-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 08:00

Йома мөбәрәк булһын!

Морат ЛОҠМАНОВ: Аҙым һайын хикмәт.Аллаһы Тәғәлә мине дингә төрлө юлдар менән килтерҙе. Ағайым Афғанстанда хеҙмәт иткәндә ғәрәп хәрефтәре менән хат яҙып ебәрҙе.

Ул ваҡытта "Ағиҙел" журналында ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр баҫыла башлағайны. Ағайымдың хатын уҡып, ғәрәпсә уҡырға өйрәндем, ғәрәпсә яуап яҙып ебәрҙем. Һуңынан да Аллаһы Тәғәлә яңынан-яңы мөмкинлектәр асып торҙо. Башҡорт дәүләт университетында ла ғәрәп телен өйрәнә башланыҡ. Бер ниндәй маҡсатһыҙ йәшәгән саҡтар ине ул осорҙа. Ләкин ошо ваҡыттарҙа ла Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтенән мәхрүм итмәне. Университеттан ике кешене Мысырға уҡырға ебәрергә, тигән ҡарар сыҡты. Был кешеләрҙе ҙур курстарҙан һайларға тейештәр ине. Кесерәк булһам да, уҡытыусым мине, ғәрәп телен барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә, тип, Мысырға ебәртеүгә өлгәште.
Аллаһы Тәғәлә шулай үҙе йөрөтә, сәбәптәр бирә икән, уларҙы ҡуллана белергә генә кәрәк. Халҡыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ошо мөмкинлектәрҙе биреп тора. Беҙҙә ғалим, әүлиә заттар күп булған. Күптән түгел республикаға Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Мәхмәт Әдил килде. Уны бөтөн донъяла ил етәкселеге кимәлендә саҡыралар, ләкин ул бөтә ерҙәргә лә бармай. Ә беҙҙә дәүләт кимәлендә саҡырыу ҙа булманы - ул килде. Был да бушҡа түгел. Әммә был тәкәбберләнер, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыр өсөн түгел. Был, беренсенән, бәхет, икенсенән, оло яуаплылыҡ.
Дингә килеүем, "Йома"ны алып бара башлауым тураһында уйлайым да, шундай һығымтаға киләм. Был тиккә булмаған. Минең олатайым аҡ күңелле, ихлас бер бабай ине. Ул һәр саҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн изге доғалар ҡылды. Ана шул ата-бабаларыбыҙҙың изге доғалары беҙҙе ошо юлға килтергәндер инде, тип уйланам. Ошо доғалар беҙҙе һаҡлай.
Элек бөтә оло быуын вәкилдәре лә балаларына ҡарата ана шундай изге доғала булған. Бөгөн беҙ доға ҡыла беләбеҙме? Ошо хаҡта уйланам да, ҡурҡыныс булып китә. Беҙҙең быуын иң ҡаты, бәғерһеҙ алымдар ҡулланып тәрбиәләй түгелме балаларын? Балаһы яңылыштан бәләкәй сәскәгә үрелһә лә, урам тултырып әрләй, һүгенеү һүҙҙәре менән, ҡаты һүҙҙәр менән балаһын битәрләй. Ә бит кеше күңеленән сыҡҡан һәр һүҙ - ул доға. Ә ошо ҡаты мөнәсәбәт, бәддоға булып, балалар өсөн насар эҙемтәләргә килтермәҫме? Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың доғалары ярҙамы менән имен, иманлы йәшәйбеҙ, ә бөгөнгө быуынға бәддоғалар әйтелһә, улар ни эшләр?
Читайте нас: