш тирәһе булғандыр. Өйҙә бер үҙем генә инем. Картуф утарға тип, баҡсаға сыҡтым. Баҡса ап-аҡ сәскәгә күмелгән. Оҙаҡ та уйлап тормай, тәпкене ташланым да, әсәйемә сәскә бәйләме йыя башланым. Баҡсалағы бөтә картуфтың тиерлек сәскәһен йыйғанмын, етмәһә, матурыраҡ булһын тип, гөлләмә уртаһына помидорҙың һап-һары сәскәләрен дә өҫтәгәнмен. Минең "эшемде" күреп ҡалған күрше апай: "Ну, малай, әсәйеңдән бөгөн эләгә, эштән ҡайтҡас та уға был эшең тураһында әйтәм!"- тип күңелемде төшөрҙө. Ҡурҡыуым юҡҡа булды: әсәйем, йылмайып, сәскәләрҙе ҡулына алды ла: "Рәхмәт, улым, бик матур сәскәләр... Картуфһыҙ йәшәп була, сәскәһеҙ - юҡ", - тине. Күп йылдар үткәс, мин шундай һығымтаға килдем: әсәйем миндә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле ир-егет тәрбиәләргә теләгәндер.
Беҙҙең өйҙә өс ҡатын-ҡыҙ ине: әсәйем һәм ике апайым. Мин үҙемде уларҙы яҡлаусы итеп тоя инем. Көсөмдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырыштым. Бер ваҡыт күрше урамда йәшәгән малай әсәйем хаҡында: "Һинең әсәйең йөк аты кеүек..."- тигән һүҙҙәр ысҡындырҙы, күрәһең, өйҙәрендәге ололарҙың һүҙен ҡабатлағандыр инде. "Минең әсәйемме йөк аты? Тағы бер ҡабатла әле!" - тип уға ташландым. "Ат! Ат! Әсәйең эштән башҡа бер ни күрмәй, бер ни белмәй!" Мин үҙемдән олораҡ та, көслөрәк тә малайға ҡаршы һуғыша башланым. Ул мине еңел генә һуғып осора торҙо, мин тағы ла уға ташлана торҙом. Ап-аҡ күлдәгем ҡап-ҡара булып бысранды, маңлай яраланды, танауҙан ҡан аға башланы. Ҡояшлы көн ҡыҙыл төҫкә әйләнде. Мин дошманымды еңеремә ышанмаһам да, һөжүмемде дауам иттем. Беҙҙе малайҙың ағаһы айырҙы һәм ҡусыһына: "Етәр! Ысынлап та, уның әсәһе ауылда иң һәйбәте, иң матуры! Хәҙер үк ғәфү үтен! Ғәфү үтенмәһәң, мин уның яҡлы булам!"- тип екерҙе. Дошманым теш араһынан: "Ғәфү ит, мин яңылышҡанмын..." - тине. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, мин ҡысҡырып илап ебәрҙем...
Өйләнгәс, ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, әсәйем килене менән бер һүҙле булды. Ул һәр саҡ: "Килен хаҡлы булмаһа ла, ғәфү үтен..."- тип өйрәтә ине.
Тәнен һатҡан ҡыҙ
Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһының тимер юл вокзалында поезд көтөргә тура килде. Һыуыҡ көҙ көнө, ямғыр һибәләй. Ҡапыл вокзал уртаһында баҫып торған йәш ҡыҙға иғтибар иттем. Ҡыҙға егерме йәштәр тирәһе булғандыр. Ул миңә донъя йөҙөндәге иң матур, хатта Ерҙәге түгел, ә ҡайҙандыр икенсе планетанан килгән нәфис йән эйәһе булып тойолдо. Әйтерһең, ул бында Ерҙәге ығы-зығыны күреп китер өсөн генә килгән. Мин вокзал алдындағы сәскә салонына индем. Унда ниндәй генә гөлләмәләр юҡ ине! Кеҫәләге аҡсам өс ҡәнәфер алырға ғына етте. Ҡулымдағы сәскәләремде тотоп, вокзалға индем. Ҡыҙ шул уҡ урында баҫып тора. Үтеп йөрөүселәргә ғорур, тәкәббер ҡараш ташлай. Кемделер көткән кеүек. Сәскәләремде нисек бүләк итергә белмәйем, күңелемдән генә төрлө матур һүҙҙәр барлайым. Бына эргәмә ялтас башлы бер ир килеп баҫты һәм ҡыҙға ымлап: "Һалдат, был фәхишәне алғың киләме? Ләкин уның хаҡы ҡиммәт. Килешербеҙ..."- тине. Минең өсөн көн төнгә әйләнде, баяғы илаһи хистәрем ҡапыл юҡҡа сыҡты. Ҡаршымда торған иргә һуҡҡым килде, ләкин үҙемде тотоп ҡалдым. Тешемде ҡыҫып, ситкә китә һалдым. Тынысланғас, сәскәләрҙе оҙон сират осонда баҫып торған оло йәштәге апайға бирҙем. Ул: "Ни өсөн миңә?" - тигәс, "Һеҙ әсәйемә оҡшағанһығыҙ", - тип яуапланым. Апай күҙ алдымда үҙгәреп, йәшәреп киткәндәй булды.
Урамға сыҡтым. Кеше күп йөрөгән урында шөкәтһеҙ бер ир ҡыҙғаныс тауыш менән хәйер һорап ултыра ине. Үтеүселәр уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып, эргәһендәге ҡатырға ҡапҡа тимер аҡса ырғытып, тиҙерәк китеү яғын ҡарай... Ҡыҙ тәнен һатһа, был ғәрип үҙенең бәхетһеҙлеге менән һатыу итә. Улар араһында айырма юҡ түгелме? Күп йылдар үтһә лә, тормошомдоң ошо көнөнә әле лә әйләнеп ҡайтам. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, фәрештә һәм шайтан сиам игеҙәктәре кеүек, бер үк кешелә йәшәй ала. Уларҙы айырыуы мөмкин түгел. Бигерәк тә бөгөнгө көндә.
Ниңә үҙгәрҙегеҙ?
Донъяла гүзәл ҡыҙҙар, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бар. Улар - беҙҙең тормош йәме, ғаилә усағын йылытыусы. Н. Некрасов "Есть женщины в русских селениях" тип яҙған. Әммә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы үҙгәрҙе. Егерме беренсе быуатта ул уҫал, тупаҫ, әҙәпһеҙ затҡа әйләнде. Ни өсөн?
Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға беренсе сиратта йәмғиәт кире тәьҫир итте. Хәҙерге заман йәмғиәте ҡатын-ҡыҙҙы эшсе көсө, матди ҡиммәттәр табыусы, ғаиләне аҫраусы тип ҡабул итә. Ул ир-егет менән бер рәттән эшләй. Эштән һуң юл ыңғайында кәрәк-яраҡ һатып алып, хәлдән тайып ҡайтып инә. Өйҙә уны ире, балалары, аш бүлмәһе, һауыт-һаба көтә. Иртәгәһенә шул уҡ хәл тағы ҡабатлана... Йылмайыу, наҙлылыҡ өсөн ваҡыт юҡ. Күптән түгел бер журналда Франция ҡатын-ҡыҙҙарының йәшәү рәүеше хаҡында уҡыным. Мәҡәләне тулыһынса ҡабатламайынса, бер фактта ғына туҡталам: француз ҡатыны ике килонан ауырыраҡ йөк күтәрмәй! Йәғни йөк эшкә тотоп йөрөгән сумканан ауыр түгел. Беҙҙең ҡатындар шулай йәшәһен ине! Беҙ, ир-егеттәр, ғаиләләге беренселекте ҡатындарға биреп, әрәмтамаҡ хәленә ҡалғанбыҙ түгелме (был айырым һөйләшеү темаһы, әлбиттә)? Минең бер танышым, уға ниндәй генә һорау бирһәң дә, бер төрлө яуап бирә: "Мин бер нәмә лә белмәйем, ҡатынымдан һора, ул белә, ул хәл итә..."
Мәктәптә эшләгәндә уҡыусыларыма "Өйөгөҙҙә ғаиләне кем аҫрай?" тигән һорау бирҙем. Асыҡлауымса, ғаиләлә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй (бер генә түгел, бер юлы ике-өс эштә). Ә ир-егеттәр ҡайҙа? Улар Обломов кеүек, диванда ята, телевизор ҡарай. Мәшәҡәтле эш көнө, һуңынан ғаиләне киске аш менән һыйлау, балаларҙың дәресен тикшереү... Ошоларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй наҙ, йомшаҡлыҡ талап итеп була? Элек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус уҡыу йорттары, институттар булған. Бында уларҙы әҙәбиәт, математика һ.б. фәндәр менән бер рәттән, аш-һыу әҙерләү оҫталығына, бала тәрбиәләүгә өйрәткәндәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, буласаҡ ҡатын, әсәй, оҫта ҡуллы хужабикә тәрбиәләгәндәр. Хәҙерге заман мәктәбендә ҡыҙҙар егеттәр менән бергә противогаз кейеп йүгерергә, автомат йыйырға, һүтергә өйрәнә...
Үҙ-үҙенә ҡул һелтәгәндәрме?
Бөгөнгө йәмғиәт рухи көрсөк кисерә, быға күберәк эскелек, баҙар иҡтисадының кире яҡтары тәьҫир итәлер. Күптән түгел зауыҡһыҙ буянған (бәлки, күңеле лә шулайҙыр) иҫерек йәш ҡыҙҙы күрҙем. Ул бысраҡ кейем кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егет менән ҡултыҡлашып алған. Ҡыҙ үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәгәнгә оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр менән йыш осраша башланыҡ. Бөгөнгө көндә бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың хәмер эсеүе хафаға һала, был хатта ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тип раҫлай алам. Ҡатын-ҡыҙҙың эсеүе үтә ҡурҡыныс күренеш. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәт, мөхәббәт бөтһә, ул ябай тауарға әйләнһә, рухи бөлөү ошо була инде. Интернет, йәки ниндәй генә "һары" матбуғат баҫмаһын алма, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың һатылыу урындары хаҡында мәғлүмәткә юлығаһың. Ҡатын-ҡыҙҙың бындай һатлыҡ затҡа әйләнеүендә беҙ, ир-егеттәр ҙә ғәйепле бит, йәмәғәт. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең дә ғәйебе ҙур.
"Битһеҙ ҡатын-ҡыҙ" тигән рәсем бар. Бында матур кәүҙә һүрәтләнгән, ә кәүҙәнең бите юҡ. Бит урынына... бушлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үткән менән киләсәкте бәйләүсе зат. Тимәк, беҙ төпһөҙ упҡынға тәгәреүсе йәмғиәт.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә бөйөк, саф, абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙҙар күп түгел. Улар, күрәһең, элекке заманда тороп ҡалғандыр. Бөгөн үҙенә иш таба алмаған ир-егеттәр Пушкиндың Татьянаһына, Толстойҙың Наташа Ростоваһына, Тургеневтың Асяһына ғашиҡ була. Элек ҡатын-ҡыҙ өсөн алышып, дуэль ойошторһалар, бөгөн, киреһенсә, ҡыҙҙар ихтыярһыҙ егеттәрҙе яҡлай. Донъя үҙгәрә...
Тормошомда күп төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде: көрәк менән асфальт һалыусы, бокс буйынса ярыштарҙа һәм ҡағиҙәһеҙ һуғышыуҙа ҡатнашыусы, хоккей уйнаусы, ауыр штанга күтәреүсе... Ләкин минең наҙлы, мәрхәмәтле, хатта көсһөҙ, ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙы күргем килә. Ҡатын-ҡыҙ бит барыбер ҙә көсһөҙлөгө менән көслө.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенең тәбиғәте менән илаһи зат, мөхәббәт сығанағы. Дантены "Божественная комедия", Петрарканы "Книга песен" әҫәрҙәрен яҙырға ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөхәббәт илһамландырған. Уҡыусыларын өйрәтеп ултырған Сократ: "Бер нәмәгә ҡарамай өйләнегеҙ... Һәйбәт кәләш эләкһә - уңырһығыҙ, насары эләкһә - философ булып китерһегеҙ", тигән сағында мыжыҡлығы менән танылған үҙенең ҡатыны Ксантиппаға күҙ ташлап алған...
Боронғо грек яҙыусыһы Диоген көндөҙ шәм яндырып, "Кеше эҙләйем!" тип йөрөгән. Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙы! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм гүзәл, илаһи, ҡабатланмаҫ затҡа әйлән!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.