+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2020, 17:00

"Minzifa"ла эш гөрләй

- Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә этностиль менән ҡыҙыҡһына , - ти Әл һәм Гөл Хамматовалар.

Ҡыҙҙар ательела эште үҙ-ара тигеҙ бүлешә: Әлфиә күберәк һыҙмалар эшләүҙе үҙ өҫтөнә алған, Гөлфиә - кейемдәр тегә. Идеялар, уй-ниәттәр бергәләп фекер алышыуҙан башлана.- Төп клиенттарығыҙ кемдәр? Гөлфиә Хамматова:- Этностилдәге кейемдәргә күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар заказ бирә. Бигерәк тә йәштәр, һәр төрлө кисәләргә, туйҙарға һәм башҡа сараларға сағыу, матур күлдәктәр тегеп биреүҙе һорайҙар. Ә олораҡ ҡатын–ҡыҙҙар бик үк ярылып ятмаған этно-биҙәкле, көндәлеккә кейергә мөмкин булған кейемдәргә өҫтөнлөк бирәләр.Ир-егеттәргә этностилдәге орнаментлы галстуктар бик оҡшаны. Әлфиә Хамматова:- Аллаға шөкөр, хәҙер милләттәштәребеҙ бик ҡыҙыҡһына ошо йүнәлеш менән, һәр кем тиерлек бәләкәй генә булһа ла милли элемент булған әйбергә заказ эшләргә теләй. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәребеҙ ҙә ҡыҙыҡһынғанға беҙ бик шатбыҙ. Уларға инде беҙ төрлө формалағы галстуктарҙан тыш, шапкалар, бейсболкалар, костюмдар тәҡдим итәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡурҡып ҡына, ҡабул итерҙәр микән тип кенә тегә башлаған галстуктарыбыҙҙы һуңғы йылдарҙа бигерәк тә яратып алалар, быйылғы йылда этно-стилдә офис костюмдар ҙа бик күп тектерҙеләр. Бик ыңғай күренеш. 7-8 йыл элек тап ошондай костюмдарҙы туй-никахҡа ғына тегә инек, ә хәҙер эш стиленә индереп алып баралар. Беҙ нәҡ шулай теләй инек. Кейемдәрҙе сәхнә өсөн генә түгел, ә көндәлек тормошта рәхәтләнеп, иркенләп кейеп йөрөгәндәй булһын итеп, көндәлек тормоштоң талаптарына, мода йүнәлешенә тап килгәндәй итеп тегергә тырышабыҙ. Шуға ла, ныҡ сағыу булмаған төҫтәр, ябайыраҡ, тәбиғи тауарҙар ҡулланып эш итәбеҙ күп осраҡта. Алла бирһә, ошо йүнәлеште - милләтебеҙҙе сағылдырған кейемдәр тегеүҙе тағы ла үҫтерергә, таратырға ине.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: