– Әйҙә былай эшләйбеҙ. Ҡала буйлап минең артымдан бар, бер ир ҙә артымдан боролоп ҡарамаһа – ташларһың.
Ире уйлаған-уйлаған да ризалашҡан.
Һөймәлекһеҙ генә ҡатыны артынан ҡаршыға осраған һәр ир-аттың боролоп ҡарауына аптыраған был. Машиналар хатта тиҙлектәрен кәметә икән.
Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалмаған, бына тигән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһы ла һәйбәт булған...
Бергә тороуҙарына 40 йыл тигәндә, Ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләгән көндә, ҡатын серҙе сискән бит:
– Теге мәлде мин бөтә ирҙәргә лә тел күрһәтеп барғайным...
ЫСЫНЛАП ТА, ТӨҘӨГӘН ҒАИЛӘҢ НЫҠ БУЛҺЫН ТИҺӘҢ, ХӘЙЛӘЛӘШЕП ТӘ АЛЫРҒА,
ТӨРЛӨ СҮРӘТКӘ ИНЕРГӘ ЛӘ ТУРА КИЛӘ ШУЛ.