Әйтәйек, “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”не, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетел гән дәр”ендәге Бибеш, Йәнеш, Гөлйемеште кемдәр генә белмәй! Әкиәттәрҙә йыш осраған тағы бер сюжет бар: үгәй әсәнең әмере буйынса атай кешенең үҙ ҡыҙын, атҡа ултыртып алып китеп, ҡарурманда аҙаштырып ҡалдырыуы. Психологтар күҙлегенән ҡарағанда, был атай кешенең үҙ балаһын яҡлай алмауын аңлата. Күрәһең, халҡыбыҙҙа “Атай үлһә, бала – ярты етем, әсәй үлһә – үкһеҙ етем” тигән әйтем ерле юҡтан килеп сыҡмағандыр.