+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2021, 19:00

Ғибрәтле һабаҡ

Тәүлек әйләнәһенә бер сәбәпһеҙгә өрөп, хатта олоп-олоп, үҙәктәргә үткән эт тауышын ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, ишетмәүегеҙ яҡшыраҡ. Йәнде өшөтөп, күңелгә яман шом һала ла тора ул ҡәһәрең. “Үҙ башыңа булһын, ҡәһәр һуҡҡыры!” – тип һуҡрана ундай саҡта әбей-һәбейҙәр. Ир-ат иһә, бик түҙемдәре бөтһә, атып үлтерергә лә әҙер мәлғүнде. Тик кеше этенә нисек ҡул күтәрәһең? Хужа үҙе хәл итә, сығарһа, үҙе сығара бындай хөкөмдө. Әммә кешенең генә түгел, бүтән йән эйәләренең, хатта йыртҡыстарҙың да түҙеме бөткән хәлдәр була икән дә.Миңә замандаш тура килгән Әй буйы Йонос ауылы башҡорто Баһауетдин үҙенең йәш сағында ишеткән-күргән бер ваҡиға тураһында ғибрәт итеп һөйләне:

Күршеләренең эте бер ваҡыт тыйыла алмайынса өрә лә өрә. Көнөн дә өрә, төнөн дә өрә хәсис. Инде һис бер тәҡәттәре ҡалмай быларҙың. Туҡтатырға әмәлен дә белгән кеше юҡ.
Ҡыш мәле була. Урамдың был яғындағы баҡсалар Әйгә үк барып терәлгән. Әй ярында кәртә лә кәрәкмәй. Көпә-көндөҙ тигәндәй, ҡояш байырға әле өй бейеклеге ара ҡалған саҡта, аръяҡтан боҙ менән ҡапланған Әй аша шып-шым ғына сығып, бер өйөр бүре әлеге эт ятҡан әүен янына килеп етә. Бер-икеһе, бесәнлеккә менеп, этте һөйрәп төшөрә. Күмәкләшеп тегене башын – башҡа, аяҡтарын аяҡҡа тураҡлап, таратып ташлайҙар. Хатта үстәрен ҡандырыр өсөндөр, күрәһең, ҡолаҡтарын өҙөп алып, ҡар өҫтөнә ырғыталар. Ҡайҙа ул берәй ерен ашау йәки ҡанын эсеү! Нәфрәттәре шул ҡәҙәр ҙә көслө булғандыр, ахыры, бахыр йыртҡыстарҙың.
Һис бер тауышланмайынса эштәрен бөтөрөп, китеп тә бара бүреләр. Был драма хаҡында бары тик ҡар өҫтөндәге эҙҙәргә ҡарап ҡына, ғәжәпкә ҡалып, һығымта яһай ауыл халҡы.
“Бына шунан бирле: тиктәҫкә күп олома, олоһаң, әлеге ҡоторған эт хәленә төшөүең бар, тигән уйға килдем, – ти Баһауетдин. – Сөнки тәбиғәттә беҙ белмәгән илаһи аҡыл бар”.
Ә бит кешеләр тормошонда ла, тәбиғәттә лә яуызлыҡтан, ялғанлыҡтан, эт булып олоуҙан яман нәмә юҡ. Берәүҙәр, ана, изге башҡорт тупрағында үҫеп, һимереп, ҡотороп, хәҙер башҡорттоң йөҙөнә ҡарап өрөүҙән дә тартынмайҙар. Үҙегеҙҙең ҡара башығыҙға, ҡара йөрәгегеҙгә булһын, мәлғүндәр! Һеҙҙең өрөүгә, һеҙҙең шыңшыуға ҡарап, башҡорт кәмXхур булмаҫ, башҡорт рухы түбән төшмәҫ, башҡорт йәне мәңге бөйөк торор, башҡорт халҡы үҙ яҙмышын залимдарҙан таптатмаҫ! Башҡорт теле, башҡорт моңо Урал өҫтөндә мәңге яңғырар. Беҙҙең Аҡмуллабыҙ күптән үк әйткән һеҙгә, әфәнделәр:
Ҡоторған эт күккә ҡарап өргән менән
Асманда торған айҙың нуры китмәй.
Рәшит Шәкүр.
Читайте нас: