Әлбиттә, дөрөҫ түгел. Ундай тәрбиә кешелек йәмғиәтен бер ваҡытта ла яҡшылыҡҡа алып килмәй. Сөнки әхлаҡи ҡиммәттәр уҡытыусылар тарафынан бөгөн уйлап сығарылмаған, ә кешелектең меңәр йылдар буйы уттар-һыуҙар кисеп, күҙ йәштәрен ағыҙып, ҡандарын ҡойоп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татый-татый йыйған рухи байлығы ул. Шуға бөтә булған аҡыл эйәләре һәм алдынғы ҡарашлы кешеләр әхлаҡһыҙлыҡтың ниндәй афәттәргә килтереүен бик яҡшы белгән. Һәм тормошобоҙ тыныс аҡһын, кешелек йәмғиәтендә фажиғәле ваҡиғалар булмаһын тип, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, быуындан быуынға ҡалдырырға тырыша.
Тағы ла шуны өҫтәп әйтә алам: тәбиғәт үҙе кешеләрҙән әхлаҡи ҡиммәттәргә эйә булыуҙы талап итә – шул ваҡытта ғына кешелек тәбиғәт менән гармония ла йәшәй ала. Ә тәбиғәткә күҙ һалығыҙ әле – бөтә ерҙә лә сафлыҡ һәм ғәҙеллек бөркөлөп тора: һәр бер йән эйәһенең үҙ биләмәһе, һәр бер үҫемлектең үҙ урыны һәм емеше бар; һәр береһе тәбиғәттән үҙенә етерлекте генә ала – ҡомһоҙланмайҙар. Ялағайлыҡ, алдашыу, көнләшеү улар өсөн ят күренеш. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: урманда бейек булып үҫкән муйыл янында, ғәҙәттә, балан ағастарын йыш күрергә мөмкин. Улар, тәпәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғорур рәүештә сәскә ата, үҙҙәренең ҡып-ҡыҙыл емештәрен бирә; бер ҙә муйыл ағасына оҡшайбыҙ тип, уға баш эйеп, юхаланып, муйыл емеше биреп ултырмай. Ғөмүмән, бөтә тереклек тулыһынса тәбиғәт ҡанунына буйһона.
Тәбиғәт кешеләрҙән дә ғәҙеллек һәм сафлыҡ талап итә. Сөнки кешеләр ҙә бит тәбиғәттең бер компоненты. Шуға улар дөйөм закондарға буйһоноп, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән гармонияла йәшәргә тейеш. Әгәр инде тәбиғәттең ниндәйҙер бер компоненты шул закондарҙы үтәмәй икән, тәбиғәт үҙе үк уны төрлө юлдар менән “дауаларға” тырыша йәки бөтөнләй юҡҡа сығара. Был күренеште мин “тәбиғәт иммунитеты” тип атайым. Белеүебеҙсә, иммунитеттың төп маҡсаты – тәндә барлыҡҡа килгән ниндәйҙер ауырыуға ҡаршы көрәшеү. Ул һәр үҫемлектә һәм һәр йән эйәһендә була. Ә үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы – бөтәһе бергә бар тәбиғәтте барлыҡҡа килтерә. Шулай булғас, тәбиғәт үҙе бер ҙур тере организм. Уның да үҙ иммунитеты бар булып сыға, ә төп бурысы – тәбиғәттә барлыҡҡа килгән, уның эсендәге гармонияны боҙған ауырыуҙарҙы юҡ итеү.
Кешелек йәмғиәтендәге әхлаҡһыҙлыҡ тәбиғәттең тәнендә барлыҡҡа килгән “ауырыу” ул. Шуға тәбиғәт иммунитеты һәр ваҡыт шул бысраҡты юҡ итергә тырыша. Башта төрлө ауырыуҙар ебәреп һәм ҡурҡыныс катаклизмалар ярҙамында кешеләрҙе иҫкәртә. Мәҫәлән, ер тетрәүҙәр, цунамиҙар, йылғаларҙың ташыуы, көслө өйөрмәләр, ҡоролоҡ, СПИД… – былар барыһы ла тәбиғәт иммунитетының кешеләрҙәге әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшенең күренеше. Әгәр инде боҙоҡлоҡ кәмемәй, киреһенсә, көсәйә барһа, тәбиғәт боҙоҡ кешеләрҙән ҡотолоу һәм башҡаларын аҡылға ултыртыу өсөн уларҙы үҙ-ара һуғыштыра башлай.
Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш кешеләрҙе аҡылға ултырта… Һуғыштан һуң күңелдәрендә сафлыҡ, изгелек өҫкә ҡалҡып сыға һәм улар ғәҙеллеккә ынтыла башлай. Был күренеш ниндәйҙер кимәлдә елле-дауыллы һәм йәшенле ямғырҙан һуң яҡтырып, йәшәреп киткән тәбиғәтте хәтерләтеп тә ҡуя. Әлбиттә, был юлдарҙың дөрөҫ булыуын теләмәйем – һуғыш кәрәкмәй. Ләкин тормошобоҙҙағы бик күп күренештәр уның дөрөҫлөгөн иҫбатлаған һымаҡ шул.
…Мәҫәлән, йыш ҡына оло быуын кешеләренең: “Элек, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, колхоз йыйылыштары, мәктәптәге педсоветтар, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре бик шаулы үтә торғайны; нимәнелер тәнҡитләп, ғәҙеллек талап итеп, теләгән бер кеше ҡыйыу рәүештә үҙ фекерен әйтер ине”, – тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Иң ҡыҙығы шул: әлеге йыйылыштарҙа ултырған етәкселәр уларҙы бик иғтибар менән тыңлаған һәм ғәҙел ҡарарҙар сығарған! Белеүебеҙсә, ул ваҡытта бит эшсе, колхозсы, уҡытыусы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге етәкселәр булып яңы һуғыштан ҡайтҡан кешеләр эшләгән. Ә бөгөнгө йыйылыштар бөтөнләй икенсе төрлө үтә…
Ни өсөн мәҡәләмдә “әхлаҡлылыҡ” һүҙе менән “етәксе” һүҙен бергә ҡушып һөйләргә тырышам? Дөрөҫ, әхлаҡһыҙлыҡ ябай кешеләргә лә, ниндәйҙер вазифа биләгәндәргә лә бер үк кимәлдә инеп ояларға мөмкин. Ләкин улар араһында айырма бар. Ябай кеше әхлаҡи яҡтан боҙоҡ булһа, уның яуызлыҡ радиусы артыҡ ҙур булмай: ғаиләһенә, үҙенә, дуҫтарына, бергә эшләгән иптәштәренә проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Ә бына етәксе кеше әхлаҡи яҡтан боҙоҡ булһа – ҡурҡыныс. Сөнки уның ҡулы аҫтында йөҙәрләгән, меңәрләгән, хатта миллионлаған кеше эшләй. Уларға ла, шул етәксенең ғәҙел булмаған бойороҡтарын, ҡушҡан эштәрен үтәп, әхлаҡһыҙлыҡ юлына баҫырға тура киләсәк. Бына был миллионлаған кешенең боҙоҡ юлдан барыуы, әлбиттә, тәбиғәттәге гармонияға кире тәьҫир итмәй ҡалмай.
Әгәр инде етәксе әхлаҡи яҡтан тәрбиәле булһа, ябай боҙоҡ кешенән йөҙ, хатта мең тапҡырға яҡшыраҡ, сөнки меңәрләгән кешеләр уның артынан эйәрәсәк.
Был мәҡәләне яҙып, нимә әйтергә уйлайым һуң?
Йыш ҡына тормошта йәки эштә булған ғәҙелһеҙлектәрҙе, төрлө бысраҡлыҡтарҙы күрһәк тә, өндәшмәй ҡалырға тырышабыҙ. Имеш, ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ бар, уларҙы кем ҡарар, киләсәктәрен кем ҡайғыртыр һ. б. Ләкин бөтәһе лә киреһенсә шул: бөгөн өндәшмәйбеҙ икән, балаларыбыҙҙың киләсәген бөтөнләй уйламайбыҙ. Сөнки әхлаҡһыҙлыҡтың тамыр ебәреүенә әле юл ҡуябыҙ икән, иртәгәһе көндә буласаҡ фажиғәле ваҡиғаларға ыңғай шарттар тыуҙырабыҙ, тигән һүҙ. Йәш быуынды дары мискәһенә мендереп ултыртабыҙ. Ул ваҡытта инде атай-әсәйҙәрҙең балаларының киләсәге өсөн тип төҙөгән ике-өс ҡатлы йорттары, һатып алған машиналары бер нисә минут эсендә ер менән тигеҙләнергә, көлдәре күккә осорға мөмкин. Әгәр ысын мәғәнәһендә балаларыбыҙҙың киләсәген уйлаһаҡ, беренсе сиратта рухи байлығыбыҙҙы – мәңгелек әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырырға тейешбеҙ…