-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2021, 12:45

МИЛЛИ КЕЙЕМ - ТУЙҘАРҘА. ҺЕҘ КЕЙЕР ИНЕГЕҘМЕ?

Башҡаларҙан айырылып торһон өсөн Хоҙай Тәғәлә һәр бер халыҡҡа тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, хатта кейем биргән, тиелә бер башҡорт риүәйәтендә.
Ысынлап та, аңлы кешегә милли костюм - мөһим сығанаҡ, ул халҡыбыҙҙың матурлыҡты нисек тәрән аңлауын сағылдырып тора. Дәүерҙәр үҙгәреп торһа ла, башҡорт бер ҡасан да үҙ асылынан ситкә китмәгән. Беҙ бөгөн дә халҡыбыҙҙың сәнғәт элементтарын ҡулланабыҙ, йолаларыбыҙҙы тотоп йәшәйбеҙ, уларҙы балаларыбыҙға өйрәтәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөнгө заманда милли сәнғәткә башҡа мәҙәниәттәрҙең йоғонтоһо иҫ киткес. Шулай ҙа яйлап этник үҙенсәлектәребеҙҙе күрһәтеп торған өҫ кейеменә өҫтөнлөк бирергә ынтылабыҙ, ҡулдан килгәнсә үҙебеҙ ҙә нимәлер эшләйбеҙ.
Этник стилдә тегелгән күлдәктә кейәүгә сыҡһын ине ҡыҙҙарыбыҙ, тигән теләктәмен. Баҙар тәҡдим иткән күлдәктән һис тә кәм булмаған күлдәк тегергә була бөгөнгө көндә. Шулай ҙа кәләштең төп сифаты тыйнаҡлыҡ икәнен күҙ уңында тотоп, уны артыҡ биҙәү кәрәкмәйҙер, моғайын. Күлдәк оҙон, биле тотолоп тегелә, был ҡыҙҙың нәфис кәүҙәһен тағы ла матурлай. Еңдәре лә оҙон, ең ситенә юғары манжеттар тегелә. Күлдәктең итәген шифон юбка тулыландыра, камзул шулай уҡ милли кейем элементы булып тора.

Тантаналы сара өсөн күлдәкте атластан тегеү яҡшыраҡ. Ансамблде "алтын" таҫма һәм башҡорт биҙәктәре менән биҙәү ҙә уға тантана өҫтәй. Бындай күлдәктәге кәләш башҡорт ҡыҙҙарына хас йыйнаҡ, нәзәкәтле күренәсәк.

Гүзәл ВӘЛИЕВА,

педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас в