+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2021, 13:59

Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү кәрәк

Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй:

Фитырҙы Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ.
Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.
Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.)
Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме - хәллеләргә 100 һум, уртаса йәшәгән хәллеләргә 200 һум һәм бай йәшәгәндәргә 700 һумдан билдәләнгән.
Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.
1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.
2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.
3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.
6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә.
Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.
1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.
2. үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.
3. үҙ балаларыңа.
4. үҙ ейәндәреңә.
5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.
6. Байҙарға.
Читайте нас: