Ә күркәм тәрбиәне тик абруйлы атай ғына бирә ала. Эшләмәгән, эсергә яратҡан, йәки ҡул күтәргән кешене ир затынан булған өсөн генә хөрмәт итеп булмай. Сәхнә оҫтаһы Әхтәм Абушахманов әйтеүенсә, балаларҙы түгел, үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк, сөнки ҡыҙ бала әсәне, малайҙар атайҙы күҙәтеп һәм ҡабатлап үҫә. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙың лидерлығына килгәндә, был енестәр тигеҙлегенә ынтылыуҙың һөҙөмтәһе. Тик ул тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы. Хоҙай ирҙәрҙе көслө, ҡатын-ҡыҙҙы нескә итеп яралтҡан. Гүзәл заттар тыныс тормошта донъя йөгөн тартһа ла, ауыр мәлдәрҙә ил иргә таянмаһа юҡҡа сыға. Ә шуны хатта ғаилә кимәлендә лә аңламағандар бар, ти Әхтәм Әхәт улы.