Беренсенән, һин гений булырға мөмкинһең, әммә Йүнәлеш биреүсе Ҡулдың барлығын онотмаҫҡа тейешһең. Был ҡулды беҙ Аллаһ тибеҙ. Һәр ваҡыт уның ихтыярына ышан.
Икенсенән, яҙыу өсөн миңә ҡәләмде осларға кәрәк. Уға ауыртһа ла, аҙаҡ ул нәҙегерәк яҙа башлаясаҡ. Йәғни ауыртыуҙарға сабыр бул, улар һине юғарыға күтәргәнен онотма.
Өсөнсөнән, әгәр ҡәләм менән яҙһаң, хаталы урындарын һәр ваҡыт юйып була. Иҫеңдә тот: үҙеңде үҙгәртеү насар түгел, ә йыш ҡына дөрөҫ юлда ҡалыуҙың берҙән-бер ысулы.
Дүртенсенән, ҡәләмдең ағастан эшләнеүе лә, формаһы ла түгел, ә эсендәге графиты әһәмиәткә эйә. Шуға күрә, эсеңдә нимәләр булғаны хаҡында уйлан.
Һәм, бишенсенән, ҡәләм һәр ваҡыт эҙ ҡалдыра. Һин дә шулай, ҡылыҡ-фиғелең менән үҙ артыңдан эҙ ҡалдыраһың, шуға ла һәр аҙымыңды уйлап баҫ.
ЫСЫНЛАП ТА, ҺӘР КЕМ ҮҘ ЯҘМЫШЫН ҮҘЕ ЯҘА...