+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2021, 12:00

ЙЫУАНЫС

Һыҙылып ҡына Сөнәғәттә таң ата… Ауыл уяна. Кемуҙарҙан уҙҙырып әтәстәр ҡысҡырыша. Көтөүсенең сыбыртҡыһы шартылдауы менән уңған хужабикәләр малдарын көтөүгә сығара ла башланылар.Ғәйшә лә һыйырын көтөүгә ҡыуғас, һөттө айырҙы, һауыт-һабаһын йыуҙы. Эшен бер аҙ тамамлағас, иҙерәп йоҡлап ятҡан улына һоҡланып ҡарап ҡуйҙы: «Хәс тә атаһы: бына ҡуйы ҡара ҡаштары, аҡ йөҙө, бөҙрә сәстәре...» Ғәйшә ауыр итеп көрһөндө лә уйға сумды.…Ауыр тупрағы еңел булһын инде. Яратышып өйләнешһәләр ҙә, Мансурының хәмер ҡоло булыуын өнәп етмәне ҡатын. Ғаиләлә ыҙғыш, талаш йышайғандан йышайҙы. Инәлеп үтенеүҙәр, дауаханала дауаланыу ҙа бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Ире бер ерҙә лә баҫылып эшләмәне, ҡупшы кейенергә, икенсе ҡатындарға йөрөргә бер ҙә тартынманы. Ғәйшә, балаһын етем итмәҫтән түҙергә тырышты, тормош йөгөн бер үҙе тартты. Ире, айыҡ сағында өндәшмәһә лә, эсеп алһа, оторо ярһый ине, тора-бара ҡул күтәрә лә башланы. Ғәйшә лә үҙ-үҙенә бикләнде, кешегә һөйләргә оялды. Мансур бер көндө, буяуға ҡуша торған шыйыҡсаны эсеп, ашҡаҙаны ауыртыуына сыҙай алмай, ҡан төкөрөп үлеп китте. Ун йыл әүәл...Ҡатын бар наҙын, һөйөүен улына бирҙе, тормош та һәүетемсә дауам итә башланы. Ире үлеп бер аҙ ваҡыт үткәс, Мансурының дуҫы Ғәлим ишек шаҡыны. Ғәйшә һиҫкәнеп уянды ла һорай ҡуйҙы: «Кем ул?» Ҡарлыҡҡан тауыш: «Был мин – Ғәлим, ас, Ғәйшә!» – тине.Ғаиләләре менән ҡатнашып йәшәһәләр ҙә, Ғәлимдән ниңәлер шикләнә ине Ғәйшә, шуға күрә: «Улым йоҡлай, һуң бит инде, йомошоңдо әйт!» – тине. «Ас тигәс – ас та ҡуй ишегеңде. Һөйләшәйек. Хәҙер һин яңғыҙ ҡатын, әллә кем булып ултырма!» – тине ир. Ҡатын был хәтлем әрһеҙлектән албырғап ҡалды, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы, ғәрләнеүенән күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Малайы ла уянып тороп ултырҙы. Ә Ғәлим китергә лә уйламай, ишекте ныҡ итеп шаҡый, хатта тибә башланы.

Ғәйшә йәшен тиҙлегендә соландан балта алды ла: «Үт, тик бел – мин үҙ өйөмдә. Һәр хәлдә, намыҫымды аяҡ аҫтына һалып тапатмам!»
Ҡарамаҡҡа йыуаш ҡына күренгән ҡатындан бындай ҡаршылыҡты көтмәгән ир баҙап ҡалды, әммә әсе телләнде: «Иҫәр! Көнөң ҡалыр әле миңә! Бесән, утын тиеп, килерһең әле, шунда һөйләшербеҙ!»
Был күңелһеҙ ваҡиғаны Ғәйшә мөмкин тиклем тиҙерәк оноторға, ә Ғәлимде осратҡанда күрмәмешкә һалышты…
Ә бер көндө көйәнтәһен яурынына һалып, һыуға сыҡһа, бәй, ҡапҡа тышындағы түмәрҙә Ғәлим һәм тағы бер ир һыра эсеп ултыралар. Ғәйшә ирҙең күҙҙәренә зәһәр ҡарап: «Ғәлим, үҙеңдең өйөң бар – шунда ҡайтып эс, ә бынан китегеҙ!» – тине лә һыуға китте. Ғәлимдең, һинән генә һорарға онотҡайныҡ ҡайҙа ултырып эсергә, тигән мыҫҡыллы тауышы ғына ишетелеп ҡалды. Ғәйшә үҙен ҡулда тоторға, яуап бирмәҫкә тырышты.
Сылтырап ағып ятҡан шишмә һөйкөмлө ҡатындың кәйефен тиҙ күтәрҙе. Ул күңелһеҙ уйҙарҙан арынып, йырлап йөрөп биҙрәләрен мөлдөрәмә тултырҙы. Һомғол кәүҙәһен тирбәлтеп, һыуҙы сайпылтмай ғына өйгә алып ҡайтып, һикегә ҡуйҙы. Малайын уятып, иртәнге сәйҙе эстеләр ҙә картуф утарға сыҡтылар. Ә был мәлдә ҡапҡа эсендә Аҡтүш үҙенең береһенән-береһе матур, илгәҙәк көсөктәре менән шаяра ине. Улы ла эш араһында, түҙмәйенсә, шул көсөктәргә ҡушылып йүгерә, һикерә, уйнай.
«Әсәкәйем, кил әле!» – Малайының кинәт ҡысҡырып ебәреүе Ғәйшәгә аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. Ҡатын улының янына нисек барып еткәнен дә тоймай ҡалды. Тиктормаҫ малайы йә быялаға баҫҡан, йә аяғына сүп ингәндер, тип уйланы ул.
Әммә һулҡылдап илаған малайы: «Әсәй, Ғәлим ағай Аҡтүштең көсөгөнөң муйынынан бороп ырғытты! Үлә бит хәҙер, ни эшләйек?» Улы әсәһенең ҡулдарынан ысҡынғанда, Аҡтүш йәнһеҙ көсөгөн ялай, иркәләй ине. Ғәйшә эттең күҙҙәрендә йәш күрҙе, әйтерһең дә ул: «Эй, һеҙ, кешеләр – ниндәй ҡаты бәғерлеһегеҙ!» – тип өндәшкәндәй тойолдо.
Ҡатын урамға йүгереп сыҡты, Ғәлим, ике ҡулын биленә таянып: «Шунан, һылыу, һөйләшәбеҙме хәҙер? Һин минең менән бик ҡырыҫ һөйләштең бит! Мин һиңә лә шулай яуап бирҙем!» – тип һары тештәрен күрһәтеп, еңеүсе төҫөндә йылмайҙы. Ғәйшә күҙен күрһәтмәҫкә тырышһа ла йәштәре атылып сыҡты: «Ҡаты бәғерле кеше һин, Ғәлим! Эттә ниндәй үсең бар? Хоҙай Тәғәлә белеп тә һиңә бала бирмәгән!» – тине. Ҡатын ирекһеҙҙән килеп сыҡҡан һүҙҙәренән үҙе үк ҡурҡты. Йорто янында ҡапҡа эшләп йөрөгән Динислам ағай һынсыл ҡарашын Ғәлимгә төбәне: «Ҡустым, күреп торам – кеше ҡәҙерен белмәйһең икән! Яҡшылыҡ менән әйтәм, бынан ары был йорт янында уралма!»
Ғәйшә күршеһендә яҡлау табыуынан күңеле тулды, һулҡылдай-һулҡылдай Аҡтүште һыйпаны: «Ғәфү ит, ғәфү ит…»
Был ваҡиғанан һуң дүрт көн үткәс, Ғәлим аяғын һындырып, оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты. Хәҙер ул Ғәйшәнең өйө тирәһендә генә түгел, уны күреү менән урап янтая ине. ...Бер көн ҡатын улының кейемдәрен сайырға Ҡыҙыл буйына төштө. Иртәнсәктән бирле һыу буйында малайҙар менән балыҡ ҡармаҡлай ҙаһа. Ә арыраҡ йылға аша күпер һалып йөрөгән эшселәр күренә ине. Ғәлимдең күк тракторын танып, Ғәйшә һиҫкәнеп ҡуйҙы. Кейемдәрҙе тиҙ-тиҙ генә сайҙы ла, һыу инеп тә тормай, ҡайтырға сыҡты. Шул ваҡыт малайының: «Әсәй, батам, ҡотҡарығыҙ!» – тигән һиҫкәндергес тауышы ҡолағына салынды. Ғәйшә тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе. Йә, Хоҙай!.. Ҡатын барып еткәндә, Ғәлим малайҙы ярға сығарып беренсе ярҙам күрһәтә ине. «Күпер аҫты тәрән шул, бында йөҙмәгеҙ тиһәң дә, тыңламайҙар бит!» – тине ир, ғәйепле күҙҙәрен йәшереп.
Ғәйшә Ғәлимгә рәхмәтле күҙҙәрен төбәп: «Кисер мине, Ғәлим! Мин һиңә теге юлы шундай ауыр һүҙҙәр әйттем!» – тине. Ә теге еңел һулап: «Юҡ, Ғәйшә, мин һинән ғәфү үтенергә тейешмен! Үҙ ҡылығымдан үҙем оялам хәҙер!» – тип йәшкелт, моңһоу күҙҙәрен йәшерҙе.
Ғәлим ул көндө үҙен күктең етенсе ҡатында итеп хис итте, бөтә эше лә уң ғына барҙы, күперҙе лә тамамлап ҡуйҙылар. Иң ҡыуаныслыһы – өйөндә Хәҙисәһе ҙур һөйөнсө менән көтөп торған: «Һөйөклөм, бәпәйебеҙ буласаҡ, мин бөгөн дауаханала тикшерелдем!» – тине.
Ғәлимдең был шатлыҡлы хәбәрҙән быуындары йомшарҙы. Ул яй ғына ергә сүгәләне. Яурындарын һелкетеп, әзмәүерҙәй ир, ғүмерендә тәү тапҡыр ҡыуанысынан иланы. Уның бөгөн бар донъяны, бөтә йән эйәләрен дә яратҡыһы килде. Был уның өсөн ҡыуаныс үә йыуаныс ине…
Зиниә ҒӘЛЛӘМОВА
Читайте нас: