+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2021, 15:00

ТЕЛЕГОНИЯ

90-сы йылдар башында Мәскәү дәүләт университетында булған хәл барыһын да таң ҡалдыра.

Элиталы ғаиләлә тыуып үҫкән биология факультеты аспиранткаһының ҡара тәнле улы тыуа. Әлбиттә, был уҡыу йортонда бик күп негрҙар белем ала, әммә шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатындың ире лә үҙе кеүек аҡ тәнле. Әсә кеше иренә хыянат итмәүе хаҡында ант итә. Әммә тора-бара шуныһы асыҡлана – ҡатын аҡ тәнле иренә тиклем негр курсташы менән дуҫ була.
Ысынлап та, әгәр ҡатын-ҡыҙ үҙе йөрөгән тәүге егет менән физик яҡынлыҡ ҡылһа, егет ҡыҙҙың генетик кодына үҙенең тулҡынлы автографын ҡалдыра. Шулай уҡ, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ ҙа егетенә үҙ билдәһен һала икән. Һәм был “биҙәкте” бер нимә менән дә юйып ташлау мөмкин түгел. Ошо тулҡын программаһы, киләсәктә эмбрионды формалаштырмаһа ла, уның йәненә йәки тәненә һис шикһеҙ йоғонто яһаясаҡ. Уйланырға урын бар. Тимәк, тормошта кешенең бер эше лә эҙһеҙ ҡалмай.
Читайте нас: