+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 15:32

Боранғол әллә Буранғол?!

Йәй буйына халыҡ ауылдың атамаһы тураһында ғына һөйләште, бәхәстәр тынманы:

Шәһит Хамматов: "Бер йәй шулай, ауыл күркәмләнһен, тип, егеттәр менән тау башына ҡарағай бүрәнәләрҙән ауылыбыҙҙың исемен яҙып ҡуйырға булдыҡ. Буранғол ауылының рәсми атамаһы ни өсөндөр Боранғол булып йөрөй. Ауыл хакимиәтендә шуға Боранғол тип яҙырға ҡуштылар. Эшләй башлағайныҡ, халыҡ фекере икегә бүленде - бер яҡта - "у", икенсе яҡта "о" яҡлылар. Шулай ҙа эшләнек, буяп та ҡуйҙыҡ. Йәй буйына халыҡ ауылдың атамаһы тураһында ғына һөйләште, бәхәстәр тынманы. Бер көн төш күрәм, кемдер "о" хәрефен боҙорға маташа. Торҙом да, ҡараһам, ысынлап та берәү тау битендә йөрөп ята. Барһам, ауылдашым, актер Рәмзил Сәлмәнов. "Өйҙә лә, бесәндә лә бер генә тема, шул тиклем ялҡыттылар", - ти, баҡтиһәң, ул өс төн буйы "о"-ны нисек итеп "у"-ға әйләндерергә мөмкин икәнлеген уйлап ятҡан. "О"-ны "у"-ға әйләндерә башлағайныҡ, "о" яҡлылар тауға менә башланы. Ә хәҙер был урын ауылдың матур бер еренә әүерелде".
Читайте нас: