+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2021, 20:30

Атай һәм улдар

(хикәйә) Л.Толстой

Атаһы улдарына килешеп, татыу йәшәргә өйрәткән. Улдары тыңламаған. Ул һепертке килтерергә ҡушҡан да:
— Һындырығыҙ! — тигән.
Күпме тырышмаһындар, улдары һеперткене һындыра алмаған. Атаһы һеперткенең бауын сискән дә берәмләп һындырырға ҡушҡан.
Малайҙар һеперткене берәмләп тиҙ генә һындырып бөткәндәр, ти.
Атаһы малайҙарына:
— Күрҙегеҙме? Татыу йәшәһәгеҙ, һеҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ. Ә бер-берегеҙ менән әрләшеп, айырым-айырым йәшәһәгеҙ, һеҙҙе һәр кем дә еңә ала, — тигән.



Читайте нас: