+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2021, 13:40

Донъяға танылған скульптор Салауат Щербаков башҡорт тамырҙарын эҙләй

- Ми­ңә, һин – Ҡыпсаҡ ырыуы баш­ҡор­то, тинеләр. Атайым һәр саҡ баш­ҡорт булыуым­ды әйтте. Та­мыр­ҙа­рымды тәрәнерәк белгем, Баш­ҡорт­остан менән тығыҙ бәй­ләнештә булғым килә! – ти Салауат Александрович.

Уның башҡортлоғо менән 2016 йылда Мәскәүҙә танышҡайным. Ҡыҙыл майҙанда йөрөгәндә танышым: “А вот автор этого памятника тоже башкир!” – тимәһенме! Александр Беренсегә ҡуйылған һәйкәл ине ул. Шул ваҡытта уҡ уның менән ҡыҙыҡһына башлағайным, әммә интернетта үҙе хаҡында мәғлүмәт күп булһа ла, башҡорт тамырҙары тураһында аҙ яҙылғайны.
Бына, ниһайәт, беҙ Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, педагог, профессор, донъяға танылған скульптор Салауат Щербаков менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында осрашабыҙ. Мәскәүҙәге бик күп һәйкәлдәр авторы ул милләттәшебеҙ. Туҡай ҙа уның ҡулы менән эшләнгән, Баҡыла Гейдар Алиевҡа ла уның ижад емеше ҡуйылған.

“Улым, беҙ – башҡорт!”

Сарала Башҡортос­тан­дың Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынба­ҫары, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рә­йесе Эльвира Айыт­ҡолова, Ҡо­ролтай аппараты етәксеһе Гүзәл Хәсәнова, ағзалары Заһир Ишкин, Тән­зилә Ҡотлогилдина, Ҡо­рол­тай Башҡарма комитеты ағ­залары фән докторы Сә­лиә Мырҙабаева, мәҙә­ниәт һәм киң мәғлүмәт саралары ко­миссияһы етәксеһе Тән­зи­лә Үлмәҫбаева, тарихсылар Азат Ярмуллин, Марат Зөл­ҡәр­нәев, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ҡатнашты.

Сарала сәнғәт әһеле үҙе­нең тамырҙарын барлауы, эҙләүе тура­һында һөйләне.
– Олатайым Дәүләт­хажи Сиражетдин улы Ишкилдин Ырымбур өлкәһенән. Атайым бәләкәй сағын­да уҡ етем ҡалған: ете йәшендә әсә­һе, туғыҙ йәшендә атаһы вафат булған. Шунан уны Разномойка ауылындағы балалар йортона ебәргәндәр. Ауыр йылдар булған, әммә тамырҙарымды эҙләп, Ырым­бур өлкәһенә барып сыҡҡас, балалар интернаты урынында хеҙмәт иткән бинаны ла барып таптым. Ми­ңә, һин – Ҡыпсаҡ ырыуы баш­ҡор­то, тинеләр. Атайым һәр саҡ баш­ҡорт булыуым­ды әйтте. Та­мыр­ҙа­рымды тәрәнерәк белгем, Баш­ҡорт­остан менән тығыҙ бәй­ләнештә булғым килә! – ти Салауат Александрович.
Башҡорт ерендә ул өсөн­сө тапҡыр. Тарихи Баш­ҡортостан буйлап ана шулай үҙенең нәҫел ебен, туған­дарын эҙләй. Уның өсөн ата­һынан ҡалған һүҙ, атаһынан ҡалған аманат фекер мөһим: “Улым, беҙ – баш­ҡорт!” – тигән ғәзиз кешеһе.

Салауат Щербаков үҙе Мәс­кәүҙә тыуған, атаһын Александр Семенович Ишкилдин тип беләләр. Уның исеменә аптырамағыҙ, ауыр йылдарҙа балалар йортона эләк­кән баланың исемен алмаштыралар, әммә ул үҙе­нең Дәүләтхажи икәнен һәр саҡ әйтә килгән. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатна­шып, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Донъяға билдә­ле скульптор Салауат Щербаков мәктәптә уҡы­ған­да Ишкилдин булып йөрөй, аҙаҡ ҡына әсәһе фамилия­һына күсә.

Ырымбур өлкәһенең Разномойка ауылын барып тапҡан быйыл йәй Салауат Александрович. Атаһының уның тыуған ауылы Күлсем икәнен хәтергә төшөрөп, уны ла барып күргән. Әлбиттә, Разномойкала ла өлкән быуын вәкилдәре бик аҙ ҡал­ған, уларҙың уның атаһын хәтерләүе лә икеле, нимә генә тимә, ул был төбәктән йәшләй киткән була.

Уҙған быуат күренештәре

Күлсем ауылына 513 йәш икән, был хаҡта уға ауылдаштары бәйән иткән. Бөгөн унда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ауыл халҡы өсөн ҡыр­ҙан ҡунаҡ, етмәһә, Мәс­кәүҙән, өҫтәүенә данлыҡлы скульптор килеп төшөүе ҙур ваҡиға булған. Баш­ҡорт­тарға хас булғанса, уны һый-хөрмәт менән ҡаршы алған­дар. Милли йолалар, аштар төбәк­тәрҙә, Аллаға шөкөр, яҡшы һаҡ­лан­ған, ул да тап ата-бабалары тыу­ған ерҙә милли күренештәр менән осраша. Бишбармаҡ, ҡаҙы­лыҡ, сәк сәк, ҡыҫтыбый, ҡо­рот ме­нән һыйлаған яҡташ­тары ҡунаҡты.

Әйткәндәй, алда әйткә­нем­сә, атаһы Дәүләтхажи бабай ҙа бынан 40 йыл элек был яҡтарҙа булып киткән. Ул ваҡытта уны ла, атаһы Сиражетдинды ла хәтер­ләүселәр булған. Өләсәһе лә ошо төбәк ҡыҙҙарынан, уның милләте аныҡ ҡына билдәле түгел, башҡорт бу­лырға тейеш. Тарихи ваҡи­ғалар буйынса, риүәз документтарына ярашлы был төбәк – аҫаба башҡорт ер­ҙәре. XIX быуаттарҙа ғына башҡалар килеп ултыра башлаған. Атаһы ҡайтып китеп, ярты быуаттан ашыу ваҡыттан һуң аяҡ баҫҡан Ырымбур еренә Салауат Щербаков. Урындағы мә­сеткә инеп, яҡындары рухына доға уҡытҡан.

Разномойка ауылы уҙған быуат башында Башҡорт АССР-ына ингән, бөгөн ул Ырымбур өлкәһе­нең Төйлө­гән районына ҡарай. Дәүләт­хажи Ишкилдин ошонда ту­ғыҙ йәшенән йәшәгән. 1941 йыл­дың июнендә уны һуғыш­ҡа алған­дар. Көньяҡ-көн­ба­йыш фронтында башта ул ми­насы, аҙаҡ минасы­лар бүлексәһе командиры бу­ла. Украина, Харьков, Сталинградты һаҡла­ған яуҙарҙа ҡат­нашҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ ор­де­ны, “Сталинградты һаҡ­ла­ған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” ми­ҙалдары менән бүләк­ләнгән.
– Атайым һуғышта бик ҡаты яраланған. Уның бер күҙе зыян күргәйне, әммә ул һәр саҡ тарих менән дә, үҙенең тамырҙары менән дә ҡыҙыҡһынды. Һуғыштан һуң баш ҡалала ҡалып, Мәскәү электр техникаһы техникумында белем алған. Баш­ҡорт икәнен яҡшы белгәнгә лә, миңә башҡорт халҡының милли батыры, шағир Салауат Юлаевтың исемен ҡуш­ҡан. Әйткәндәй, апайым да бар, ул Ғәлиә исемле.

Август айында Ырымбур өлкә­һенә барғанда, Разномойкала ми­нең бәхеткә 93 йәшлек Мария Кузь­минич­наны осраттым, ул етем ба­лаларҙың интернаты булыуы ту­раһында әйтте. Беҙҙең әңгәмәгә Константин Федорович атлы 88 йәшлек уҙаман да ҡушылды. Ошо рәүешле беҙ ағастар ара­һында ҡапланып ултырған иҫке бинаны барып тап­ҡайныҡ. Моғайын, атайым да ана шунда тәрбиәләнгән­дер, тип уйлайым. Бинанан иҫ­тәлеккә бер ағас ҡайы­рыһы алдым. Эскә инерлек түгел, әммә емерелеп бар­ған был йортҡа тәҙ­рә­нән күҙ һалып, уҙған быуат күре­нешенә тап булдыҡ.

Атайымдың, һуғыш яуги­ре­нең, образын мәңгеләш­тереү теләге лә ҙур минең. Бөгөн мин Мәскәү эр­гәһен­дәге Патриот паркында асы­ласаҡ Рәсәй Ҡораллы Көстә­ренең Баш ҡорамы өҫтөндә эшләйем. Унда һуғыш бата­лияларынан күренеш­тәрҙе лә һүрәтләргә йыйынам. Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан атайым – Дәү­ләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдиндың һыны ла унда буласаҡ, – тип һөйләне Салауат ағай.

Һүҙ әйтергә ваҡыттыр?!.

Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайында Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡунаҡҡа “Башкиры” һәм “Ҡып­саҡтар” китаптарын бүләк итте. Ул арала тарихсылар уға “Башҡорт ырыу­ҙары тарихынан” китабының был томынан Ырымбур өлкә­һенең Күлсем ауылын эҙләп, унда тер­кәлгән Сирай Ишкилдинды, уның хаҡын­дағы мәғлүмәттәрҙе лә табып бирҙе. Донъяла бындай йыйынтыҡ барлығын да белмәгән скульптор шундай ҙур мәғлүмәткә эйә булыуына ҡыуанды.

Әйткәндәй, скульпторҙың Баш­ҡортостан, туған баш­ҡорт халҡы өсөн дә һынлы сәнғәт өлкәһендә үҙ эшен атҡарыу теләге бар. Ки­ләһе йыл Бөйөк Ватан һуғы­шын­да Еңеүгә 75 йыл тула. Уның атаһы ла – тап ошо яуҙарҙа ҡатнашҡан кеше. Бәлки, данлыҡлы 112-се Баш­ҡорт атлы кавалерия дивизия­һы, атаҡлы генерал Миң­леғәле Шайморатов тураһында һын­лы сәнғәт донъяһында Салауат Щербаковҡа (Иш­килдинға) һүҙ әйтергә ваҡыт еткәндер?!.

Автор: Лариса АБДУЛЛИНА
Читайте нас: