+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2021, 17:30

Дин тормошона ҡасан һәм нисек үтеп инә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының иң сағыу йондоҙҙарының береһе Ирада Ҡадирова (Фазлаева): “Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлеген күберәк дини тәғлимәттәр аша өйрәндем”.

‒ Ул ғүмер буйы минең менән булған. Ләкин мин быны аңлап бөтмәгәнмен. Юғары театр училищеһында өсөнсө курста уҡығанда үҙемдән-үҙем ураҙа тота башланым. Әммә намаҙ уҡыуҙың нимә икәнлеген ул саҡта аңлап бөтмәй торғайным. Был ғәмәлде олоғайғас атҡараларҙыр тип иҫәпләй инем. Шулай ҙа ҡулыма гел дини китаптар эләгеп торҙо. Уларҙы әҙәби әҫәр кеүек ҡабул итеп, мауығып уҡыным. Шулай итеп, диндең тормошома үтеп инеүен үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Сөнки йәшә йешемдә, көн итмешемдә ниндәйҙер ҡырҡа боролоштар күҙәтелмәне. Шулай ҙа яйлап тормошҡа ҡарашым үҙгәр ҙе. Әсәйемә мөнәсәбәтем, ихтирамым артҡандан-артты. Яҡындарымды ҡәҙерләргә өйрәндем. Яңы атҡан һәр көндөң оло бүләк икәнлегенә төшөндөм. Был тойғолар минең аңымда һәр саҡ булған. Әммә ваҡыт үтеү менән улар үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙерә башлаған. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә артыҡ тетрәнеүҙәрһеҙ яйлап ҡына мине аңлы, ысын тормошҡа әҙерләгән. Бөгөн иһә әҙәм балаһының йәшәйешендә һис
нәмәнең дә бушҡа бирелмәүен яҡшы төшөнәм. Сабырлығым да ана шул диндарлыҡтың бер сағылышы. Дин юлына ныҡлап баҫҡас, үҙемде буласаҡ хәләл йәрем өсөн әҙерләй башланым. Әлбиттә, хәҙер мин ни өсөн иртәрәк кейәүгә
сыҡмауымды яҡшы аңлайым. Сөнки ул осраҡта үҙемде бөтөнләй башҡаса тотор инем. Тураһын ярып һала торған баш бирмәҫ холҡом ғаилә тормошонда ҡамасаулаған да булыр ине. Хәҙер ундай түгелмен. Беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, артыҡ ғорурбыҙ шул. Һәммәһе лә беҙ теләгәнсә, беҙ хәл иткәнсә генә булырға тейеш тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡайһы саҡта артыҡ әүҙемлектән, тәкәбберлектән баш тартып, үҙеңде ситтән күҙәтеп ҡарап, барыһын да Хоҙай ҡарамағына тапшырырға, уға ышанырға өйрәнеү яҡшы. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырыу тигән һүҙ түгел был. Әҙәм балаһы, ер йөҙөнә яралғас, ғүмерен бушҡа уҙғарырға, йәғни үҫештән туҡтарға тейеш түгел. Ул үҙ аҫылташын төрлө яҡтан шымартып, көндән-көн сағыуыраҡ итергә бурыслы.
Читайте нас: