Бына ул мәсет эргәһенә килеп етә. Шул мәлдә генә ҡарттар аҡшам намаҙына йыйылған була. Садиҡ ҡарттар менән бергә намаҙға баҫырға ярата, шуға ла ул мәсеткә инә. Тәһәрәт алған урынға барып, сиратҡа тора.
Кран алдына баҫып, аяҡ кейемен сисергә итһә, ойоҡтарының бысранғанын күреп, асыуы килеп китә һәм тишек ботинкаларын бер мөйөшкә быраҡтыра.
Шунда уның ҡарашы эскәмйәгә ултырып, кран аҫтында аяғын йыуған бер кешегә төшә. Ул кешенең икенсе аяғы булмай.
Шунда Садиҡҡа тишек ботинкаға көйөнгән өсөн оят булып китә. Бәлки был бер аяҡлы кешенең аҡсаһы ла күптер һәм ул үҙенә әллә күпме ботинка ла һатып алырлыҡтыр. Ләкин барыһын да аҡсаға һатып алып булмай шул.
Намаҙҙан һуң Садиҡ ҡулдарын күтәреп, үҙенә һау аяҡтар бүләк иткән Аллаға рәхмәт уҡый.
Бәйғәмбәребеҙ әйткән бит: “Үҙ ихтыяжыңды ауыҙлыҡлай бел. Ул саҡта иң данлы кеше булырһың”.
"Балалар өсөнө 40 хәҙис хикәйәттәре" китабынан.