+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2021, 22:00

ФАЖИҒӘ

Илай меҫкен хайуан, өнһөҙ генә илай... Ярҙам һорағандай, кешеләргә лә төбәй йәшкәҙәгән күҙҙәрен. Уйсан ирҙәр башын аҫҡа эйә. Бына бейә еңелсә ҡалтыранып, әкрен генә тубыҡлана, шунан йәшен һуҡҡандай дөрһөлдәп ҡаҡ юлға – гонаһһыҙ сабыйына йәнәш ауа...

Балҡарстандың халыҡ шағиры Мөғәмит Моҡаев ауыҙынан ишеттем мин быны.
...Нальчикка етәрәк, йәшкелт баҫыуҙар баш алған иңкеүлектә, ике яҡтан да ағылған машиналар туҡтарға мәжбүр: юл уртаһында күркәм ат тора бойоғоп. Бейә малы, данлыҡлы ҡарасай тоҡомонан. Баҡһаң, ғәзиз ҡолоно асфальтта ята. Ҡымшанмай, ≪иномарка≫ бәрҙереп ҡасҡан икән. Ен һымаҡ йөрөй хәҙер ≪яңы≫лар, Алла ла, мулла ла юҡ уларға.
Күп кеше уратып ала бисара бейәне. Илай меҫкен хайуан, өнһөҙ генә илай. Кинәт ялдарын туҙғытып башын сөйә, гүйә, көтөлмәгән бәлә-ҡаза күктән килгән, гүйә, сабыйының һәләкәтенә бар ғаләм ғәйепле. Ярҙам һорағандай, кешеләргә лә төбәй йәшкәҙәгән күҙҙәрен. Уйсан ирҙәр башын аҫҡа эйә. Бына бейә еңелсә ҡалтыранып, әкрен генә тубыҡлана, шунан йәшен һуҡҡандай дөрһөлдәп ҡаҡ юлға – гонаһһыҙ сабыйына йәнәш ауа...
Юлаусы ир-ат, шул иҫәптән халыҡ шағиры, баш кейемен һала. Һуңынан белешә: йөрәге ярылған бейәнең...
/Сабир ШӘРИПОВ/.
Читайте нас: