-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2021, 09:00

Тыуыу менән һин ҡурсаҡҡа әйләнәһең

Рәхәт тә һуң:

Мин бөгөнгө замана балаһы булып тыуырға теләр инем. Ни өсөнмө? Рәхәт тә һуң. Тыуыу менән һин ҡурсаҡҡа әүереләһең. Атай, әсәй, өләсәй-олатайҙар йүргәктә үк һиндә үҙ хыялдарын һәм комплекстарын тормошҡа ашыра башлай. "Йүргәк" һүҙе лә бында урынһыҙ, сөнки йүргәк тигән нәмә лә юҡ инде. Хәҙер сабыйҙы тыуыу менән кейендереп һалалар. Оло кешенең кейем хаҡынан ҡиммәт булған кейемдәргә.

Һине нимә менән генә тығындырмайҙар. Йәш тулғансы уҡ күгәрсен һөтөнән башҡа ризыҡтарҙы тәмләп тә бөтәһең. Пюре, паштет, һуттар, иҙелмәләр, киселдәр, ҡатышмалар... Унан ҡала, һине бөтөн төрлө табиптарға ла күрһәтеп, ҡайһы ереңдә ниндәй "ауырыуың" йәшенгән булһа ла эҙләп табалар. Бигерәк тә нервы ауырыуҙарын! Һәм невролог ҡумта-ҡумта итеп эҙемтәләре билдәле булған һәм булмаған дауалар яҙа. Һәм ололар шуларҙы көсләп һинең ауыҙыңа ҡоя. Унан ҡала һине массажға йөрөтәләр. Ни өсөндөр, кәрәкме-кәрәкмәйме, тейешме-түгелме - билдәһеҙ...
Өс йәшең тулыуға, һинең уйынсыҡтарың бүлмәңә, биш йәшеңә - өйгә һыймай. Аҡыллы уйынсыҡтар менән артыҡ уйларға ла, хәрәкәт итергә лә кәрәкмәй. Төймәһенә баҫыу ҙа етә, улар үҙҙәре оса, үҙҙәре йыйыла. Әкиәттәр аудиокитаптарҙа - үҙҙәре һөйләй, алфавит хәрефтәрҙе үҙе әйтә, ҡурсаҡ өсөн кейемдәр һатыла. Хатта былар ҙа иҫкелек ҡалдығы, бар уйындар - компьютерҙа.
Көн дә тигәндәй һине башта күтәреп, унан етәкләп, кейем, уйынсыҡ магазиндарына йөрөтәләр, юл ыңғайы кафеларға алып инәләр, һыйлайҙар. Әле һөйләшә лә белмәгәндә үк магазинда тауар һайлай һәм кафела заказ яһай беләһең. Һәм, онота яҙғанмын, һинең планшетың була. Уҡый белмәһәң дә инде интернетта ултыра беләһең. Үҙеңә кәрәкте ҡарай, аса, таба алыу һәләте бөтөн башҡа төрлө инстинкттарҙан да алда барлыҡҡа килә. Һин был планшет менән бергә ашайһың, йоҡлайһың, көршәктә тотоп ултыраһың, хатта әсәйең өйҙә булмаһа ла иҫең китмәй, ә планшетыңды алһалар, тәгәрәп ятып илайһың. Һәм мотлаҡ уны таптырып алаһың. Ул планшетты, айфонды, ноутбукты ата-әсәйең кредитҡа алғанын да, әле әллә нисә ай түләй икәнен дә белмәйһең әле, әммә бик ныҡ ҡәҙерле нәмә икәнен тойғанһың инде.
Мәктәп алдынан иһә "ҡурсаҡ" дәүере бөтөп, ҡапыл ғына "төҙәтеү-хеҙмәт" дәүеренә күселә. Һине өҙөлөп һөйгән ата-әсә шул ваҡыт нимәләлер яңылышҡанын аңлап ҡала. Әммә инде һуң. Һин артыҡ һимергәнһең, холоҡһоҙланғанһың һәм һәр ваҡыт иғтибар талап итеү синдромына тарығанһың. Ошолар асыҡланғас, ата-әсәнең яңы уйыны башлана, ул "белгес табыу" тип атала. Хәҙер инде тырышып-тырышып диетологтар, педагогтар, психологтар буйлап сабыу башлана. Туғандар, асырғанып, ниндәйҙер мөғжизә көтә, был белгестәр ниндәйҙер көс менән баланың эсен дә, тышын да төҙәтеп ҡуйыр, тип уйлай, әммә үҙҙәренең тәрбиә алымдарын үҙгәртмәй. Айҙарға һуҙылған эзотерик практикаларға әллә күпме аҡса, нервы һәм ваҡыт китә. Тик файҙа, булғанда ла, бик аҙ.
Ошо мәктәп алдынан булған арауыҡта ата-әсә бығаса шаштырған балаһын ҡапыл ғына һындырмаҡсы, буйһондормаҡсы булып маташа. Уны ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөлгә әүрәтер, үҙ аллы булыуға өйрәтер урынға, ҡайышҡа һәм башҡа язалау төрҙәренә йәбешә. Йәки ҡысҡырынып, янап, ҡурҡытып ҡарай. Һөҙөмтәлә бала таяҡ аҫтында ғына ҡыбырлау һәм эшләү алымына күсә.
Бөтөн сараларҙы ла файҙаланып ҡарап, бер ниндәй ҙә алға китеш күҙәтелмәгәндә, ҡайһы бер әсәйҙәр балаларын бар нәмәлә лә ғәйепләй башлай. "Беҙ һинең өсөн тырышабыҙ, ә һин?", "Мин һиңә тип көнө-төнө эштә, һинең бер файҙаң юҡ!" һәм башҡалар. Бала иһә бындай ғәйепләүҙе бик ауыр кисерә һәм ике яҡтан да яйлап-яйлап аңлашмаусанлыҡ ҡәлғәләре ҡалҡа башлай. Ата-әсә баланы "йөк", бала ата-әсәне "игәүсе" тип ҡабул итә.
Балаларының йәшәйешкә артыҡ ынтылышы юҡлығын инде төшөнгән ата-әсә хатаһын артабан да аңламай әле, хәҙер тамам ҙурайған балаһының шәхесен юҡҡа сығарыуын дауам ғына итә: армиянан йәшереп алып ҡала, түләүле урындарҙа уҡыта, имтихандарҙы һатып алыша, таныштары аша эш урыны эҙләй, кеше араһында төҫ тотһон өсөн ҡиммәтле кейемдәр алып бирә, унан машиналы, фатирлы итергә тырыша. Һөҙөмтәлә үҙенә кәрәклене көс түгеп таба белмәгән, шулай ҙа артыҡ зыяны ла, файҙаһы ла булмаған, уртаҡул гражданин барлыҡҡа килә. Һәм ошондай формалағы был әҙәми затты - патриотик тойғолары, милли рухы, идеялары, маҡсаты булмаған кешене - ата-әсәнең иң эскерһеҙ һәм саф тойғолары - сикһеҙ "һөйөүе" әүәләп ала.
Бала культы беҙҙең йәмғиәттә электән йәшәп килмәгән, ул бынан бер 20-25 йылдар самаһы элек кенә баш ҡалҡытты. Ҡалҡытты ла, тиҙ үк үҫеп, киң даирәләргә таралып та китте. Ни өсөн тиҙ үҫте? Сөнки бындай балалар иҡтисадта ҡулланыу тауарҙарының һатылыуын, әйләнешен ҡыуыусы, тауар йөрөшөн тиҙләтеүсе ҡорал. Оло кешеләрҙән үҙҙәрен ул сама яраттырып булмай, ә бына балаларын улар һушһыҙ булып ярата ала. Ары инде ошо һөйөү хаҡына тығылған аҡсалар йылға булып аға. Йәғни, замананың рәхимһеҙ баҙар иҡтисады ата-әсәнең балаһына булған аңһыҙ һөйөүен үҙ мәнфәғәттәрендә ҡуллана.
Бының менән элек балаларын яратмағандар тип әйтеп булмай. Элек тә яратҡандар, тик был һөйөүҙең хаҡы икенсерәк булған. Ул заманда бала үҙен ғаиләнең бер кескәй өлөшө итеп тойһа, бөгөнгө бала ғаиләнең үҙәге булып китте. Баҙар иҡтисады йәмғиәткә бала тирәләй ҡоролған ғаилә рецебын көсләп таҡты. Баҙар ғаиләнең дөрөҫ төҙөлгәнен һәм үҙ ихтыяждарын үҙе ҡәнәғәтләндереп йәшәгәнен теләмәй. Ул йәш ата-әсәгә "Балаңа шулай ит, былай ит, ошоно ашат, быны кейҙер, алып бир, ҡыуандыр", тип тауарын тығып ҡына тора. Һәм ғаилә бөтөн проблемаларын да ана шул тәҡдим ителгәндәр хәл итә икән тип уйлай, баҙар "тәрбиәһенә" тулыһынса һалыша ла ҡуя. Иң еңел юлды һайлай. Ата менән әсә, өләсәй менән олатай һәм башҡа туғандар бала менән ваҡыт үткәрергә, уның эске донъяһын байытырға ваҡыт тапмай, улар шул балаға баҙар тәҡдим иткәндәрҙе алып биреү өсөн эштә тик йөрөй. Ә бала планшет, компьютер, айфондар ҡарамағында үҫә. ...Мин бөгөнгө заман балаһы булырға теләмәҫ инем. Ярлыраҡ, ҡырыҫыраҡ, сиклерәк мөнәсәбәттәрҙә булһа ла, ғаилә менән йыйылып ултырып шыршы тәтәйҙәре яһаған, телевизорҙан аҙнаһына бер күрһәтелә торған әкиәттәрҙе көткән, ҡараңғы төшкәнсе урамдан инмәй йүгерешеп уйнаған, бәләкәйҙән кем өсөндөр яуаплылыҡ ала белгән, хеҙмәттә тәрбиәләнгән, яңы кейем һорарға оялған, тәмлене аҙ була тип уйлаған һәм ата-әсәйгә ярҙамсы булған балалар быуынында үҫеүем үҙе үк бәхет булған икән. Ә бөгөнгө бала культы беҙҙең киләсәкке хәсрәттәр булмаҡсы.
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА
Читайте нас в