Баймаҡ районы республикала һуғышҡа иң күп һалдат оҙатҡан төбәктәрҙең береһе. Был райондан яуға бөтәһе 16324 кеше китә, шуларҙың ете меңгә яҡыны әйләнеп ҡайта алмай.
Дошманға нәфрәт менән янған кешеләр, һуғышҡа алыуҙарын һорап, ҡала һәм ауылдарҙа асылған мобилизация пункттарына килә башлай. Тәүге өс көн эсендә генә Өфөлә йәшәүсе 1270, Стәрлетамаҡтан 500-ҙән ашыу кеше һуғышҡа китергә теләк белдерә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 30 июнгә тиклем 94 митинг, 85 йыйылыш һәм 27 мең 483 кешене йәлеп иткән 521 һөйләшеү үтә. Был митингыларҙа һәм йыйылыштарҙа барлығы 206 кеше сығыш яһай. 30 июнгә тиклем ҡала хәрби комиссариатына 380 ғариза бирелә.
1941 йылдың 1 октябрендә Дәүләт Оборона комитеты ҡарары менән 15 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләрҙе хәрби уҡытыу башлана. Был курстарҙа автоматсылар, пулеметсылар, саперҙар, снайперҙар, элемтәселәр, шәфҡәт туташтары әҙерләнә, шоферҙар, санитарҙар өйрәтелә. Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларында осоусыға һәм парашютсыға уҡыталар. Республика йәштәре уҡытыу курстары өсөн 267 мең 700 ағас винтовка макеты, 14 мең 800 граната, 2 мең 500 сапер көрәге эшләй. 1942 йылдың аҙағына республикала 1624 уҡытыу пункты була. Унда 61 мең 573 кеше уҡып сыға. 1944 йылға тиклем бөтәһе ике йөҙ меңгә яҡын кеше хәрби уҡыу үтә.
Башҡортостандың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың "Хушлашыу" картинаһы.