+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2021, 20:59

"ҺҮЖӘБЕҘ". Нимә ул "ҺҮЖӘ"?

Күмәкләп йорт бураһын күтәргән саҡта башҡарыла ул. Өмәселәргә ҡушылырға теләгән кеше балтаһын тотоп бура күтәргән урынға килә лә: “Һүжәгеҙ?” – тип һорай. Өмәселәр бер тауыштан:

Йола
ҺҮЖӘБЕҘ
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙ тормошонда элек-электән йола булып нығынған, традицияға әйләнгән өмәләр тураһында йыш һөйләй башланылар. Был аңлашыла ла: илебеҙ иҡтисади йәһәттән әллә ни мандый алмай, шуға күрә күп кенә эштәрҙе түләүле башҡарыу мөмкин дә түгел. Бынан тыш күмәкләп башҡара торған йәмғиәт бурыстары ла була. Мә:әлән, йәмәғәтселек урындарын таҙалыҡта, тәртиптә тотоу һәр заманда ла күмәк көс ярҙамында өмәләр, субботниктар ойоштороп хәл ителгән һәм был йола әле лә булһын дауам итә.
Тик өмәләрҙе тирә-яҡты таҙалыҡта тотоу сараһы тип кенә ҡарау хәҡиҡәттең меңдән бер өлөшөн генә тәшкил итер ине. Уның асылы тағы ла тәрәндәрәк ята. Улай ғына ла түгел, хатта һәр бер дәүләттең барлыҡҡа килеүе күп йәһәттән өмәләрҙе ойоштороусыларға хас энтузиастарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора. Шул турала киңерәк фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Буштың атаһы үлгәнме?
Совет осоронда коммунистик субботниктарҙы башҡортсалап “коммунистик өмә” тип атаныҡ. Ошо нигеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр мөхитендә өлкән йәштәгеләргә хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итеүсе “тимурсылар” хәрәкәте барлыҡҡа килеүенә лә тарих шаһит. “Тимур һәм уның командаһы” фильмын ҡарап, меңәрләгән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа төндәрен ҡарттарҙың йорт эштәрен башҡарып китеүсе (баҡсаһын ҡаҙыусы, утынын бысып ярыусы, урамын һепереүсе) мәрхәмәтлек командалары хаҡында ла беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа әүҙемләшкән “ирекмәндәр” хәрәкәте лә ошо ҙур башланғыстың заманға ярашлы дауам ителеүе булып һаналырға хаҡлы. Пандемия осоронда ирекмәндәрҙең оло йәштәгеләргә медикаменттар, аҙыҡ-түлек килтереү буйынса күрһәткән ярҙамы айырым иғтибарға лайыҡ. Ирекмәнлек рухы илебеҙҙең һәр бер гражданына хас тойғо. Үҙебеҙ балда-майҙа йөҙөп йәшәмәһәк тә, кемгәлер ярҙам итергә, кемделер йәлләргә беҙ һәр ваҡыт әҙер. Был Рәсәй кешеһе менталитетына хас күренеш.
Әйткәндәй, субботниктарҙы (шәмбе өмәләрен) пролетарийҙар етәксеһе Владимир Илъич Ленин башлап ебәргән. Тәүге өмәгә ул үҙе лә сыҡҡан. Теге йәки был эште шәмбелә генә башҡарып өлгөрмәгән осраҡ өсөн “йәкшәмбе өмә”ләре (воскресниктар) барлыҡҡа килгән. Ленин башлаған шәмбе өмәләрен тик коммунистик идеологияға ғына ҡайтарып ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгелдер. Ни өсөн тигәндә элек-электән кешелектең йолаһы һаналып, 1917 йылда яңы төҫ алып башланған бөйөк төҙөлөштәр барыһы ла коллектив хеҙмәт ярҙамында башҡарылған. Был хеҙмәте өсөн өмәселәр бер ваҡытта ла хаҡ һорамаған. Хаҡ тигәндән, фәҡәт Леонид Брежнев ваҡытында ғына ауыл крәҫтиәненең айлыҡ хеҙмәт хаҡы алып эшләүен иҫкә төшөргәндә, барыһы ла яҡшы аңлашылып тора. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ил халҡы яҡты киләсәк хаҡына һәр ваҡыт энтузиазм менән эшләп өйрәнгән һәм был ғәҙәт уның ҡанына һеңгән.
Индивидуализмды алға һөргән идеологтар был осраҡта: “Һәр бер хеҙмәт түләнергә тейеш, буштың атаһы үлгән. Бушҡа башҡарылған хеҙмәттең сифаты ла, ҡәҙере лә шул саҡлы”, – тип әйтергә ярата. Көнбайыштың бындай емерткес идеологияһына беҙ илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлек идеологияһын, коллектив рухын ҡаршы ҡуя алабыҙ. Нимә генә тимә, дәүләтебеҙ граждандарҙың берҙәм ынтылышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм көнбайыш идеологияһы беҙҙең берҙәмлекте ҡаҡшатыу өсөн дә индивидуализмды, шуның нигеҙендә эгоистик ҡарашты алға һөрә, көсләп тағырға тырыша.
ХХ быуат башындағы һуҡалы Рәсәйҙең ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында киң үҫешкән индустриаль илгә, ҡеүәтле атом державаһына әүерелеүе, йыһанды яулауы – быларҙың нигеҙендә миллиондарҙың илебеҙ ҡеүәте өсөн фиҙаҡәр тырышлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы ята. Дөрөҫөн әйткәндә, Советтар Союзы фәҡәт коллектив хеҙмәт, өмә ярҙамында төҙөлгән ҡеүәтле дәүләт булды. Быны һуҡыр ғына күрмәҫ, һаңғырау ғына ишетмәҫ.
Буштың атаһы үлгәнмелер-юҡмылыр, илебеҙҙең билен биштән быуып ҡеүәтле держава төҙөгән бер нисә быуын граждандарының бының өсөн заман алдында йөҙҙәре яҡты, намыҫтары таҙа. Бына шул байлыҡты айырым кешеләрҙең, әрһеҙ йылғырҙарҙың ҡулына төшөрөүенә килгәндә, бәлки улар өсөн бушҡа эшләүҙең атаһы, ысынлап та, үлгәндер. Буштың атаһы уларға үлгән өсөн дә әлеге лә баяғы көнбайыш идеологтары тап шундайҙар ярҙамында илебеҙҙе тарҡатыуға өлгәшә алғандыр. Хәйер, был үҙенә айырым һөйләшеүҙе талап иткән етди мәсьәлә.
Ағай-эне талашыр...
Беҙҙең халыҡта өмәгә сығыу йолаһы элек-электән үтәлә килә. Шуға күрә илебеҙҙә йәмәғәтселек хеҙмәтен ойоштороуҙоң был коллектив формаһы беҙҙең өсөн яңылыҡ булманы. Һәр ҡайһыбыҙ бала саҡтан алып күмәк хеҙмәттең, өмәнең нимә икәнлеген белеп-күреп үҫте. Ул йолалар әле, бигерәк тә ауылдарҙа, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеп килә. Бала саҡта әсәй-өләсәйҙәр: “Өмитеп өйҙө йыуып, өй нигеҙен һылап, һарыҡ ҡырҡып, кәзә тарап, ҡаҙ, өйрәк йолҡоп алайыҡ”, – тип ең һыҙғаныр ине. Шулай уҡ һуғым һуйыу ҙа, өй бурау, йорт күтәреү, кәбән ҡойоу эштәре лә өмә ярҙамында башҡарылды. Ғөмүмән, колхоз-совхоз эштәренән тыш башҡа барлыҡ хужалыҡ мәшәҡәттәре барыһы ла тиерлек күршеләрҙең, туғандарҙың, ауылдаштарҙың ярҙамында өмә үткәреп башҡарылды. Ҡыҫҡаһы, ауыл кешеһе өмә ярҙамында көн итте. Билдәле булыуынса, өмәселәр хужаның матур итеп һыйлауына ла риза булып, ниндәйҙер хаҡ түләтеү хаҡында уйлап та бирмәйенсә, таралыша торғайны. Күп урындарҙа был йола әле булһын үтәлә килә. Өмәләр һаҡланған ауылдарҙа кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә күркәм, ундай ауылдарҙа ҡот, бәрәкәт, ырыҫ бар. Йыназа көндәрендә лә барса ауыл мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға йыйыла.
Әгәр ҙә алыҫҡараҡ ҡарап фекер йөрөткәндә, кешелек ваҡыт-ваҡыты менән төрлө һынауҙарға дусар булып ҡына торған. Тарихтан шул да билдәле: тәбиғәт катаклизмдары, эпидемиялар, һуғыштар, башҡа төрлө афәттәр килгәндә ҡәбиләләр, ырыуҙар, халыҡтар, дәүләттәр бер төптән булып, бер йоҙроҡҡа төйнәлеп, бер ҡорға тупланып, ҡырғындарҙан, үләттәрҙән, хатта Туфан һыуынан да имен-аман ҡотолоп, үҙҙәрен һаҡлап ҡала алған.
“Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр” тигән мәҡәл-әйтем тап шул заманда барлыҡҡа килгән дә инде. “Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар” тигән әйтем дә бар. Ҡыҫҡаһы, бәләләр, афәттәр, һуғыштар, кешелеккә, халыҡтарға ҡырылыу, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы менән нисек кенә янамаһын, уларҙың әҙәм балаларын бер йоҙроҡҡа тупларлыҡ ҡөҙрәтен дә танырға мәжбүрбеҙ. Нисек кенә парадоксаль булмаһын, бәлә кешене берләштерә.
Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында һаҡланып ҡалған бер һоҡланғыс йоланың шаһиты булырға, унда ҡатнашырға тура килде. Күмәкләп йорт бураһын күтәргән саҡта башҡарыла ул. Өмәселәргә ҡушылырға теләгән кеше балтаһын тотоп бура күтәргән урынға килә лә: “Һүжәгеҙ?” – тип һорай. Өмәселәр бер тауыштан: “Һүжәбеҙ!”– тип яуап бирә. Шунан һуң өмәгә яңы кеше ҡушыла. Артабан да килеүселәр шул уҡ һүҙҙе әйтә. “Һүжәгеҙ?” был осраҡта өмәгә ҡушылырға рөхсәт-пароль һымағыраҡ яңғырай. Башҡорт өмәһе, хәйриә хеҙмәте шулай ойошторола был райондың ҡайһы бер ауылдарында.
Тағы ла Хәйбуллала, бигерәк тә күрше өлкәләр менән сиктәш ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәрҙең, хатта бер кеше генә башҡара алырлыҡ эштәргә лә күмәкләп тотоноуҙарына иғтибар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, ғәжәпләндем. Әйтәйек, ат, трактор арбаһына ҡул менән бесән тейәгәндә улар күбәгә бөтәһе бер юлы һәнәген ҡаҙап, тотош һүләне арбаға бер сәнскәндә түңкәреп ҡуя. Әгәр ҙә берәйһе ниндәйҙер сәбәп менән күбәнән алыҫҡа китһә, уны көтөп торалар, яңғыҙ-ярты берәү ҙә һәнәген күбәгә ҡаҙамай.
Тәүҙә был күренеште мәҙәк күреп тамаша ҡылып йөрөнөм дә, аҙаҡ уйландым! Улар бит Урал тауҙарының далаға туғарылған ерендә көн итә. Элек-электән ҡаҙағы булһынмы, ҡалмағымы, башҡаһымы, башҡорт еренә туҡтауһыҙ һөжүм итеп торған, ҡарымтаға йә барымтаға килгән. Шуға күрә был төбәк халҡының күмәкләп эшкә тотоноуҙары ҡандарына һеңгән. Көтөлмәгән һөжүмгә әҙер булыр өсөн дә улар һәр саҡ бергә генә йөрөй.
Күркәм йолаһы һаҡланған, тик күпме кешенән һорашһам да, “һүжә” һүҙенең нимәне аңлатыуын белеүсене осратманым. Эҙләнә торғас, таптым: “һүжә” боронғо телебеҙҙә....... (Дауамын журналыбыҙҙың июнь һанында уҡырһығыҙ. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтарыбыҙ!)
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: