-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2021, 11:52

Өләсәйҙәрҙең төрлөһө була

Ҡатын-ҡыҙ өсөн тәүге бала - һуңғы уйынсыҡ, өләсәй өсөн тәүге ейән - һуңғы бала:

Өләсәйҙәрҙең төрлөһө була: олоһо-кесеһе, эшләгәне-эшләмәгәне… Яулыҡты яҙып ябып, камзул, галуш кейеп йөрөгәндәре лә, сәстәрен бөҙрәләтеп, бейек үксә, ҡыҫҡа итәк кейгәндәре лә бар. Ниндәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар барыһы ла ейән-ейәнсәрҙәрен ярата. Хатта үҙенекеләргә ҡарағанда ла күберәк ярата, тиҙәр. Тик был һөйөү "күберәк" йә "әҙерәк" тигән төшөнсәләр менән үлсәнәме икән? Мин, өләсәйҙәр ейәндәрен икенсе төрлөрәк ярата, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр, тип уйлайым. Сөнки йылдар үтеү менән аҡыл, тәжрибә туплап, улар үҙҙәре лә, тормошҡа ҡараштары ла икенсе төрлө булып китә. Ә атай менән әсәй һәр саҡ ашыға, аҡса табалар, карьера яһайҙар, уларҙың мәңге ваҡыттары юҡ, ҡайһы саҡ эште, абруйлы белемде, ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алыуҙы мөһимерәк тип табалар. Ә өләсәйҙең, айырыуса ул хаҡлы ялда булһа, ейәндәре менән урамда йөрөргә лә, тәмлекәстәр бешереп һыйларға ла, әкиәттәр уҡырға ла, йылы ойоҡбаштар бәйләп кейҙерергә лә ваҡыты етерлек.
Өләсәйҙәр беҙҙең тиктормаҫ балаларға нимә теләһәләр, шуны ҡыланырға рөхсәт бирә. Диванда һикерһендәрме, ишеккә эленеп бәүелһендәрме, ололарҙың һүҙен бүлдерһендәрме - бер нәмә лә тыйылмай. Кәнфитте лә күпме һыя, шул тиклем ашарға ярай, атай-әсәй кеүек, лайыҡлыһыңмы-түгелме, тип, берәү ҙә тикшереп тормай. Өләсәйҙән бөтә нәмәне "былай ғына" алырға була. Аңғармаҫтан сынаяҡ ярһаң да, фломастер менән обойҙарҙы буяп сыҡһаң да - берәү ҙә елкә төбөнә бирмәй. Унан килеп, өләсәйгә әсәйгә әйтергә ярамаған серҙәреңде һөйләргә була. Ул һатмай. Күпме һорау бирһәң дә, һуҡранмай, яуабын табып бирергә тырыша. Әсәй кеүек, "һин хәҙер ҙур, үҙең эшлә" тимәй, ярҙамға ашыға, эш боҙһаң, "үҙең ғәйепле" тип әрләмәй, йәлләп, башыңдан һыйпай. Торт-бәлештәрҙе лә әсәй күберәк һатып ала, ә өләсәй үҙе бешерә, етмәһә, ейәненә ҡамыр йәйергә, он, варенье менән болғанырға мөмкинлек бирә. Эх, ҡайһылай һәйбәт өләсәйең булыуы!
Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре өсөн барыһын да бирә. Йомарт күңел менән, һис һуҡранмай, иркәләтеп боҙормон тип ҡурҡмайынса ярата. Ни өсөн шулай, тип уйлайһығыҙмы? Минеңсә, уларҙың күңелендә балалары алдында ғәйеп тойғоһо йәшәй. Сөнки улар ҙа ҡасандыр йәш булған, бөтәһен дә аңлап етмәгән, тәрбиә эшендә ғәмһеҙлек күрһәтеп, хаталар ебәргән. Балаһының тамағы туҡ, өҫтө бөтөнмө - шул еткән, сентимент ҡайғыһы булмаған. Ә бына ейәндәр - бөтөнләй икенсе… Ҡатын-ҡыҙ өсөн тәүге бала - һуңғы уйынсыҡ, өләсәй өсөн тәүге ейән - һуңғы бала, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ейәндәр тыуыуын өләсәйҙәр үҙенә күрә атай-әсәй ролендә үҙҙәрен аҡлау мөмкинлеге итеп ҡарай, минеңсә.
Әсәйең балаларыңды нисек яратыуын ҡара ла аңла: ул һине лә шулай уҡ өҙөлөп ярата. Элек тә яратҡан ул, тик был турала әйтергә генә өлгөрмәгән. Ул ейәненә бәләкәй генә, һаман да һөйөүгә һәм наҙға мохтаж Һин тип ҡарай. Тик был турала берәүгә лә өндәшмә: әйҙә, сабыйҙар өләсәләре тик уларҙы ярата тип уйлаһын. Бер ваҡыт үҙең дә өләсәй булырһың һәм ошо ҡыҙ-малайҙарға биреп еткермәгән йөрәк йылыңды ейәндәреңә күсерерһең… Иң мөһиме, балаларыбыҙҙың өләсәйҙәре, үҙебеҙҙең әсәйҙәребеҙ һау булһын.
Рәхимә МУСИНА
Читайте нас в