+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2020, 11:30

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

"Бөтә ҡыҙҙарын да әсәй кейәүгә оҙатҡанда ҡул машинкаһы биреп оҙатты. Беҙ, шулай итеп, ҙур ярҙамсы эш ҡоралы менән кейәүгә барҙыҡ. Миңә «Зингер» маркалы ҡул машинкаһы эләкте, уны әсәй Өфөнән ҡулдан алдырған ине, ә 45 йәшемә электр тегеү машинкаһы бүләк итте".

«Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән –тун бескән», «Алма ағасынан алыҫ төшмәй»,«Силәгенә күрә – ҡапҡасы» тигән башҡорт халыҡ мәҡәлдәре бөтмөр, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән егәрлеләр хаҡында әйтелә.Түбәндәге мәҡәлә нәҡ шундай һоҡланғыс кешеләр тураһында.
Сурина Гөлназ Ғамир ҡыҙы – Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире:- Мин таланттарға бай, матур, боронғо йолаларын, кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы егәрле халыҡ йәшәгән Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуғанмын. Ауылдың иң күпселек өлөшөн тәшкил итеп йәшәгән Мәхийәновтар араһынан булам. Ғамир Афзал улы менән Тәғзимә Сөләймән ҡыҙының биш балаһы араһында икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым оҫта механизатор булды, тимер эше буйынса ҡулынан килмәгәне юҡ ине, техниканы бик белеп ремонтлай торғайны. Кәңәш, ярҙам һорап килеүселәрҙе бер ваҡытта ла кире бороп сығарманы. «Кеше ярҙам һорап килеп тора ла һуң!» – тип, үҙ эшен ҡалдырып торор, ихлас ярҙам ҡулы һуҙыр ине. Баҫыу эштәре алдынғыһы булып, күп кенә еңеүҙәр яулап, алдынғылар рәтендә эшләне.
Әсәйем Туйышҡа алыҫ булмаған Яйҡар ауылынан килен булып төшкән. Ул - Нәғимә өләсәйебеҙҙең баш балаһы. Уға оҡшап әсәйем тегергә, бәйләргә, сигергә, баҡса үҫтерергә оҫта, әҙәби китаптар, шиғырҙар уҡырға ярата. Әлеге көндә әсәйем башкөллө сумып, сәнғәт өлгөһө булыр ҡорама ҡорау менән булыша, ололарға, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә башҡорт кейемдәре тегеп кейҙерә. Ә өләсәйем 94 йәшкә етһә лә, һаулыҡта, сәләмәтлектә донъя көтә, ҡул эштәрен һаман ташламай - ҡорамалар эшләй, күлдәктәр тегә. Уның хәҙерге көндә биш быуыны бар (өләсәй-әсәй-мин-ҡыҙым, улым-ейән, ейәнсәрҙәрем). Әсәйем бала саҡтан өләсәйгә ҡарап ҡул эштәренә өйрәнә. Ә инде беҙ ҡул аҫтына ингәс, беҙгә, дүрт ҡыҙына, белгәндәрен өйрәтте. Ул ҡурсаҡтарыбыҙға эш араһында ғына өлгөрөп кейем, юрған, түшәктәр тегеп бирә ине. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡорама,түшәктәр тегеүгә башкөллө сума. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Әбйәлилдә ҡыҙ бирнәһендә мотлаҡ ҡорама түшәктәр булырға тейеш. Әсәйем шундай заказдар ҙа үтәй, ейәнсәрҙәренә лә әҙерләп ҡуйған. Ә минең әсәйем әҙерләп биргән бирнәләрем менән килгән арҡыры, буй юрғандар, ултырғыс түшәктәре 30 йыл ваҡыт үтһә лә, һаман да үҙ төҫөн ташламаған әле. Шулай быуындан-быуынға күсеп бара тегенеү менән булышыу. Бөтә ҡыҙҙарын да әсәй кейәүгә оҙатҡанда ҡул машинкаһы биреп оҙатты. Беҙ, шулай итеп, ҙур ярҙамсы эш ҡоралы менән кейәүгә барҙыҡ. Миңә «Зингер» маркалы ҡул машинкаһы эләкте, уны әсәй Өфөнән ҡулдан алдырған ине, ә 45 йәшемә электр тегеү машинкаһы бүләк итте. Был машинкалар минең эшемдә бик килешә, сөнки клубта сығыш яһарға кейемдәр етмәгән саҡта, һәүәҫкәр артистарҙы үҙем тегеп тә кейендерәм. Иҫке күлдәктәрҙе бәләкәйҙәргә лә яраҡлы итеп һүтеп, кире тегә һалып алам. Ауылда балалар шул тиклем күп, барыһының да бейегеһе, йырлағыһы килә... Башҡорт күлдәктәре булмағас, 2004 йылда бәләкәй ун ҡыҙға камзулдар тегеп бирҙем, үҙҙәре тәңкәләр баҫып, ҡашмау тектек, үҙҙәренән сәсмәү эшләттем һәм ҡара юбка, аҡ блузка, аҡ колготкиҙар кейгәс йәмле булып ҡалды, шулай ихлас башҡорт бейеүҙәрен бейенек. Ә малайҙарға ҡайыш тектем. Стилләштерелгән башҡорт кейемдәре, мари ҡыҙы күлдәге, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға кейем, малайҙарға башҡорт кейеме, Ковбойҙар бейеүенә костюмдар, замана бейеүенә юбкалар тектем. Яңы материалдар ҙа, клубтың иҫке тәҙрә пәрҙәләре лә эшкә китеп торҙо. Ҡул машинкаһында Венер улым да, Зөлфиә ҡыҙым да тегергә өйрәнде. Ҡыҙым менән мин дә ҡурсаҡ уйнаным: күлдәктәр, түшәк, яҫтыҡтар тегеп ҡыуана инек. Зөлфиә ҡыҙыма Тәғзимә өләсәһе бер йәшенә башҡорт күлдәге текте, ә камзулын үҙем иҙеүләп тегеп бирҙем. Шул йоланы дауам итәйем тип, мин дә ейәнсәремә бер йәшенә башҡорт күлдәге тегеп бирҙем, ул да, мин дә эй ҡыуандыҡ инде. Ә инде 5-се класҡа барыуына, Зөлфиә ҡыҙыма өләсәһе икенсе тапҡыр өр-яңынан күлдәк, камзул, бәләкәй ҡашмау бүләк итте. Ҡыҙыма бисер менән эшләргә лә өләсәһе башлап өйрәтеп ебәрҙе, үҙем дә ҡыҙыҡһынып эшләнем. Ул шөғөлдө лә үҙләштерҙек шулай. Дәрт итһәң, күп нәмәгә өйрәнергә була,теләк кенә кәрәк. Хәҙерге көндә әсәйем ҡорамалар менән дан тота. Ҡул эштәрен ҡарап өйрәнергә минең янымда үҙ оҫталарым – яҡындарым бар. Шулай яҙмыш мине гел оҫталар менән генә осраштырып тора, Аллаға шөкөр. Мәктәптә уҡығанда остазым – класс етәксебеҙ, уҡытыусым Мәүлиә Фәрит ҡыҙы Сафиуллина, Стәрлетамаҡта – кураторыбыҙ Уразбахтина Земфира Әнүәрбәк ҡыҙы, эш дәүерендә – әйҙәүсе, яҙыусы, тележурналист Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина һәм башҡа арҙаҡлы кешеләр менән аралашып, уларҙан кәрәкле кәңәш, йүнәлеш алып йәшәүемә бик шатмын. Ә шунда ла иң яҡын ярҙамсы-кәңәшселәрем – минең ғаиләм. Тормош иптәшем Риф Сурин да бик оҫта – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Өҙҙөрөп гармунын да уйнай,моңло итеп йырлап та ебәрә. Гел бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ул һәр яҡлап миңә ярҙамлаша, хуплап тора, уңыштарыма ҡыуана. Ә балаларым эшемдә һәр ваҡыт уң ҡулым булды. Барыһы ла йырлап бейергә маһир, мин ойоштороп үткәргән сараларҙа алыштырғыһыҙ таяныс улар. Әле лә, ситкә китһәләр ҙә, ярҙамлашып торалар, һау ғына булһындар инде. 1990 йылдың 30 апрелендә тәү тапҡыр Хәйбулла еренә аяҡ баҫтым. Тәбиғәттең яңы уянған матур сағы, Һаҡмар ярҙарынан ашып, ер ябып ташҡан, көн сыуаҡ, тирә-яҡ тәүге сәскәләргә күмелгән матур мәлдә килен булып төштөм хозур тәбиғәтле Вәзәм ауылына. Төшкән арам да ауылда күпселекте тәшкил иткән егәрле Суриндар араһы булып сыҡты. Ҡәйнәм Гөлсирә Сафакирәй ҡыҙы оҫта икмәк бешереүсе ине, уның икмәгенең даны, тәмлелеге тирә-яҡҡа таралған. Ә ҡайным Сурин Азат Әхмәтшәриф улы, атайым кеүек шәп механизатор, комбайнер булған. Ваҡытында үҙ ҡулы менән скрипка ла эшләп алған оҫта ул. Бик ипле, шаян һүҙле, моңло итеп йырлар ине, бейеп тә китер ине. Ҡәйнәм дә матур итеп йырланы. Әсәйем дә, атайым да, ҡайным да оҫта мандолинасылар, ә беҙ уларҙан өйрәндек. Шулай Вәзәм халҡы ихласлыҡ менән мине ҡабул итте. Биш йыл Ырымбур өлкәһендә эшләп, 1995 йылда, тормош иптәшем кинйә бала булараҡ, атай-әсәйҙе ҡарарға атай йортона әйләнеп ҡайттыҡ. 25 йыл ҡайны-ҡәйнә менән бергә татыу ғүмер иттек. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, өс ейән-ейәнсәребеҙ бар. 25 йыл ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп киләм. Ауыл халҡы бик әүҙем, тырыш булып сыҡты. Булған башланғысты хуплап, әүҙем күтәреп алалар. Йәштәр, балалар бигерәк тә дәртле – осоп төшөп торалар. Ошо эш дәүерендә күпме концерт, спектакль ҡуйылды, күпме бейеү һалынды – иҫәбе-һаны юҡ. Былар барыһы ла – бергәләп эшләгәндең һөҙөмтәһе. Ҡайҙан көс, ҡайҙан илһам алғанмындыр, хәҙер уйлап хайран ҡалам. Булмышым шулайҙыр, күрәһең. 2004 йыл Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында тормош иптәшем менән икәүләп ситтән тороп белем алдыҡ. Риф – хор бүлегендә, мин ойоштороусы бүлеген тамамланыҡ. Клуб эшенән башҡа эште күҙ алдына килтерә алмайым, сөнки был минең булмышыма тура килә, һәләттәремде һәр яҡлап ҡулланырға мөмкинлек бирә. Мәҙәниәт йортонда эшләргә тейешлегем дә яҙмышыма яҙылған булғандыр. Байым мәҙәниәт йортонда концерттарҙа ҡатнаша торғайным. Мәктәптә уҡығанда клубта эстрада-инструменталь ансамбле төҙөнөләр һәм мине солистка итеп саҡырҙылар. Тик мин баҙнат итмәнем. Һуңынан Ырымбур өлкәһе Чукари-Ивановка ауылында йәшәгәндә лә, клубҡа эшкә саҡырҙылар, унда ла ҡыйыулыҡ етмәне. Ә инде Вәзәм ауылына ҡайтҡас, элекке клуб директоры Рәүф Сурин мине тәҡдим итеп, икеләнеүҙәремде кире ҡағып, ныҡышып эшкә алды. Сәнғәткә һөйөүем бала саҡтан килә. Үҙемсә бейергә, йырларға ярата инем. Атайым: «Ҡыҙымды, ҙурайғас, консерваторияға ебәрәм», – ти торғайны, мине күтәрмәләргә, йыуатырға уйлағандыр инде. Тик яҙмыш борма-борма юлдар аша ғына алып килде консерваторияға – үҙемдең консерваторияма. Атайым ғына янымда түгел, минең өсөн ҡыуаныр ине, моғайын, йәне йәннәттә булһын. Сәрүәр Сурина апай беҙҙең мәҙәниәт йортоноң эшенә бөтөнләй яңы һулыш өрөп ебәрҙе. «Гөлназ, һин булдыраһың, – ти ул бер көндө. – Әйҙә, һуҡма шәлде тергеҙәйек, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәм». Бына шулай беҙ бергәләп, бөтәбеҙ өсөн дә яңы булған, инде күптән онотолоп барған шөғөлгә тотоноп киттек. Бөтә ил буйлап тигәндәй, шәл һуғыу станогының өлгөләрен эҙләп, уны яңынан тергеҙҙек. Был осраҡта тормош иптәшем Рифтең оҫта ҡулдары бик килеште, ул урыҡ-һурыҡ ҡына мәғлүмәтте туплап, тәүге шәл һуғыу станогын эшләп бирҙе. Бер төркөм уңған ҡатындар менән мең төрлө ҡаршылыҡты еңеп, был эште яйға һалып ебәрҙек. Хәҙер инде оҫтарғандан-оҫтара барған апайҙар Гөлназ, Райхана, Нурсиә, Сәғиҙә Суриналар, Клара Ласынова бик матур итеп шәл һуғалар. Әлеге көндә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән башлап, Рәсәйҙең күп ҡалаларында Чебоксарҙа 2 тапҡыр, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Өфө, Сибай һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә байрамдарҙа ҡатнашып, күргәҙмәләр ойошторабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең эштәр Өфөлә үткән бөтә күргәҙмәләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Хеҙмәтебеҙҙе баһалап күп төрлө приздар, лауреат исемдәре яулайбыҙ.
Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы мәҙәниәт йорто төпкөлдә, оло юлдарҙан, бар уңайлыҡтарҙан ситтә ятыуына ҡарамаҫтан, бик әүҙем эшләй. Уңған ауыл халҡы матур итеп донъя көтә. Йәш ғаиләләр күп. Яңы төҙөлгән йорттарҙың матурлығы, үҙ ҡулдары менән биҙәп эшләнгән йорт ҡапҡалары, кәрниздәр, тәҙрә яңаҡтары күҙҙең яуын ала. Дәртле халҡы ауыл менән күтәрелеп сығып төрлө-төрлө матур саралар үткәрә. Ағинәйҙәре лә бик әүҙем, һөҙөмтәле эшләй. Бөтә был эштәрҙе ойоштороуҙа Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина күп көс, бар маһирлығын һала. Камиллыҡтың сиктәре юҡ, тигәндәй, һәр яңы көнөн киләсәккә матур маҡсаттар ҡуйып, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеү дәрте менән башлаған, ысын-ысындан халыҡ ынйыһы булған һөнәрмәндәргә тик уңыштар ғына теләргә ҡала. Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас: