Имеш, уҡымышлы кеше... Кире алып барып бирһәң, хатаһын аңламаҫ тип уйлайһыңмы? Бынауындай кәүҙәң менән, оялмай, яңы тормош көтә башлаған сибек кенә ҡыҙҙың аҡсаһына торт алып ашап ултырырға нисек йөрәгең етә?! Илап ултырған ас балаһын күҙ алдына килтер әле...
Ошо урында ҡапыл башыма күҫәк менән һуҡтылар кеүек. Шул тиклем оят булып китте: ер тишелһә, инеп йәшенер инем. Ысынлап та, йәш әсә ошо аҡсаға балаһын әллә күпме тәмлекәс менән һыйлай ала бит. Ә мин уларҙың ауыҙынан тартып алырға йөрөйөм. Оят, мең тапҡыр оят! Кеше аҡсаһын урлаусылар нисек йәшәй икән?
Шул ваҡыт шайтан һул ҡолаҡтан уң яҡҡа:
– Һин нимә унда, намыҫ, минең исемде хурлайһың? Ҡоторта, имеш. Белгең килһә, мин һинең һымаҡ йоҡлап ятмайым, кешеләргә көнө-төнө хеҙмәт итәм, – тип ҡысҡырҙы ла ипләп кенә миңә өндәште:
– Тыңлама һин уны. Бар, бар, магазинға ин.
– Юҡ! Аҙым да баҫмайһың! Аҡсаны хәҙер үк кире алып барып бир! – тип бойороҡ бирҙе миңә бөтәһен дә ишетеп торған намыҫ.
– Ә һиңә, шайтан, етер кешеләрҙе боҙоҡ юлға этәреү!
– Мин уларҙы боҙаммы? Белгең килһә, һүҙемде тыңлаған кешеләрҙең бөтәһе лә бай йәшәй! – тип бирешергә теләмәне теге ҡойроҡло йөнтәҫ.
– Ә бына һиңә табынғандар урамда хәйер һорап йөрөй...
– Кем хәйер һорай? Ишеткәнем юҡ. Белеүемсә, ғәҙәттә, һинең ҡотҡоңа бирелгәндәр төрмәлә ултыра.
– Кем ултыра? Ха-ха... Береһе лә ултырмай. Бөтәһе лә һин дә мин йәшәп ята...
Былар мине бөтөнләй онотто. Үҙ-ара бәхәсләшеп алды ла киттеләр. Башта үҙҙәрен әҙәпле генә тотҡан һымаҡтар ине. Тора-бара ҡысҡырыша башланылар. Кемеһелер хис-тойғоһон һүгенеү менән “биҙәргә” лә онотманы. Артабан ана шул һүҙҙәргә ҡушып, бер-береһенә нимәлер елләшә башланылар. Ҡолағымда бәрешерлек ни бар икән, тип аптырап та ҡуйҙым... Шунан нимә булғандыр, кемеһе ниндәй һүҙ әйткәндер, белмәйем, ишетмәй ҡалдым – был икәү тас та тос һуғыша башламаһынмы! Уларҙың шул тиклем дөмбәҫләшеүенә ныҡ итеп башым ауырта башланы. Икегә ярылып киләме ни! Шунан йөрәгем һулҡылдап, ҡан баҫымым күтәрелеп китте. Күҙ алдым ҡараңғыланды. Үҙемде ниндәйҙер упҡынға төшөп барған һымаҡ тойҙом...
Артабан түҙерлек түгел ине. Башымдағы ығы-зығынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн кире боролдом да баяғы магазинға йүгерҙем... Барып ингәндә, баяғы йәш һатыусы ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Ул тырышып-тырышып аҡса һанай. Үҙе борсолған һымаҡ. Бәлки, шуғалыр, ишеген эстән бикләргә лә онотҡан. Мин ҡыҙ янына осоп тигәндәй килдем дә:
– Бына, һылыу, бая миңә артыҡ биреп ебәргәнһең... – тип ике йөҙ һум аҡсаны һуҙҙым.
Ҡыҙ шул тиклем ҡыуанды, әйтеп аңлатырлыҡ түгел... Ул шатлығынан:
– Уй, ағай, ҙур рәхмәт, хатта ҡурҡып бөткәйнем, – тип әйткәндәге ҡарашын мәңге онота алмаҫмын ул. Был күҙҙәр шундай саф, таҙа, бер ниндәй болот әҫәре булмаған зәңгәр күкте хәтерләтә ине. Ә әйткән рәхмәте йөрәгемә май булып яғылды...
Магазиндан сыҡтым. Башымдағы шау-шыу ҡапыл туҡтаны: шайтан ҡайҙалыр юҡ булды, намыҫтың да тауышы тынды, ахыры, кире йоҡларға ятты. Күңелемдә һиллек урынлашты. Сәләмәт кешегә әйләндем. Донъя яҡтырып, кәйефем күтәрелеп китте. Үҙемде шул тиклем бәхетле тоя башланым. Бөтөн донъяны ҡосаҡлағым, барлыҡ кешеләргә бәхетемдән өлөш биргем килде. Ни өсөн икәнен дә белмәйем: әллә һатыусы ҡыҙҙы ҡыуандырғанға, әллә башҡа нәмәгә...
Ошондай күтәренке кәйеф менән шәпләп ҡайтыу яғына ыңғайланым. Кәләш өйҙә мундир бешереп ҡалғайны. Ҡайта һалып, картуф менән сәй эсә-эсә бөгөнгө мажараларҙы тиҙерәк һөйләргә ашыҡтым.